Эстәлеккә күсергә

Лазер ярҙамында ҡырҡыу

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лазер ярҙамында ҡырҡыу
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 61 396
Өлөшләтә тура килә Лазерная гравировка[d]
 Лазер ярҙамында ҡырҡыу Викимилектә
Лазерная резка листа стали.

Лазер ярҙамында ҡырҡыу(Лазер менән киҫеү) — материалдарҙы киҫеү һәм бесеүҙә юғары йышлыҡтағы лазер ҡулланыу технологияһы, ғәҙәттә сәнәғәттә производство линияларында ҡулланыла. Бер нөктәгә тупланған , компьютер тарафынан идара ителгән лазер нуры энергияның юғары концентрацияһын тәьмин итә һәм йылылыҡ үткәреү сифаттарына ҡарамай, теләһә ниндәй материалды киҫеү мөмкинлеген бирә. Киҫкән саҡта, лазер нуры аҫтында киҫелә торған урында материал ирей, яна башлай һәм парға әйләнә, йәки уны газ ағымы ситкә осора. Шулай уҡ термик йоғонто бик әҙ генә булған зоналы, нәҙек кенә һыҙыҡ итеп киҫеп була. Лазер менән киҫеү эшкәртелеүсе материалға механик тәьҫир булмау менән айырыла, киҫкән саҡта һәм һуңынан, тулыһынса һыуынғас, деформациялар бик әҙ була. Шуға күрә, тиҙ боҙолоусан һәм йомшаҡ әҙерләмәләр (заготовкалар) һәм деталдәрҙе бик теүәл итеп лазер менән киҫеп була. Лазер нурланышы бик ҙур ҡеүәткә эйә булғанлыҡтан, процестың юғары етештереүсәнлегенә һәм киҫелгән урындағы йөйҙәң юғары сифатына өлгәшеп була. Лазер нурланышы менән идара итеү еңел һәм сағыштырмаса ябай, ул бик ҡатмарлы контурлы яҫы һәм ҡабарынҡы деталдәрҙе һәм әҙерләмәләрҙе, процесты юғары кимәлдә автоматлаштырып, лазер менән киҫеү мөмкинлеге бирә.

Металдарҙы лазер менән киҫеү өсөн ҡаты есемле, сүсле (волокно) һәм газлы СО2-лазерҙар нигеҙендәге технологик ҡоролмалар ҡулланыла, улар туҡтауһыҙ ,йәки импульслы , бүлгеләнгән нурланыш режимында эшләй. Сәнәғәттә газ-лазер менән киҫеүҙе ҡулланыу йыл һайын арта бара, ләкин был ысул ғәҙәттәге металл киҫеү ысулдарын тулыһынса алмаштыра алмай. Әлеге ваҡытта лазер менән киҫеү ҡоролмаларының хаҡы әҙерәк төшә башлаһа ла, башҡа производствола ҡулланылған ҡоролмалар менән сағыштырғанда лазер ҡоролмалары бик ҡыйбат тора. Шуға күрә лазер менән киҫеү нигеҙле булырға һәм уйлап эшләнергә тейеш. Уны башҡа ғәҙәттәге юл менән эшләп булмағанда,йәки бик күп сығымдар талап иткәндә ҡулланыу файҙалы тип иҫәпләнә.

Лазер менән киҫеү йәйелгән металл биттәрен үтәнән-үтә лазер нуры менән яндырып сығарыуҙан ғибәрәт. Бындай технологияның өҫтөнлөктәре:

  • Механик контакт булмауы мурт ( тиҙ һыныусан) һәм еңел боҙолоусан материалдарҙы эшкәртеү мөмкинлеге бирә;
  • Ҡаты иретмәларҙе эшкәртеп була;
  • Йоҡа итеп йәйелгән ҡорос биттәрен ҙур тиҙлек менән киҫеп була ;
  • Продукцияны әҙләп сығарғанда ҡыйбатлы пресс-формалар йәки ҡойоу өсөн формалар эшләгәнсе, лазер менән бесеү лазым (кәрәк);
  • Материалды автоматик рәүештә бесеү өсөн һүрәттең файлын берәй һыҙма программаһында әҙерләп, ҡоролманың компьютерына күсерергә. Ул, бәләкәй генә хаталар ебәрелһә лә, теүәл эшләйәсәк.

Эшкәртелеүсе материалдар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лазер менән төрлө ҡоросто, алюминийҙы һәм уның ҡатнашмаларын, башҡа төҫлө металдарҙы киҫеп була. Ғәҙәттә ошо металл йәймәләрен киҫәләр:

  • Ҡорос - 0,2 мм - 30 мм
  • Тутыҡмай торған ҡорос - 0,2 мм - 40 мм
  • Алюминий ҡатнашмалары - 0,2 мм - 25 мм
  • Латунь - 0,2 мм - 12,5 мм
  • Баҡыр - 0,2 мм - 16 мм

Төрлө материалдар өсөн төрлө лазер кәрәк.

Барыһынан да яҡшыраҡ түбән йылылыҡ үткәреүсәнлекле металдар эшкәртелә, сөнки уларҙа лазер энергияһы металдың әҙерәк күләмендә туплана , һәм киреһенсә, юғары йылы үткәреүсәнлекле металдарҙы лазер менән киҫкәндә грат (артыҡ металл киҫәктәре) йыйылыуы бар.

Шулай уҡ күп кенә металл булмаған материалдар, мәҫәлән, ағас, эшкәртеп була.

Лазер һәм уның оптикаһын (шулай уҡ фокуслаусы линзаларын) һыуытырға кәрәк. Ҡоролманың размеры һәм конфигурацияһына ҡарап, артыҡ йылылыҡты йылылыҡ йөрөтөүсе йәки һауа өрҙөрөү юлы менән ситкә ебәреп була. Йылылыҡ йөрөтөүсе итеп күп осраҡта ҡулланылған һыу йылылыҡ алмаштырыусы аша , йәки һыуытыусы ҡоролма аша әйләнеп йөрөй.

Сәнәғәттә ҡулланылған лазерҙар эффективлығы 5% - 15%. Энергия ҡулланыу һәм эффектлылыҡ лазерҙың башланғыс ҡүәтенән , уның эшсе параметрҙарынан һәм лазерҙың был эш өсөн яраҡлы булыуынан тора . Теге йәки был лазер төрөн ҡулланыу маҡсатҡа ярашлымы икәнен белер өсөн лазерҙың уны хеҙмәтләндереүсе ҡоролмаһы менән бергә хаҡы , уны хеҙмәтләндереү һәм тотоуға киткән сығымдарҙы иҫәпләйҙәр. XXI быуаттың башында оптика- сүсле лазерҙы ҡулланыу сығымдары углекислый лазерҙы ҡулланыу сығымдарының яртыһын тәшкил итә. Киҫеү өсөн кәрәк булған ҡеүәт дәүмәле материал төрөнән, уның ҡалынлығынан, эшкәртеү мөхитенән, эшкәртеү тиҙлегенә бәйле.

Тышҡы видеофайлдар
Как это сделано
Лазерный резак
  • С. А. Астапчик, В. С. Голубев, А. Г. Маклаков. Лазерные технологии в машиностроении и металлообработке. — Белорусская наука. — ISBN 978-985-08-0920-9.
  • Черпаков Б.И., Альперович Т.А. Металлорежущие станки. — ISBN 5-7695-1141-9.
  • Colin E. Webb, Julian D.C. Jones. Handbook Of Laser Technology And Applications (Справочник по лазерным технологиям и их применению) book 1. — IOP. — ISBN 0-7503-0960-1.
  • Colin E. Webb, Julian D.C. Jones. Handbook Of Laser Technology And Applications (Справочник по лазерным технологиям и их применению) book 2. — IOP. — ISBN 0-7503-0963-6.
  • Steen Wlliam M. Laser Material Processing. — 2nd edition. — Great Britain: Springer-Verlag. — ISBN 3-540-76174-8.