Лачплесис
[[Файл:Лачплесис 4.JPG|thumb|Ригала Азатлыҡ һәйкәлендә Лачплесис барельефы
«Лачплесис» (латыш. Lāčplēsis, тәржемәһе — айыуҙы өҙгөсләүсе) — латыш героик эпосы, Андрей Пумпур халыҡ риүәйәттәре нигеҙендә тергеҙгән һәм, эпос өҫтөндә 15-йыл эшләгәндән һуң, 1888 йылда баҫтырып сығарған. Эпостың төп герой образы, Лачплесис, халыҡтың бөйөклөгөн, уның батырлығын кәүҙәләндерә. Ерен илбаҫарҙарҙан таҙартҡан кеше батырлығын сағылдыра.
Латвияла 11 ноябрҙә дәүләт байрамы, Лачплесис көнө — Латвияны азат итеү өсөн һәләк булған геройҙарҙың хәтер көнө билдәләнә. 1919 йылда был көндә Латвия Ригаға һөжүм итеүсе Бермондт-Авалов ғәскәренең һөжүмен кире ҡаға.
Пумпур әҫәренең тәүге тексы мотивтары буйынса бер нисә башҡа әҫәр ижад ителгән: Ян Райнистың «Ут һәм төн» драмаһынан алып (1905) «Лачплесис» рок-операһына тиклем (1988, Мар Залите либреттоһы, Зигмарс Лиепиньш музыкаһы).
Латвияла бер килке халыҡ ҡулланыуы тауарҙары Лачплесис исемен йөрөтә, мәҫәлән, «Лачплесис» һыраһы[1].
Юрмалала, Майори тимер юл станцияһы янында, аждаһаны тураҡлаусы ҡылыс күтәргән Лачплесис һәйкәле ҡуйылған. (Башта был фонтан була: аждаһа ауыҙынан һыу ағымы Лачплесис ҡалҡанына һиптерә, ә түңәрәк буйынса ҙур әрмәнделәр ултыра, уларҙан батырҙың аяҡтарына һыу һиптерелеп торған булған).
Кинематографта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Лачплесис» (Латвия, 1930) — режиссёр Александр Рустейкистың тауышһыҙ киноһы. Кинокартина Латвия Республикаһы бойондороҡһоҙлоғоноң ун йыллыҡ юбилейына бағышланған була. Премьера 1930 йылдың 3 мартында үтә[2]. Фильмда, XIII быуатта тевтон илбаҫарҙарына ҡаршы торған Латыш милли эпосы геройы Лачплесис менән XX быуатта Рәсәй хакимлығына ҡаршы көрәшсе булған хәҙерге заман геройы Янис Ванагс (латыш. Vanags; «ҡарсыға») араһында параллель үткәрелә .
Филателия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Почта маркаһы Лачплесис Латвия, 1995 йыл
-
Лачплесис почта маркаһы СССР, 1989 йыл
Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Спидола
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Пиво «Lāčplēsis»
- ↑ Дита Риетума. Лачплесис (1930) . 2016 йыл 17 апрель архивланған.(урыҫ.).
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Эпос тексы (латыш.)(латыш.)
- Фильм «Лачплесис» (латыш., урыҫ субтитрҙары менән)