Латипова Земфира Үзбәк ҡыҙы
Латипова Земфира Үзбәк ҡыҙы | ||
| ||
---|---|---|
апрель 2019 йыл — ноябрь 2021 йыл | ||
Тыуған: | 26 февраль 1955 Туймазы районы Ярмунса | |
Үлгән: | 24 ноябрь 2021 (66 йәш) Өфө | |
Белеме: | Башҡорт дәүләт университеты | |
Профессияһы: | юрист | |
Наградалары: |
Латипова Земфира Үзбәк ҡыҙы (26 февраль 1955 йыл—24 ноябрь 2021 йыл) — хоҡуҡ белгесе, беренсе класлы судья. 1988 йылдан Башҡортостан Республикаһы Юғары суды судьяһы, 2019 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Юғары суды рәйесе. Судьяларҙың 9-сы Бөтә Рәсәй съезы делегаты (2016). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнеүсе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Земфира Үзбәк ҡыҙы Латипова 1951 йылдың 26 февралендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Ярмунса ауылында тыуған. Тәфтишсе һөнәре уның бала саҡтан уҡ хыялы була. Мәктәптә уҡыған йылдарында детективтар менән мауыға, яратҡан әҫәре «Шерлок Холмс тураһында яҙмалар» була. Шулай уҡ мәктәптә ул Рәсәй тарихы менән мауыға. Мәктәпте тамамлағандан һуң Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университетына (хәҙер Өфө фән һәм технологиялар университеты) уҡырға инә. Уҡыуын 1978 йылда «Хоҡуҡ белгесе» һөнәре буйынса тамамлай[1].
1982 йылдан Башҡортостан Республикаһының суд структураһында эшләй башлай. Алты йылдан һуң ул Башҡортостан Республикаһының Юғары судына күсә. 2019 йылдан 2021 йылға тиклем Юғары суд рәйесе вазифаһында эшләй.
2021 йылдың 24 ноябрендә Земфира Үзбәк ҡыҙы коронавирус инфекцияһынан вафат була[1].
Карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Земфира Үзбәк ҡыҙы Латипова университеттың юридик факультетында уҡыған ваҡытта уҡ комсомол линияһы буйынса әүҙем эш алып бара. Уның беренсе вазифаһы — халыҡ судьяһы.
Юғары квалификациялы юрист Земфира Үзбәк ҡыҙы 39 йылдан ашыу суд системаһында[2]:
1982—1987 йылдарҙа Ҡырмыҫҡалы район халыҡ суды судьяһы вазифаһында[2]
1987—1988 йылдарҙа Өфө ҡалаһының Орджоникидзе район халыҡ суды судьяһы[2]
1988 йылда Башҡортостан Республикаһы Юғары суды судьяһы була. 2009 йылда республиканың Юғары суды рәйесе урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнә[2].
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән Земфира Латипова 2019 йылдың апрелендә Башҡортостандың Юғары судына етәкселек итә башлай[3].
2016 йылда Земфира Үзбәк ҡыҙы Латипова IХ Бөтә Рәсәй судьялар съезында делегат функцияһын башҡара. 2010 йылда ул масштаблы проекттың кураторы итеп тәғәйенләнә, уның маҡсаты — Башҡортостан судтарында ювеналь юстиция структураһының айырым элементтарын суд производствоһына этаплап индереү. Даими докладтар менән сығыш яһай, тематик конференцияларҙа, кәңәшмәләрҙә ҡатнаша. Земфира Латипова Башҡортостан Республикаһында присяжныйҙар институтын булдырыуҙа туранан-тура ҡатнаша.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы[1]
- II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы[1]
- II дәрәжә «РФ суд системаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» миҙалы[1]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Латыпова Земфира Узбековна, mkset.ru (2022-02-4). 20 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Своими словами: Земфира Латыпова, zasudili.ru (24 ғинуар 2020). 20 май 2025 тикшерелгән. 2025 йыл 22 май архивланған.
- ↑ Башҡортостандың Юғары суды рәйесе Земфира Латипова вафат, bash.bashinform.ru (24 ноябрь 2021). 20 май 2025 тикшерелгән.