Лау Джон Джау

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лау Джон Джау
ҡыт. 刘峻周
Рәсем
Зат ир-ат
Тыуған көнө 1870
Тыуған урыны Гаояо[d], Чжаоцинская управа[d], Гуандун[d], Цин империяһы
Вафат булған көнө 1939
Вафат булған урыны Харбин[d], Маньчжоу-го[d]

Лю Цзюньчжоу (ҡыт. упр. 刘峻周, пиньинь: Liú Jùnzhōu, 1870—1939) — ҡытай подданныйы, сәй үҫтереү һәм эшкәртеү буйынса белгес, 1893—1926 йылдарҙа Чаквиҙа сәй плантациялары идарасыһы булып эшләй. Грузин сәйен етештереүҙә төп роль уйнай. Сәй үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн Станислав һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.

Иртә йылдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лю Цзюньчжоу 1870 йылда Гуандун провинцияһында тыуа, тыуғанда Лю Чжаопэн исемен ала (ҡыт. трад. 刘兆彭). Сығышы менән хакка халҡы вәкиле. Улар үҙ заманында Гуандунға Хунань провинцияһынна килә һәм Хань империяһына нигеҙ һалған Лю Банға тиклем 76 быуын шәжәрәһенә эйә була. 1885 йылда, ун биш йәшендә, ул Чжэцзянға сәй эштәренә өйрәнергә китә, 1888 йылда Рәсәйҙең сәй һатыусы сауҙагәре Константин Абрамович Поповтың вариҫы һәм эшен дауам итеүсе туғаны Константин Семенович Попов менән таныша[1]. 1893 йылдың ноябрендә К. С. Поповтың саҡырыуы буйынса Лю Цзюньчжоу 10 белгес менән Батумиға ҡала ситендә сәй плантациялары булдырыу өсөн килә[2].

Рәсәй империяһында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡытай белгестәре менән бергә үҫентеләр һәм сәй ҡыуаҡтары орлоҡтары ла килә. Улар Попов алған ерҙәргә ултыртыла. 1896 йылда Джон Джау (Лю Цзюньчжоу кириллицала исемен шулай яҙа) Чаквиға ғаиләһен дә алып килә. Шул уҡ йылда ул Кавказда үҫтерелгән япраҡтарҙан беренсе сәй әҙерләй, ә 1900 йылда Поповтың плантациялары сәйе Парижда Бөтә донъя сауҙа-сәнәғәт күргәҙмәһендә алтын миҙалға лайыҡ була.

Батуми эргәһендәге Удел ведомствоһында сәй тултырыу фабрикаһы, 1909—1915 йылдар тирәһе. Сергей Прокудин-Горский архивынан

Поповтың уңышы дәүләттең сәй эшенә аҡса һалыуына нигеҙ булып тора. 1901 йылда Лау Джон Джау Чаквала сәй плантациялары булдырған Удел ведомствоһының саҡырыуын ҡабул итә һәм дәүләт Чаква сәй факторияһы мөдире сифатында дәүләт хеҙмәтенә күсә[3]. 1908 йылда Лау Джау Джон империя мәнфәғәтенә оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткән өсөн өсөнсө дәрәжә Станислав ордены менән наградлана һәм Рәсәй орденына лайыҡ булған беренсе Ҡытай подданныйы була[2].

1911 йылда властарҙың рөхсәте менән Лау Джон Джау Батуми эргәһендә ер ала һәм үҙенең шәхси сәй плантацияһын ойоштора, «Джон Лау Джау» сәйен сығара башлай[1].

1917 йылғы революциянан һуң[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беренсе донъя һуғышы һәм унан һуңғы Грузияны СССР составында индереүгә килтергән низағтан һуң, дәүләт һәм шәхси сәй плантациялары бушап ҡала, һөҙөмтәлә улар яңы власть ҡулына күсә. 1921 йылда Аджарияла совет власы ныҡлы урынлашҡандан һуң, Лау Джау Джон Аджар АССР-ының Наркомземына эшкә алына һәм Грузияла сәй етештереүҙе тергеҙеүҙә ҡатнаша[3]. 1925 йылда сәй етештереү тармағындағы хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн яңы власть уны Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләй[2].

Лау Джон Джау сәй тармағын механизациялауға һәм интенсификациялаштырыуға ышанмай, элеккесә ҡул хеҙмәтенә һәм традицион ҡоралдарға өҫтөнлөк бирә. Уның бандай ҡааршы ҙур күләмдә осһоҙло сәй етештереүҙе талап иткән совет власы сәйәсәтенә тура килмәй һәм ул эштәге коллегаларының, матбуғаттың тәнҡитенә дусар була. Уны үҫешкә ҡамасаулауҙа ғәйепләйҙәр[4]. Лоу Джон 1926 йылда тәҡдим ителгән совет гражданлығынан баш тарта һәм кире Ҡытайға ҡайта. 1939 йылда Харбинда вафат була.

Вариҫтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лау Джон Джауҙың биш балаһы була: ике ул һәм өс ҡыҙ. Улар өсөн рус теле икенсе туған тел була, улар Батуми гимназияһын тамамлай. Өлкән улы Лю Шаочжа Петербург университетының физика-математика факультетында юғары белем ала һәм Рәсәйҙәге, Ҡытайҙағы революцион ваҡиғаларҙа әүҙем ҡатнаша. Ҡытайға ҡайтҡандан һуң Лау Джон Джауҙың балалары һәм башҡа вариҫтары рус телен юғалтмай, Ҡытайҙың алдынғы университеттарында рус телен уҡыта[5].

Чаквиҙа Лау Джон Джау ҡытай стилендә төҙөгән йорт, 2020 йылға ҡарата, дәүләт милкен булып иҫәпләнә. Лау Джон Джауҙың архив әйберҙәрени Батумиҙа Аджария дәүләт музейында күрергә мөмкин.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]