Латипов Мәркәз Карам улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Латыпов, Марказ Каррамович битенән йүнәлтелде)
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Латипов Мәркәз Карам улы
Заты ир-ат
Тыуған көнө 18 март 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР[d], Башҡорт АССР-ы, Бәләбәй кантоны, Чукадытамакская волость[d], Балтай
Вафат булыу көнө 17 ғинуар 1999({{padleft:1999|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (72 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Башҡортостан, Өфө
Балалары Валерий Латыпов[d]
Һөнәр төрө инженер
Уҡыу йорто Национальный университет «Львовская политехника»[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]

Латипов Мәркәз Карам улы (18 март 1926 — 17 ғинуар 1999) — хужалыҡ эшмәкәре, нефтсе. Ленин (1964), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1959) ордендары кавалеры. Нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре, РСФСР-ҙың (1986), БАССР-ҙың (1976) атҡаҙанған нефтсеһе, СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1976), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1974).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәркәз Карам улы Латипов 1926 йылдың 18 мартында БАССР-ҙың Бәләбәй кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы) Балтай ауылында күп балалы уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, Львов политехник институтына уҡырға инә һәм 1950 йылда «тау инженеры» һөнәре алып уңышлы тамамлай.

Диплом алғандан һуң йәш белгс хеҙмәт юлын Ишембай быраулау контораһында башлай һәм алты йыл эсндә инженер-быраулаусы булараҡ формалашыуҙың бөтә баҫҡыстарын үтә. Латипов тиҙ арала бик яҡшы блгес һәм ойоштороусы булып таныла.

Башҡортостандың 77 ятҡылығында 7 меңдән ашыу скважинаны төҙөүҙә ҡатнаша. Карташевка ятҡылығында уның етәкселеге аҫтында донъя практикаһында тәүге тапҡыр күп забойлы скважиналар быраулау тормошҡа ашырыла. БАССР-ҙа ауыш быраулау ысулына нигеҙ һала.

1950—1956 йылдарҙа — «Ишембайнефть» тресында: өлкән инженер, разведка етәксеһе, производство-техник бүлек етәксеһе; 1956—1964 йылдарҙа — директоры, 1964—1970 йылдарҙа — «Туймазабурнефть» тресы идарасыһы; 1970—1981 йылдарҙа ген. — Өфө быраулау эштәре идараһы етәксеһе; 1981—1991 йылда — «БашНИПИнефть» («Башнефть» производство берекмәһе составындағы ғилми-тикшеренеү институты) өлкән ғилми хеҙмәткәре.

20 баҫма эш һәм 3 асыш авторы. Ленин (1964), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), «Почет Билдәһе» (1959) ордендары менән бүләкләнгән.

Уның улы Валерий — инженер-төҙөүсе, техник фәндәр докторы (1998), профессор (1999).

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Өфөлә Мәркәз Карам улы йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ленин (1964), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), «Почет Билдәһе» (1959) ордендары.
  • Нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре
  • РСФСР-ҙың (1986), БАССР-ҙың (1976) атҡаҙанған нефтсеһе
  • СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1976)
  • СССР-ҙың почетлы нефтсеһе (1974)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ишембай энциклопедияһы. Өфө: Башҡорт энциклопедияһы, 2015, С. 339.