Латыш ваҡытлы милли советы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
ЛВМС ҡулланған латыш милли флагы
Ваҡытлы милли советы рәйесе Волдемар Замуэлс

Латыш ваҡытлы милли советы (латыш. Latviešu Pagaidu Nacionālā padome) Латвия власть органы, 1917 йылдың ноябрь-декабрендә Латвияның Рәсәйҙән бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәше барышында латыш милли партиялары һәм ойошмалары тарафынан булдырыла.

Советты ойоштороу көнө тураһында мәсьәлә бәхәсле булып ҡала, төрлө сығанаҡтарҙа 26 октябрь, 29 ноябрь, 2 декабрь даталары күрһәтелә.

Ойошторолоуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Милли ҡарашлы латыш сәйәсмәндәре араһында милли совет булдырыу кәрәклеге тураһында фекер Риганы 1917 йылдың сентябрендә Риганы юғалтыуҙан һуң формалаша. Ошо ай аҙағында граждандар сәйәсмәндәре бөтә халыҡ исеменән эш алып барырлыҡ латыш сәйәси үҙәген булдырыу мөмкинлеге тураһында консультациялар башлай.

Улар Рәсәй Ваҡытлы хөкүмәтенең Риганы һаҡлап ҡала алмауы һәм уның латыш сәйәсмәндәре менән диалог башларға теләмәүе менән килешмәй. Икенсе яҡтан, латыш большевиктарының позициялары ҡырҡа көсәйә, әммә уларҙы милли мәсьәлә ҡыҙыҡһындырмай[1].

1917 йылдың 26 октябрендә Петроградта латыш сәйәси партиялары һәм йәмәғәт ойошмаларының ултырышы үтә, улар Латыш ваҡытлы милли советын булдырыуға әҙерләнә. Ойоштороу сессияһынулар тәүҙә 1 ноябрҙә Валмиерҙа үткәрергә йыйына. Әммә большевиктар түңкәрелеше пландарҙы ҡайтанан ҡарарға һәм ойошманы булдырыуҙы өс аҙнаға кисектерергә мәжбүр итә[2]. Партиялар һәм йәмәғәт ойошмалары Валкаға күсә, унда 19 ноябрҙән 2 декабргә тиклем ултырыш үтә. Әлеге ултырышта ЛВМС Латвия Конституция йыйылышы саҡырылғанға тиклем латыш халҡы мәнфәғәттәрен яҡлаусы берҙән-бер һәм тулы хоҡуҡлы орган тип иғлан ителә, Уның бурысы — Латвия Конституция йыйылышын саҡырыу, автономия проектын әҙерләү һәм латыш ерҙәрен территориаль берләштереү[3].

Эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1917 йылдың 2 декабрендә ЛВМС Латвияның үҙбилдәләнеше тураһында декларация ҡабул итә; Видземе, Курземе һәм Латгалия төбәктәренең статусы билдәләнә, улар Совет яҡлылар контроле аҫтында була. Ул Латвияла юғары законлы власть органы булып тора, 1918 йылдың июленән был уның документтарында ла күрһәтелә. ЛВМС-тың эшмәкәрлегенә Исколат большевиктары ҡаршы сыға. 1918 йылдың 1 ғинуарында улар Совет эшмәкәрлеген рәсми рәүештә тыя, әммә ҡарарға ҡул ҡуйылмай ҡала һәм Совет үҙ эшен дауам итә[4]. Шул уҡ айҙа ЛВМС-тың ултырышы Петроградта үтә, унда бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итеү мәсьәләһе тикшерелә[5]. Совет ҡасаҡтарға ярҙам күрһәтеү буйынса Латгалия комитеты бинаһында (Ҡазан урамы, 52) йыйыла[6], әммә һуңыраҡ хәүефһеҙлек маҡсатында сессияны үткәреү урыны (Подольск урамы, 2) алмаштырыла. Совет Брест солохона[7] һәм немецтар тарафынан Курляндияны аннексиялауға[8] үҙ ризаһыҙлығын белдерә. Әммә Латвияның күп кенә сәйәсмәндәре Латвияның күп сәйәсмәндәре Германия менән союз яҡлы булһа ла, Антанта яғына ауыша.

1918 йылдың 30 ғинуарындағы резолюция[6][үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

ЛВМС 30 ғинуарҙа 23 «ыңғай» һәм бер тауыш менән «ҡаршы» (Янис Залитис) тауыш менән солох һәм Латвияның халыҡ-ара мәсьәләһе буйынса резолюция ҡабул итә. Уның тексы түбәндәгесә:

Бөтә донъя демократияһы иғлан иткән халыҡтарҙың үҙбилдәләнеше хоҡуғына нигеҙләнгән Латыш ваҡытлыса милли советы:

1. Латвия Курзема, Видземе һәм Латгалияны берләштергән бойондороҡһоҙ, демократик республика булырға тейешлеген таный;

2. Латвияны бүлеү буйынса теләһә ниндәй ынтылыштарға ҡаршы сыға, , айырыуса, беренсе һәм ныҡышмалы талап — Латвияның территориаль һәм этнографик бүленешһеҙлеге;

3. Халыҡтарҙың үҙбилдәләнешен боҙорға маташҡан тыныслыҡ килешеүенә ҡаршы протест белдерә; һәм, ниһайәт,

4. Һуғыш шарттары һәм оккупация баҫымы аҫтында халыҡ ихтыярын үтәүҙе ғәйепләй.

1918 йылдың икенсе яртыһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

23 октябрҙә Бөйөк Британия хөкүмәте, Париж тыныслыҡ конференцияһы ҡараҙар сығарғанға тиклем, Латыш ваҡытлы милли советын Латвия хөкүмәте булараҡ ваҡытлыса таный. Әлеге ҡарар 11 ноябрҙә Британия Сит ил эштәре министрлығының рәсми нотаһы менән рәсмиләштерелә. Шулай итеп, Латыш ваҡытлы милли советы латыш халҡы мәнфәғәттәрен законлы рәүештә яҡлаған Латвия хөкүмәте тип таныла[3]. 11 ноябрҙә Германия менән Антанта араһында килешеүгә ҡул ҡуйыла, был латыштарға бойондороҡһоҙ Латвия булдырырға мөмкинлек бирә. 17 ноябрь ЛВМС, Демократик блок һәм ҡайһы бер башҡа партиялар вәкилдәре, ҡатмарлы һөйләшеүҙәрҙән һуң, ваҡытлыса парламент — Латвия халыҡ советын — төҙөй. 1918 йылдың 18 ноябрендә әлеге Совет тарафынан бойондороҡһоҙ һәм демократик Латвия Республикаһы иғлан итә[9].

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Янис Шилиньш. Что и почему нужно знать о первом шаге к независимости Латвии. Rus.lsm.lv (29 ноябрь 2017).
  2. Янис Шилиньш, историк. Что и почему нужно знать о том, как большевики взяли власть в Видземе и Латгалии. Rus.lsm.lv (9 ноябрь 2017).
  3. 3,0 3,1 Латвия в 1917—1919 годах — Вексиллография. Дата обращения: 14 февраль 2015. Архивировано 23 сентябрь 2020 года.
  4. Valka — Latvijas neatkarības šūpulis 2018 йыл 3 май архивланған. Aija Priedīte. valka.lv
  5. Šulcs L. Atskats uz Latvijas valstiskās idejas izveidošanos // Tieslietu Ministrijas Vēstnesis, 1926, Nr. 7/8, 288. — 291. lpp.
  6. 6,0 6,1 Янис Шилиньш. Что и почему нужно знать о петроградской декларации независимости Латвии. Rus.lsm.lv (30 ғинуар 2018).
  7. Янис Шилиньш. Что и почему нужно знать о выходе России из Первой мировой войны. Rus.lsm.lv (3 март 2018).
  8. Latviešu Nacionālās Padomes protests pret Brestļitovskas miera līgumu un Kurzemes aneksiju. Дата обращения: 14 февраль 2015. Архивировано из оригинала 29 ғинуар 2011 года.
  9. Смирин Г. Основные факты истории Латвии. — 2-е изд. — Рига: SI, 1999. — 141 с. — ISBN 9984–630–36–6. Архивировано 12 ноябрь 2009 года.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Latvijas Brīvības cīņas 1918—1920. Enciklopēdija. Rīga:Preses nams, 1999.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]