Ласло Бито

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ласло Біто
Bitó László
Bitó László dedikál, 2007. június 3 -án.jpg
Эшмәкәрлек төрө:

ученый, писатель, врач

Тыуған көнө:

7 сентябрь 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (85 йәш)

Тыуған урыны:

Будапешт, Венгрия

Ил:

Flag of Hungary.svg Венгрия

Сайт:

laszlobito.com

Commons-logo.svg Ласло Біто Викимилектә

Ласло Бито (мадьярса  Bitó László; 7 сентябрь 1934 йыл, Будапешт, Венгрия) — венгр табибы һәм и яҙыусыһы. Глаукома сирен тикшереп, дауалау ысулын тапҡан. Эссе һәм романдар яҙа[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Будапештта тыуған. Коммунистар власҡа килгәс, уларҙың ғаиләһе баш ҡаланы ҡалдырып китә. Комлола шахтала эшләй, бында 1956 йылғы сыуалыш ваҡытында баш күтәреүселәрҙең етәксеһе була. Сыуалыш баҫтырылғас, АҠШ-ҡа күсеп китә[2]. Был илдә уға Бард колледжында уҡыу өсөн стипендия бирелә, 1960 йылда уның медицина бүлеген тамамлай. 1963 йылда Колумбия университетында күҙәнәктәр медицинаһы буйынса философия докторы дәрәжәһен ала. Уның тикшеренеүҙәре Латанопрост — глаукоманы дауалау өсөн дарыу эшләп сығарыуға килтерә.

150-нән ашыу фәнни мәҡәлә баҫтыра, бик күп бүләктәр ала, шулар араһында Проктор миҙалы (2000) һәм күҙ буйынса тикшеренеүҙәре өсөн Хелен Келлер премияһы (2013)[3]. Пенсияға сыҡҡас, Венгрияға ҡайта һәм романдар яҙа башлай. 14 фәнгә ҡағылышы булмаған китап яҙа — романдар, эссе һәм өс антология.

Фәнни карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

АҠШ-та Бито Колумбия университеты һәм Пуэрто-Рико университеты профессор — эмериты була. Уның тикшеренеүҙәре һөҙөмтәһендә Латанопрост — глаукоманы дауалау өсөн дарыу булдырыла. 150 артыҡ фәнни хеҙмәт авторы.

Яҙыусы карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

СССР тарҡалғандан һуң Бито Венгрияға ҡайта, яҙыусылыҡ менән шөғөлләнә башлай. Уның тәүге романдары үҙ хәтирәләренә, Венгрия тарихына нигеҙләнеп яҙыла. «Быстрый шаг» (венг. «Istenjárás»), «Пятый всадник» (мадьярса  Az Ötödik Lovas) романдары инглиз телендә яҙыла, тик венгр телендә генә донъя күрә. Библия тарихына нигеҙләнгән «Авраам и Исаак» исемле өсөнсө романы 1998 йылда сыға, һәм уға ҙур уңыш килтерә. Был китап бер нисә телгә тәржемә ителә, Венгрияла уның буйынса пьеса яҙыла, театрҙарҙа спектаклдәр ҡуйыла. «Учение Исаака» һәм «Исаак из Назарета» был сериялағы тәүге романдың фәлсәфәүи идеяларын дауам итә. Уның гәзит һәм журналдарға биргән интервьюлары «Беҙ үҙебеҙҙе үҙебеҙ ҡотҡарырға тейешбеҙ» (мадьярса  Nekünk kell megváltanunk magunkat) йыйынтығында тупланған. «Блаженная жизнь — мирная смерть» (мадьярса  Eutelia – Euthanasia) — авторҙың тормошта һәм үлемдә кеше булып ҡалыу тураһында фәләсәфәүи уйланыуҙары. «Последняя миля» (мадьярса  Az utolsó mérföld) — кешенең үлемгә әҙерләнгән сағы[4].

Танылыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бито исеме Колумбия университетындағы офтальмология кафедраһына бирелгән[2].

Библиография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәнни эштәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • The Ocular and Cerebrospinal Fluids, with Davson H, Fenstermacher JD (Eds.),Academic Press, London, 1977.
  • The Ocular Effects of Prostaglandins and Other Eicosanoids, with Stjernschantz J (Eds), Alan R. Liss, New York, 1989.
  • Ocular Effects of Prostaglandins and Other Eicosanoids (Ed), Special Supplement based on the 9th International PG Symposium (Fort Lauderdale, Florida, 12-13 May 1995) and the ARVO SIG Sessions on Latanoprost (Fort Lauderdale, Florida, 22-23 April 1996). Survey of Ophthalmology Vol. 41, Suppl 2,

Романдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Эссе һәм йыйынтыҡтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Nekünk kell megváltanunk magunkat, Argumentum Kiadó, 2004. ISBN 963-446-288-X.
  • Boldogabb élet — Jó halál, Anthenaeum 2000 Kiadó, 2005. ISBN 963-9471-82-8.
  • Gáspár, Menyhért, Boldizsár, Karácsonyi ős-ökuménia, Ecumenical Chanuka and Christmas story with 30 fullpage color illustrations by Wanda Szyksznian, Jelenkor Kiadó, 2006. ISBN 963-676-409-3
  • Az utolsó mérföld, Jelenkor Kiadó, 2007. ISBN 978-963-676-418-0 (jó halál)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Личный сайт

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. László Bitó - László Bitó's official website Biographical Timeline ». www.laszlobito.com. 20 апрель 2018 тикшерелгән.
  2. 2,0 2,1 Вышгород — Союз Славянских просветительных и благотворительных обществ в Эстонии, 2003. — 588 б.
  3. László Bitó – Helen Keller Foundation (en-US). helenkellerfoundation.org. 20 апрель 2018 тикшерелгән.
  4. Марианна Михайловна Шахнович, Санкт-Петербургский государственный университет Философский факультет Образ рая — Санкт-Петербургское философское об-во, 2003. — 264 б.