Лазюк Геннадий Ильич
Лазюк Геннадий Ильич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Беларусь |
Тыуған көнө | 2 апрель 1927 |
Тыуған урыны | Минск, Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Вафат булған көнө | 8 октябрь 2021 (94 йәш) |
Һөнәр төрө | генетик |
Эш урыны | Белорусский государственный медицинский университет[d] |
Уҡыу йорто | Белорусский государственный медицинский университет[d] |
Ғилми исеме | профессор[d], член-корреспондент НАН Беларуси[d] һәм РФА ағза-корреспонденты[d] |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Лазюк Геннадий Ильич (2 апрель 1927 йыл) — совет, белорус һәм Рәсәй генетигы, СССР медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты (1986), Рәсәй медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты (1991), Белоруссия Милли фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (1995), Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (2014).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1927 йылдың 2 апрелендә Минск ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуған.
1950 йылда Минск дәүләт медицина институтын тамамлай, аҙаҡ Мозырь өлкә дауаханаһында патологоанатом булып эшләй.
1957 йылдан алып 1959 йылға тиклем - Өлкә ҡулланыусылар союзының санитар табибы.
1959 йылдан алып 1967 йылға тиклем - Юл дауаханаһының патологоанатомия бүлексәһе мөдире.
1967 йылдан 1981 йылға тиклем - өлкән ғилми хеҙмәткәр, Минск медицина институты Үҙәк ғилми-тикшеренеү лабораторияһының мөдире.
1967 йылда «Каузальный генез уродств» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай, 1976 йылда «Патологическая анатомия хромосомных болезней» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[1].
1981 йылдан алып 1988 йылға тиклем - СССР Медицина фәндәре академияһының Медицина генетикаһы институты филиалының директоры.
1986 йылда СССР Медицина фәндәр академияһының ағза-корреспонденты булып һайлана.
1988 йылдан Беларусь Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығының тыумыштан килгән һәм нәҫелдән күскән ауырыуҙар буйынса ғилми-тикшеренеү институтының директоры.
1995 йылда Белоруссия Милли фәндәр академияһының ағза-корреспонденты булып һайлана.
2005 йылдан алып әлеге көнгә тиклем - Белоруссия дәүләт медицина университетының төп ғилми хеҙмәткәре.
2014 йылда — Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты.
2005 йылдан патология анатомияһы кафедраһының профессоры булып эшләй, диссертациялар яҡлау буйынса совет ағзаһы булараҡ ҙур йәмәғәт эше алып бара.
Медицина генетиктары һәм селекционерҙары секцияһының рәйесе.
«Архив патологии», «Медицинская генетика», «Генетика человека» Рәсәй журналдары, «Международный журнал радиационной медицины» украин журналы, «Новости медицины», «Проблемы здоровья и экология» белорус журналдары редколлегияларының ағзаһы[2].
Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары: нәҫелдән күскән патологияны профилактикалау – бала һау тыуырға тейеш
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Генетика, фенотипик сағылыштар һәм хромосомалы синдромдарҙың диагностикаһы, хромосомалы булмаған этиология үҫешенең кәмселектәр синдромын, ауырыуҙар үҫешенең эпидемиологияһын, шулай уҡ Беларусь Республикаһында генетик мониторинг системаһын ойоштороу менән тикшеренеүҙәр алып бара.
Чернобыль АЭС-ындағы һәләкәттең генетик эҙемтәләрен тикшереүгә һәм нәҫелдән күскән патологияларҙың профилактикаһы ысулдарына ҙур иғтибар бүлә.
320-нән ашыу ғилми хеҙмәт авторы, шул иҫәптән 10 монография, 4 ҡулланма, 6 белешмәһе бар.
Уның етәкселеге аҫтында 45 диссертация яҡлана.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Беларусь Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Лазюк Геннадий Ильич . bsmu.by. Дата обращения: 14 ноябрь 2019.
- ↑ Геннадий Ильич Лазюк 2022 йыл 5 апрель архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Профиль Геннадия Ильича Лазюка РФА рәсми сайтында
- Два бриллианта: Ильич и Ильинична. Газета «Медицинский вестник» (неопр.). medvestnik.by. Дата обращения 14 ноября 2019.
- Геннадий Ильич Лазюк 2022 йыл 5 апрель архивланған.