Ласточкин Владимир Евгеньевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ласточкин Владимир Евгеньевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Хеҙмәт итеүе Рәсәй
Тыуған көнө 1 апрель 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Екатеринбург, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 25 декабрь 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (36 йәш)
Вафат булған урыны Гудермес[d], Чечен Республикаһы, Рәсәй
Ерләнгән урыны Сибирское кладбище[d]
Уҡыу йорто Урал дәүләт педагогия университеты
Хәрби звание Майор
Һуғыш/алыш Первая чеченская война[d]
Ғәскәр төрө милиция[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһы Геройы Батырлыҡ ордены

Ласточкин Владимир Евгеньевич (1 апрель 1959 йыл — 25 декабрь 1985 йыл) — милиция майоры. Беренсе Чечен һуғышында ҡатнашыусы, Рәсәй Федерацияһы Геройы (1996).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Владимир Евгеньевич Ласточкин — 1959 йылдың 1 апрелендә Свердловск ҡалаһында (хәҙерге — Екатеринбург) тыуған. Олатаһы — Советтар Союзы Геройы Михаил Кырчанов.

1976 йылда Свердловск ҡалаһының № 17 урта мәктәбен тамамлай.

1980 йылда Свердловск педагогия институтын (хәҙер Урал дәүләт педагогия университеты) тамамлай һәм Армия хеҙмәтенә саҡырыла.. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, СССР эске эштәр министрлығы органдарында хеҙмәт итә. Свердловск ҡалаһының Ленин районы эске эштәр бүлексәһендә участка инспекторы булып эш башлай. 1991 -1993 йылдарҙа Свердловск өлкәһе «Росс» спецназ отряды командиры. Владимир Ласточкин етәкселегендә «Росгвардия» отряды ойошторола, шәхси составтың комплектацияһы уҙғарыла, төрлө хеҙмәттәрҙең эше һәм үҙ-ара эш итеүе ойошторола, отряд дислокациялары урыны булдырыла. 1994 йылда Рәсәй эске эштәр министрлығы академияһына уҡырға инә. 1995 йыл Рәсәй эске эштәр министрлығында оперуполномоченный[1].

1995 йылдаың 3 ноябрендә милиция майоры Владимир Ласточкин Чечняға СОБР штаб начальнигы вазифаһында командировкаға китә. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Чечен Республикаһы буйынса таралып бөткән отрядтарҙа була, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүҙе тәьмин итә. Бер нисә тапҡыр ут аҫтына эләгә. Командировкаһының аҙағына яҡынлашҡанда, Гудермес өсөн барған һуғышта Свердловск командиры милиция полковнигы Леонид Валов һәләк була. Валовтың кәүҙәһе сепаратистар менән ҡамалған Гудермес комендатураһында ҡала. Ласточкин Владимир Евгеньевич уның кәүҙәһен сығармайынса ҡайтып китмәҫкә хәл итә. Һуғыш ваҡытында дошман пулемётын юҡ итә, был федераль көстәргә комендатураға үтәргә юл аса. Яралыларҙы һәм һәләк булғандарҙы эвакуциялағанда ул ауыр яралана. 1985 йылдың 25 декабрендә госпиталдә алған йәрәхәттәренән вафат була. Екатеринбургтың Себер зыяратында ерләнә.[1].

Рәсәй Федерацияһы Президентының № Баш 1123 1 август 1996 йыл Указы менән милиция майоры Владимир Евгеньевич Ласточкин юғары исемгә (үлгәндән) Рәсәй Федерацияһы Геройы[1] лайыҡ була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Ласточкин Владимир Евгеньевич. «Герои страны» сайты.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Рәсәй эске эштәр министрлығы РФ Геройы. — Мәскәү, 2002.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]