Ласкин йорто (Таганрог)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Ласкин йорто (Таганрог)
Ласкин йорто
Ил Россия
Ҡала Таганрог, Грек урамы, 39
Нигеҙләнгән XIX быуаттың өсөнсө сиреге

Ласкин йортоРостов өлкәһе Таганрог ҡалаһы Грек урамында урынлашҡан 39 -сы һанлы йорт. XIX быуаттың өсөнсө сирегендә ҡаланы фонлы төҙөүҙә ҡулланылған өлгө[1].

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1833 йылдың июлендә Таганрог ҡалаһына прапорщик Александр Яковлевич Ласкин үҙ төҙөлөш төркөмө менән ҡаланың Пушкин яр буйын төҙөү һәм гаванде төҙөкләндереү өсөн килә. Был эштәрҙең сметаһын да төҙөй. 1840-сы йылдарҙа ул Митрофаний сиркәүен төҙөтөргә яуаплы була. Сиркәү Таганрогтың хәҙер Үҙәк баҙарының «Молоко» павильоны урынында төҙөлөргә тейеш була. Статский кәңәшсеһе Александр Ласкин Аделаида Ласкиноға өйләнә. Аделаида 1857 йылдан алып (башҡа мәғлүмәттәргә ҡарағанда — 1860-сы йылдарҙың аҙағында)[2] 1880 йылға тиклем Таганрогтың Грек урамындағы 39-сы һанлы йортоноң хужаһы булып тора. Александр Ласкин порт менән сауҙа биржаһын тоташтырыусы ат юлы һалдырыу менән шөғөлләнә. 1860-сы йылдарҙа ул полковник чинында була һәм аралашыу юлдары инженерҙары корпусының рәйесе вазифаһын башҡара. 1860 — сы йылдар уртаһында Таганрог портын төҙөү ваҡытлыса комиссияһында ағза булып тора. 1888-се йылда ул вафат була, ә 1890 йылда уның йорто мираҫ буйынса улына, коллежский асессор Гавриил Александрович Ласкинға күсә.Яңы хужа 1898 йыл бөткәнсе йорттоң хужаһы булған. Ул Ҡазан университетында эшләүсе Археология, тарих һәм этнография Йәмғиәтенең ағзаһы булып хеҙмәт итә. Византия тарихына ҡараған фәнни хеҙмәт менән шөғөлләнә.

1900- сы йылдарбашында йорт есаул Николай Андреевич Кузнецов милкенә күсә. . 1911 йылда йортта табип В. Г. Кошевский нерв һәм психик ауырыуҙар менән сирләүселәрҙе ҡабул итә — уның эш сәғәте 16:00-19:00 тиклем дауам иткән (башҡа мәғлүмәттәргә ҡарағанда — 1916 йыл) йорт Федор Степанович Гирсанов һәм уның ғаиләһенә ҡараған һәм 1925 йылға тиклем улар милкендә торған. Федор Гирсанов Таганрог портын төҙөүҙә ҡатнашҡан, ул мещан ҡатын Евдокия Ефимовна Глушковаға өйләнгән булған. Үҙ йортоноң бүлмәләрен фатирға биргән. Фатир ҡуртымлаусылары араһында порт надзирателдәре һәм надворный советник прокурор Владимир Васильевич Колпенский була. Шул уҡ ваҡытта был йортта Павел Крисоненконың һыра магазины ла эшләй. XXI быуатта был торлаҡ йорт.

Һүрәтләү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бер ҡатлы йорт бейек цоколдә тора. Йорт мөйөшө түңәрәкләнгән формала. Алты пилястр йорттоң ҡабырғаларында һәм төп фасадында ҡуйылған. Тәҙрәләре тура мөйөшлө, өҫкө яғы түңәрәкләнеп бөткән. Тәҙрәләрҙең йөҙлөктәре һаҡланмаған, шулай ҙа кронштейндарҙа торған дуға формаһындағы сандриктары бар. Тәҙрәләр аҫтында тура мөйөшлө буш урындар тора. Йоттоң диагонале буйынса уға ҡаршы Александр Беренсе[3] һарайы урынлашҡан.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Дом Ласкина
  2. Гаврюшкин О. П. Г12 «По старой Греческой…» (Хроника обывательской жизни) — Т.: ООО «Издательство „Лукоморье“», 2012. — 514 с.
  3. Дом 39 2017 йыл 15 март архивланған.