Лаҡлы мәктәбе музейы
Лаҡлы мәктәбе музейы | |
Нигеҙләү датаһы | 9 май 1982 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Лаҡлы ауылы |
Лаҡлы урта мәктәбе музейы — музей. Башҡортостан Республикаһы Салауат районының Лаҡлы мәктәбендә ойошторолған. Ул 1982 йылдың 9 майында тәүҙә крайҙы өйрәнеү мөйөшө булараҡ асыла. 1985 йылдың 9 майында, Еңеүҙең 40 йыллығын байрам иткәндә, Лаҡлы урта мәктәбе музейы мәҙәниәт йортоноң икенсе ҡатына күсерелә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Музей Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, 1977—1991 йылдарҙа Лаҡлы урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән Абдуллина Миңһылыу Фәйзрахман ҡыҙы башланғысы менән ойошторола.
1977 йылда Лаҡлы мәктәбендә эшләй башлау менән, Абдуллина Миңһылыу Фәйзрахман ҡыҙы, рус теле дәрестәре менән тарих фәнен уҡытыуҙы ла ышанып тапшырғас, мәктәптә тарих кабинетын биҙәү эшенә тотона. Артабан, уҡыусылар аша ауыл халҡы, уның үткән тарихи юлы менән таныша башлағас, тыуған яҡты өйрәнеү музейын булдырыу теләге нығына.
Абдуллина М. Ф. «Ҡыҙыл ҡәнәфер» эҙәрмәндәр клубын ойоштора, уҡыусыларын ауыл ҡарттары менән осрашытырып, өйҙән-өйгә йөрөп өлкән йәштәге кешеләрҙең хәтирәләрен яҙып алдылар. Әңгәмәселәр араһында өс һуғыш ветераны Ғаффаров Нәсих олатай, колхоз төҙөлөшө хаҡында һөйләүсе башҡа шаһиттар байтаҡ булды.
Лаҡлы ауылынан Бөйөк Ватан һуғышы фронттарына дүрт йөҙҙән ашыу ир-егет китә, шуның яртыһынан күбеһе яу ҡырҙарынан әйләнеп ҡайтмай. Һуғышта ҡатнашҡандарҙың онотола барған исемдәрен тергеҙә, һаҡланған фотоларының күсермәһен эшләй улар. Лаҡлы ауыл Советының эш башҡарыусылары ла эҙәрмәндәр туплаған мәғлүмәт буйынса баҫыласаҡ «Хәтер» китабына тулыраҡ материал бирә.
1982 йылда, коллегалары, йәмәғәтселек ярҙамы менән, элекке мәҙрәсә, һуңынан крәҫтиән йәштәре мәктәбе булған, иҫке ағас йортта крайҙы өйрәнеү мөйөшөн ойоштороп ебәрҙе. Бында хеҙмәт дәрестәренә ҡулайлаштырылған оҫтахана-кабинеттар ҙа эшләй ине был ваҡытта.
Нигеҙ һалынған ошо кескәй мөйөш эстәлекле экспонаттарға байый барҙы. Биҙәнеү әйберҙәре — алҡа, беләҙектәр, туҡыу станогы, самауыр, һауыт-һаба, төрлө дәүер аҡсаларын, патефон килтерә халыҡ.
1985 йылдың 9 майында, Бөйөк Еңеүҙең 40 йыллығын билдәләгән көндәрҙә, мәҙәниәт йортоноң икенсе ҡатында Лаҡлы урта мәктәбенең Крайҙы өйрәнеү музейы тантаналы асыла. Уға аҡ чехтар болаһы ваҡытында ҡорбан булған Златоуст өйәҙенең милли эштәр буйынса комиссары Хамматов Шәрифулла Хәбибулла улы исемен (урындағы колхоз да был исемде йөрөтә ине) бирергә тигән тәҡдим була.
Абдуллина М. Ф. төҙөгән сценарий буйынса «Бөтә йөрәктән» тигән тантаналы байрам иртәнән алып кискә тиклем дауам итә. Почётлы урынды Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары биләй. Рьянов Ғәлимйән Рьян улы — 112-се кавалерия дивизияһы яугире. Лаҡлы мәктәбенең математика уҡытыусыһы Зиннуров Мөнир Кёнигсберг ҡәлғәһен алыуҙа ҡатнашҡан. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, элекке уҡытыусы Низаев Рәхимйән һ. б. ветерандар.
Тантанала шулай уҡ ул ваҡытта Мәскәүҙә йәшәүсе шағир Львов Михаил Давыдовичтың (Рәфҡәт Дәүләтша улы Ғәбитов) Силәбе ҡалаһынан килгән бер туған ҡустыһы Рәшит Дәүләтша улы Ғәбитов та ҡатнашты. Етем балалыҡ йылдарын улар Лаҡлылағы туғандарында үткәргән, Лаҡлы мәктәбендә бер ни тиклем уҡыған.
Был изге эштән бер кем дә ситтә ҡалманы, музейҙы биҙәүҙә мәктәптең бөтә уҡытыусылары ла ҡатнаша. Хеҙмәт һәм һынлы сәнғәт уҡытыусылары экспозиция өсөн быяла витриналар, портреттар өсөн рамдар, рәссам тәҙрәләргә витраждар яһай. Хатта, тимер мейес ҡуйылып, блиндаж да ҡорола. Музей етәксеһе һәм эҙәрмәндәр үҙҙәре тексы ҡулдан яҙып, фотолар ҡуйып, альбомдар төҙөй.
Бер аҙҙан Лаҡлы урта мәктәбе музейы 5304-се һаны аҫтында Республика каталогына ла индерелә.
Музейҙың бай материалдарына таянып, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа әүҙем ҡатнаша Лаҡлы мәктәбе уҡыусылары. 1986 йылдың 26-27 мартында Абдуллина М. Ф. етәкселегендәге мәктәп делегацияһы Салауат ҡалаһында «Ватан юлдары буйлап» маршруты буйынса Йәш крайҙы өйрәнеүселәр конференцияһында ҡатнаша.
1984 йылда Лаҡлы мәҙәниәт йортонда комиссар Хамматов Шәрифулла Хәбибулла улының 90 йәшен, 1986 йылдың 15 ноябрендә Нурулла Зиннуровтың 85 йәшен тантаналы рәүештә билдәләне яҡташтары. Юбилей кисәһенә Өфөнән Нурулла Зиннур улы Зиннуровтың улы Гранит Нурулла улы Зиннуров һәм Салауат районы Әлкә ауылында йәшәүсе Мөхәмәт Зиннуровтың балалары саҡырылғайны. Был сараны тормошҡа ашырыуҙа крайҙы өйрәнеүсе уҡытыусы Абдуллина Миңһылыу Фәйзрахман ҡыҙының роле ҙур булды. Нурулла Зиннуровтың Шәрифулла Хамматовҡа һәм дружинаһына арнап яҙылған «Тормош ҡорбандары» пьесаһын сәхнәләштереүҙе, «ташҡа баҫылмаған, рецензия яҙылмаған» тип, Салауат район комитетының ул саҡтағы идеология буйынса 3-сө секретары Кәримова Мәрйәм Ғатаулла ҡыҙы тыйҙы. Күрәһең, был осорҙа үҙгәртеп ҡороу йылдары башлана ғына ине.
Абдуллина М. Ф. юллауы буйынса, Салауат район башҡарма комитетының 1987 йылдың 20 апрелендәге 20-се һанлы ҡарары менән Лаҡлы ауылының бер урамына Нурулла Зиннуров исеме бирелде.
1991 йылдың июнь айында Лаҡлы колхозының 60 йыллығын тантаналы билдәләгәндә, Шәрифулла Хамматов исемендәге колхоз рәйесе Шиһаев Альберт өсөн, музейҙа тупланған колхоз тарихы материалдарына нигеҙләнеп, сығыш тексы төҙөлдө[1].
Миңһылыу Фәйзрахман ҡыҙы, Лаҡлынан күсеп киткәнлектән, 1991 йылдан алып хаҡлы ялға киткәнсе, исеме «Йәдкәр» тип үҙгәртелгән мәктәп музейын, заман талаптарын тура килтереп биҙәп, материалдарҙы компьютер баҫмаһына күсереп, яңы мәғлүмәттәр менән тулыландырып, татар теле уҡытыусыһы Хәйретдинова Зәлиә Фәйзрахман ҡыҙы, ҡәҙерләп, тәртиптә тотто.[2]
Әлеге мәлдә Лаҡлы урта мәктәбенең, иҫке бинаһы бөтөнләй емерелеп, яңы мәктәп бинаһы төҙөлөп ятыу сәбәпле (Лаҡлы мәктәбе 2019/2020, 2020/2021 уҡыу йылын Урмансы ауылындағы филиалы бинаһында дауам итә), Музей экспонаттары ваҡытлыса Мәҙәниәт йорто бинаһында һаҡлана.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Лаҡлы
- Лаҡлы (Әй ҡушылдығы)
- Лаҡлы мәмерйәһе
- Хамматов Шәрифулла Хәбибулла улы
- Зиннуров Нурулла Зиннур улы
- Львов Михаил Давыдович
- Резеда Вәлиева
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Йүрүҙән» гәзитендә 1982-1995 йылдарҙа баҫылған мәҡәләләр.
- Абдуллина М. Ф. Лаҡлы музейы тарихынан (шулай уҡ Ленин ордены менән наградланған батыр Мәғсүм Абдуллин тураһында) - Йүрүҙән, 2005, 25-се һан, 23 март.
- Хәйретдинова З. Ф. Ете тамырым — алтын шәжәрә. — Йүрүҙән, 2007, 50-се, 23 июнь.
- Хәйретдинова З. Ф. Мәктәп музейы — тәрбиә усағы. — Йүрүҙән, 2007, 99-сы, 8 декабрь.
- Абдуллина М. Ф. «Бәлки, мине үлтерерҙәр…» (Н. З. Зинуров тураһында) — Совет Башҡортостаны, 1989, 192-се һан, 20 август.
- Латипова Г.Ә. Салауат тоҡомдары Лаҡлы ауылында. — Йүрүҙән, 2007, 75-се һан, 19 сентябрь.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Зинуров Г. Н. История села Лаклы, Уфа, 2004.
- Зинуров Г. Н. Тропой судьбы (документальная повесть). Уфа: «АльфаРеклама», 2015.
- Зинуров Г. Н. Имамы села Лаклы, Уфа, издательство «Исламский университет», 2010.
- Зинуров Г. Н. Нурулла Зиннуров (очерк) — Возвращённые имена
- Зинуров Г. Н. След на земле. — Ленинское знамя, 1980, 30 август.
- Исламшин Р. Әйле крайы тарихынан. — Йәшлек, 1997, 8 июнь.
- Абдуллина М. Ф. Бөтә тормош юлы өлгө уларҙың. — Йүрүҙән, 2002, 25 май.
- Абдуллина М. Ф. Миңһылыуҙың бәхете. — Башҡортостан, 2008, 26-сы һан, 9 февраль.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Львов Михаил Давыдович]