Лапы аралы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лапы аралы
Рәсем
 Лапы аралы Викимилектә

Лапы аралы [1] — (рус. Осерёдок) — йылға йырҙаһында лапынан[2]хасил булған, үҫемлекһеҙ һәм ярға тоташмаған бәләкәй утрау, ташҡын ваҡытында һыу аҫтында ҡалып, һайлыҡ хасил итә, ә һыу ҡайтҡанда өҫтә күренә башлай.

Оло Юшатырҙағы аралдар
Ыҡ йылғаһындағы лапы аралы

Тасуирлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡағиҙә булараҡ, лапы аралдары ташҡын ваҡытында, һыу күтәрелгәндә ағып килгән ташылдыҡтар ағым тиҙлеге кинәт әкренәйгәндә, һайыраҡ йә һыу ауышы кәмегән урындарҙа, йә бер нәмәгә эләгеп туҡталып өйөлөү арҡаһында хасил була. Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк — ташылдыҡтар ғәҙәттә һыу ағымының иң көслө урынында, үҙәктә ағып барыусан, ундағы тиҙлек кәмеүе тап йылға уртаһында лапы аралы барлыҡҡа килеүгә сәбәпсе була ла инде. Һыу һайыҡҡан осорҙа (рус. межень) ташылдыҡтар кәмей һәм лапы аралдары ла әҙәйә.

Ташылдыҡтар ағым ыңғайына килеп лапы аралдарына өҫтәлә бара. Һөҙөмтәлә, лапы аралдары яр менән тоташа, морондар, пляждар барлыҡҡа килтерә; артабан яңынан айырылып китеп, йәнә арал барлыҡҡа килеү мөмкин. Шулай уҡ улар ике йылға ҡушылған урындағы морон менән ҡушылыуы ихтимал. Үҫемлектәр ҡалҡып сығыуы йәки башҡа сәбәптәр арҡаһында нығынып, лапылыҡтар йырҙа утрауҙарына ла әүерелә. Утрауҙарҙан лапылыҡтар йыш ҡына ағымға ҡаршы яғы тәпәшерәк булыуы менән айырыла, ә утрауҙар өҫтө киреһенсә, ағым ыңғайына табан түбәнәйә бара.

Лапылыҡтар йылға суднолары эшмәкәрлегенә кире йоғонто яһай — йөҙөү юлдарын тарайта, кәкрәйтә һәм тәрәнлеген кәметә.

Тармаҡаланып утрауҙарға әүерелгән ваҡытта улар йылға йырҙаһын да тармаҡлыға әйләндерә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Арал - йылға уртаһында ҡалған ҡоро ер//Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 69-сы бит
  2. Лапы — ауған ағастар, ботаҡтар, яҙғы ташҡындан ҡалған сүп-сар өйөмө//Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 758-се бит

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Кондратьев Н. Ер, в. и. Попов, ф. б. процестар теорияһының нигеҙе өйөм снищенко гидроморфологический. Лена: Гидрометеоиздат, 1982, с. 272

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]