Ландер Ольга Александровна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ландер Ольга Александровна
рус. Ольга Александровна Ландер
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 1909
Вафат булған көнө 1996
Туған тел рус теле
Һөнәр төрө журналист
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены
Commons-logo.svg Ландер Ольга Александровна Викимилектә

Ландер Ольга Александровна (19091996) — Рәсәй фотодокументалисы, фотограф, журналист.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ландер Ольга Александровна 1909 йылда йәһүд фотографы ғаиләһендә тыуа. Моисей Наппельбаум Муса һәм Давид Штернбергтың уҡыусыһы. Мәскәүҙә ҡулланма сәнғәт курстарын тамамлай. 30-сы йылдар башында Урта Азияла кино төшөргән төркөмдә эшләй. Экспедициянан ҡайтҡас, матбуғатҡа күсә. «Комсомольская правда» гәзитенең фотохәбәрсеһе. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фронт хәбәрсеһе була. Бик күп һүрәттәре алыш урынында төшөрөлгән. Лейтенант.

Хәрби фотохәбәрсе Курск алышында, Одессаны, Киевты, Балҡан ярымутрауы илдәрен азат итеүҙә ҡатнаша. Еңеү көнөн Венала ҡаршылай[1].

Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, II дәрәжә Ватан һуғышы орденыны кавалеры, «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн»,«Будапештты алған өсөн», «Венаны алған өсөн», «Белградты азат иткән өсөн», «Батырлыҡ өсөн» миҙалдары менән наградлана. Һуғыштан һуң Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә (ВДНХ) һәм «Советская Россия» гәзитендә эшләй.

Бөйөк Еңеүҙең 30 йыллығын ҡаршылағанда бер гәзиттә эшләгән фронт дуҫтары осраша. Улар Ҡораллы Көстәр музейында йыйыла. Ольга Александровна уларҙы Еңеү Байрағы эргәһендә фотоға төшөрөп, мәңгеләштерә. Һуңынан улар - яҙыусылар Николай Атаров, Дмитрий Гребенщиков, Владимир С. Лакшин, шағир Мостай Кәрим бер табын артына йыйыла[2].

Билдәле фотоһүрәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Фотокорреспонденттар Д. Бальтерманц менән М. Редькин Одессала[3].
  • 1945 — Вена районында совет танкылары[4].
  • 1945 — Еңеү байрамы уңайынан Вены урамында бейеүҙәр[5].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]