Лалетина Екатерина Григорьевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лалетина Екатерина Григорьевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 9 декабрь 1906({{padleft:1906|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Вафат булған көнө 17 апрель 1981({{padleft:1981|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (74 йәш)
Һөнәр төрө бригадир
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены Ленин ордены Ленин ордены

Лалетина Екатерина Григорьевна (9 декабрь 1906 йыл — 17 апрель 1981 йыл) — Киров өлкәһе Вожгальский районының «Ҡыҙыл Октябрь» колхозы бригадиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Екатерина Григорьевна Лалетина 1906 йылдың 9 декабрендә Рәсәй империяһының Вятка губернаһы Вятка өйәҙенең (хәҙерге Киров өлкәһе Куменский районы) Лыстан ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте урыҫ[1].

Вожгалы ауыл мәктәбенең 2-се синыфын тамамлаған. 1928 йылда урындағы «Ҡыҙыл Октябрь» колхозында сусҡа ҡараусы булып эшләй башлай, һуңыраҡ ашханала ашнаҡсы һәм мөдир була, һуңынан баҫыусылыҡ бригадына күсә, унда картуф һәм йәшелсә үҫтереү звеноһында эшләй. 1939 йылдан — баҫыусылыҡ бригадаһы бригадиры. 1940 йылда Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһендә (ВСХВ) ҡатнаша[1].

СССР Юғары Советы Президиумының Указына ярашлы 1948 йылдың 17 мартында «1947 йылда арыш һәм бойҙайҙан юғары уңыш алыуы өсөн» «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеменә лайыҡ була, Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы менән бүләкләнә[1].

1949 йылда 6 гектар майҙанлы участканың һәр гектарынан 500 центнер картуф йыйып алғаны өсөн икенсе Ленин ордены менән бүләкләнә. 1957 йылдың эш йомғаҡтары буйынса 40 гектар майҙандың һәр бер гектарынан 9-ар центнер етен орлоғо үҫтереп алғаны өсөн өсөнсө Ленин орденына лайыҡ була[1].

Екатерина Григорьевна етәкләгән бригада биш тапҡыр Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә (ВДНХ СССР) ҡатнаша. Хаҡлы ялға сыҡҡансы колхоз ял йортонда дүрт йылға яҡын мөдир булып эшләй[1].

Вожгальский район советы депутаты итеп һайлана. 1981 йылдың 17 апрелендә вафат була[1].

Өс Ленин ордены менән бүләкләнгән (17.03.1948, 05.07.1950, 24.04.1953), миҙалдары бар, СССР ВДНХ миҙалы һәм шулай уҡ ВСХВ миҙалы[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 С. Кузоватов. Лалетина Екатерина Григорьевна. «Герои страны» сайты. Дата обращения: 28 апрель 2020.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Золотая плеяда кировчан. Сборник материалов о Героях Труда, Героях Социалистического труда, полных Кавалерах ордена Трудовой Славы, лауреатах Ленинской и Государственных премий и премии Ленинского комсомола. — Киров: ОАО «Дом печати – Вятка», 2009. — 624 с.