Латвия Халыҡ фронты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Латвияның Халыҡ фронты битенән йүнәлтелде)
Латвия Халыҡ фронты
Нигеҙләү датаһы июнь 1988
Дәүләт  Латвия
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы общественная организация[d]
Hex-код цвета 9E3039
Латвия Халыҡ фронты музейы

Латвия Халыҡ фронты, ҡыҫҡаса Халыҡ фронты йәғни ЛХФ (латыш. Latvijas Tautas fronte, LTF) — 1988—1993 йылдарҙа Латвиялағы сәйәси хәрәкәт. Башта перестройканы хуплау маҡсатында ойошторолһа, артабан Латвияның СССР составынан сығыу өсөн, уның бойондороҡһоҙлоғо һәм баҙар реформалары өсөн сығыш яһаған. Латвия Халыҡ фронтының беренсе рәйесе — Дайнис Иванс, икенсеһе — Ромуальдас Ражукас, өсөнсөһө — Улдис Аугсткалнс.

Латвия парламентына һайлауҙарҙа еңелгәндән һуң 1993 йылдың июнендә Христиан халыҡ партияһы (латыш. Kristīgā Tautas partija) тип үҙгәртеп ҡорола, ә һуңынан Христиан-демократик союзына (латыш. Kristīgi demokrātiskā savienība) ҡушылған.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ойошторолоуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ фронтын ойоштороу идеяһы 1988 йылдың 1-2 июнендә Ригала уҙған Латвия ижади союздары пленумында күтәрелгән, бындай уҡ инициативалар паралель рәүештә Эстонияла (1988 йылдың апрелендә) һәм Литвала күтәрелгән.

Барлыҡ өс республикаларҙа ойоштороусы съездары алдынан предприятиеларҙа һәм ойошмаларҙа хуплаусы төркөмдәр булдырылған. Мәҫәлән, Эстонияла Халыҡ фронты ойоштороу съезы уҙғарыу алдынан уларҙың иҫәбе 1500-ән артҡан. «Са́юдис» тип теркәлгән перестройка өсөн Литва хәрәкәтенең ойоштороусы съезын меңдән ашыу хуплау төркөмдәре күрһәткән[1].

Латвия Халыҡ фронты 1988 йылдың 8 октябрендә Латвия ССР-ы территорияһында перестройканы хуплау өсөн бөтә халыҡ хәрәкәте булараҡ нигеҙләнгән. Латвиялағы съезд менән бер үк ваҡытта тиерлек Эстония Халыҡ фронты (1—2 октябрҙә) һәм Литвала «Саюдис» хәрәкәте (22—23 октябрҙә) ойоштороу съездары уҙғарылған[1].

Латвия Халыҡ фронтының штаб-фатиры тәүге осорҙа Латвия ССР-ы Яҙыусылар союзы бинаһында урынлашҡан[2].

Латвия Халыҡ фронты үҙ гәзитен — «Atmoda» (Ҡалып:Trr) сығарған, ул латыш һәм урҫ телдәрендә баҫылған. 1988 йылдың 7 октябрендә сыҡҡан тәүге һанында Латвия Халыҡ фронты ойоштороу съезы алдынан яңы хәрәкәт Уставының проекты баҫытырылған.

Эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Латвия Халыҡ фронты булдырылғандан һуң латыш эмиграцияһының төп үҙәктәре әүҙемләшкән. Бөтә донъя ирекле латыштар ойошмаһы конгрессы Латвия Халыҡ фронты менән хеҙмәттәшлек итергә ҡарар иткән, Страсбургта Европарламент менән бәйләнеш булдырыу маҡсатында Мюнстерҙа уның мәғлүмәти бюроһы асылған[3]. 1989 йылдың мартында Стокгольмдә Латвия Халыҡ фронтының бюроһы асылған, шведтар үҙ хөкүмәтен СССР составында Балтик буйын таныған өсөн тәнҡитләй башлайҙар. Шул уҡ йылда Швецияның сит ил эштәре министры Стенс Андерсон үҙ иленең элекке сәйәсәтен хөкөм иткән; шулай итеп ул Балтик буйын СССР-ға ҡушыуҙы танымаған 60 дәүләткә ҡушылған.

Сит илдә йәшәүсе латыштарҙың вәкилдәре Ригаға Латвия Халыҡ фронты идаралығы ултырыштарына килә башлай. Артабан сит ил эштәренә яуаплы Янис Юрканс АҠШ-та, Канадала һәм Бөйөк Британияла йәшәүсе диаспора вәиклдәре менән һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн төркөм ойошторған, унда унан башҡа шулай уҡ Маврик Вульфсон һәм Владлен Дозорцев. Латвия Халыҡ фронты вәкилдәренең сит илгә командировкалары 1940 йылда АҠШ банктарында тотҡарланған Латвия активтары иҫәбенә өлөшләтә финансланған[3].

Латвия Халыҡ фронты Эстонияның Халыҡ фронты һәм «Саюдис» Литва хәрәкәте менән хеҙмәттәшлек иткән. 1989 йылдың 23 авгусында Молотов-Риббентроп пакты төҙөлөүенә 50-йыллығына, бөтә өс хәрәкәт «Балтик юлы» берҙәм акцияһын ойошторған. Ҡулдары менән бер-береһенә тотонған кешеләрҙән барлыҡҡа килгән сылбыр өс республика территорияһы буйлап — Таллинда Оҙон Герман башняһынан Вильнюста Гедимин башняһына тиклем һуҙылған.

СССР халыҡ депутттары съезына делегаттарҙы совет тарихында тәүге ирекле һайлауҙар Латвияла Халыҡ фронтының еңеүе менән тамамлана. Үҙ сиратында А. Н. Яковлев етәкселегендәге Халыҡ депуттары съезы комиссияһы тарафынан Молотов-Риббентроп пактына йәшерен протоколдың булыу факты танылған һәм хөкөм ителгән.

1990 йылғы республика һайлауҙарында Латвия Халыҡ фронты һәм уларҙың союздаштары Юғары Советта өстән икенән ашыу тауыш (201 урындан 138-ен) алған, был Конституцияға үҙгәртеүҙәр индерергә мөмкинлек биргән. 1990 йылдың 4 майында Латвия ССР-ының Юғары Советы тарафынан Бойондороҡһоҙлоҡто тергеҙеү тураһында декларация ҡабул ителгән. Был декларацияның тексын Дайнис Иванс, Анатолий Горбунов һәм Илмар Бишерс 1990 йылдың мартында Мәскәүгә КПСС-тың Үҙәк Комитетының генераль секретары Михаил Горбачёвҡа һәм СССР Министрҙар Советы рәйесе Николай Рыжковҡа алып килгәндәр. Делегация составында ул ваҡыттағы Латвия Министрҙар Советы рәйесе Вилнис Эдвин Бресис та булған[3].

Һайлауҙарҙан һуң Латвия Халыҡ фронты рәйесе Дайнис Иванс парламент вице-спикеры, ә уның урынбаҫары Ивар Годманис хөкүмәт премьер-министры итеп һайланған. Латвия Халыҡ фронтының күп кенә ағзалары хөкүмәттә мөһим вазифаларҙы биләгән.

Хөкүмәттең яңы составын ойошторғанда Ивар Годманис элекке Латвия ССР-ы Дәүләт планы рәйесе Миервалдис Раман менән кәңәшләшкән, шулай уҡ Мәскәүҙә бәйләнештәре булған элекке Латвия ССР-ының Министрҙар Советы рәйесе Вилнис Эдвин Бресисҡа терәлгән.

Годманис үҙенең кабинетына Латвия Халыҡ фронтынан өс кешене индергән — үҙенең урынбаҫары итеп Илмар Бишер, оборона министры итеп Талавс Юндзис һәм сит ил эштәре министры итеп Янис Юрканс тәғәйенләнгән[3].

Эшмәкәрлегенең туҡталыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ фронтының төп сәйәси маҡсатына — Латвияның бойондороҡһоҙлоғон тергеҙеүгә ирешкәндән һуң — ойошма Латвияла иҡтисади реформаларҙы үткәреүсе булған. Социалистик иҡтисадты баҙар шарттарына күсереү бик ауыр булған, һәм Халыҡ фронты етәкселеге халыҡ араһында бик тиҙ популярлығын юғалтҡан. Ойошманың күп кенә эшмәкәрҙәре яңы сәйәси партияларға күскән.

1993 йылдың июнендә Латвия сеймына (парламентына) һайлауҙарҙа Халыҡ фронты тик 2,62 % һайлаусылар тауышын йыйған һәм электораль барьерын үтә алмаған. Латвия Халыҡ фронты Христиан халыҡ партияһы (латыш. Kristīgā Tautas partija) тип үҙгәртеп ҡорола, әммә был уға уңыш килтермәгән. Шунлыҡтан был партия Христиан-демократик союзына (латыш. Kristīgi demokrātiskā savienība) ҡушылған. Латвия Халыҡ фронтының күп кенә элекке әүҙемселәре хәҙерге Латвия сәйәсәтендә мөһим роль уйнайҙар.

Ригала Вецпилсетас урамы, 13/15 адресы буйына Латвия Халыҡ фронты музейы асылған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Арнольд Клауцен «Песенная революция», «цветная революция» или контрреволюция? // IMHOclub.lv : дискуссионный портал. — 2018.
  2. Марина Костенецкая, Сергей Мазур К 20-летию легендарного Пленума творческих союзов Латвии. // «Русский мир и Латвия» : Альманах. — 2009. — Т. 6. — С. 49—54.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Владлен Дозорцев. Другой Юрканс. — Воспоминания. — Рига, 2018. — С. 27. — 440 с. — ISBN 978-9934-8686-1-0.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:История Латвии