Лебедева Татьяна Романовна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лебедева Татьяна Романовна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Хеҙмәт итеүе Рәсәй
Тыуған көнө 21 июль 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[1] (47 йәш)
Тыуған урыны Стәрлетамаҡ, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө еңел атлет, сәйәсмән, дәүләт эшмәкәре
Биләгән вазифаһы Федерация Советы ағзаһы[d]
Уҡыу йорто Волгоград дәүләт физик культура академияһы
Спорт командаһы ағзаһы Центральный спортивный клуб армии[d]
Масса 63 килограмм
Спорт төрө Еңел атлетика
Спорт дисциплинаһы Оҙонлоҡҡа һикереү һәм тройной прыжок[d]
Ҡатнашыусы Олимпиада уйындары 2012, Летние Олимпийские игры 2008[d], Йәйге Олимпия уйындары 2004[d] һәм Йәйге Олимпия уйындары 2000[d]
Хәрби звание подполковник[d]
Ойошма ағзаһы Федерация Советы
Баш тренер Догонкин, Вячеслав Александрович[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Дуҫлыҡ ордены II  дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы Почёт ордены
Бейеклеге/буйы 171 сантиметр
 Лебедева Татьяна Романовна Викимилектә

Ле́бедева Татья́на Рома́новна (21 июль 1976 йыл) — Рәсәй еңел атлеты, оҙонлоҡҡа һикереү һәм өсләтә һикереүҙә сығыш яһай, 2004 йылда оҙонлоҡҡа һикереүҙә олимпия чемпионы, күп тапҡырҙар донъя, Европа һәм Рәсәй чемпионы титулын яулай. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры. 2008—2016 йылдарҙа Бөтә Рәсәй Еңел атлетика федерацияһы вице-президенты. 2011 йылдан 2017 йылға тиклем — IAAF-тың[2] ҡатын-ҡыҙҙар комитеты ағзаһы. 2014 йылдың майынан 2014 йылдың октябренә тиклем Волгоград өлкәһенең Спорт министры. Бинала өсләтә һикереүҙә — 15,36 м (2004, Будапешт) ғәмәлдәге донъя рекордсмены. Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре полковнигы[3].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Татьяна Романовна Лебедева 1976 йылдың 21 июлендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған, 15-се мәктәптә уҡый.

1997 йылда Вячеслав Догонкин етәкселегендә спорт менән етди шөғөлләнә башлай, артабан уның ҡулы аҫтында үҙенең төп наградаларын яулауға өлгәшә[4]. 1998 йылдан Рәсәй йыйылма командаһында. Үҙенең спорт карьераһын өсләтә һикереүҙән башлай, 1998 йылда беренсе тапҡыр Рәсәй чемпионы була, артабанғы йылдарҙа үҙ төрөндә иң яҡшы спортсы булып, 2000 йылда Европа чемпионы титулын яулай. 2001, 2003 һәм 2004 йылдарҙа донъя чемпионаттарында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. 2006 йылда Татьяна, Мәскәүҙә донъя чемпионатында еңеп, тағы ла чемпион була.

Оҙонлоҡҡа һикереүҙә тәүге уңышына 2004 йылда өлгәшә, бинала үткәрелгән донъя чемпионатында еңә. 2007 йылда Осакала донъя чемпионатында оҙонлоҡҡа һикереү секторында 7,03 м күрһәткесенә өлгәшә. Был уға алтын миҙал килтерә.

2004 йыл Лебедеваның карьераһында бик уңышлы була. Оҙонлоҡҡа һикереүҙә һәм асыҡ һауала һәм биналар өсләтә һикереүҙә шәхси рекордттарын ҡуя, Будапешта «ҡышҡы» донъя чесмпионатында ике алтын миҙал яулай, ә йәйен Афинала оҙонлоҡҡа һикереүҙә олимпия чемпионы була.

Дүрт тапҡыр Олимпия уйындарында ҡатнаша, өс Уйындан наградалар менән ҡайта: оҙонлоҡҡа һикереүҙә Афинала XXVIII Олимпиадала (2004) алтын миҙал яулай. Сиднейҙа XXVII Олимпиадала (2000) көмөш һәм Афинала XXVIII Олимпиадала (2004) өсләтә һикереүҙә бронза яулай. Пекинда йәйге Олимпия уйындарында (2008) өсләтә һикереүҙә һәм оҙонлоҡҡа һикереүҙә ике көмөш миҙал алыуға өлгәшә. Афинала олимпия алтынын яулағандан һуң Рәсәй Федерацияһы гимны башҡарылғанда пьедесталдә торған Татьяна күҙ йәштәрен тыя алмаған мәл Эмир Кустурицаның «Васыят» фильмына эләккән.

2012 йылда Лондонда үтәсәк Олимпия уйындарында өсләтә һикереүҙә генә ҡатнашасағын белдерә. Июль башында 14 м 68 см һөҙөмтәһе менән Рәсәй чемпионатында ота һәм Олимпия уйындарына барыу хоҡуғын яулай. Лондонда 3 августа 14,30 м һөҙөмтәһе менән финал ярыштарына үтә. 5 августа финалда 14,11 м һөҙөмтәһе менән унынсы була. Миҙалға тик 14,79 м һөҙөмтәһе менән дәғүә итә алыр ине.

Дисквалификация[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2017 йылдың 25 ғинуарында Халыҡ-ара олимпия комитеты Татьянанан 2008 йылда Пекинда йәйге Олимпия уйындарында оҙонлоҡҡа һәм өсләтә һикереүҙә алған ике көмөш миҙалын тартып ала. Был турала допинг-пробаларҙы ҡайтанан тикшергәндән һуң билдәле була. Пробала тыйылған туринабол матдәһе табыла[5][6]. 2017 йылдың 27 ғинуарында допинг ғауғаһына бәйле Татьяна Лебедева ғүмерлеккә Бөтә донъя олимпия уйынсылары ассоциацияһынан (WOA) ситләтелә, унда Лебедева башҡарма комитет ағзаһы була[7].

Ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лебедева Федерация Советында

2009 йылда Татьяна Лебедева Волгоград өлкә Думаһына һайлана, унда һаулыҡ-һағы, физик культура һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитет рәйесе урынбаҫары һәм йүнселлек, бәләкәй һәм урта бизнес буйынса комитет рәйесе урынбаҫары була. Даими нигеҙҙә эшләй[8].

2014 йылдың 3 октябрендә Волгоград өлкәһе думаһы депутаттары уны Федерация Советына үҙҙәренең вәкиле итеп һайлай[9]. Федерация Советында социаль сәйәсәт буйынса комитет ағзаһы һәм Федерация Советы эргәһендәге Йәш закон сығарыусылар Палатаһы Координаторы булып тора.

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы, II дәрәжә — Физик культураны һәм спортты үҫтереүгә индергән тос өлөшө, 2008 йылда Пекинда XXIX Олимпиада Уйындарында юғары спорт ҡаҙаныштарына өлгәшкәне өсөн[10]
  • Почёт ордены — Физик культураны һәм спортты үҫтереүгә индергән тос өлөшө, юғары спорт ҡаҙаныштарына өлгәшкәне өсөн[11]
  • Дуҫлыҡ ордены — Физик культураны һәм спортты үҫтереүгә индергән тос өлөшө, 2000 йылда Сиднейҙа XXVII Олимпиада Уйындарында юғары спорт ҡаҙаныштарына өлгәшкәне өсөн[12]
  • Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры

Шәхси тормош[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2002 йылдың сентябрендә Настя исемле ҡыҙы тыуа. 2011 йылдың апрелендә спортсының икенсе ҡыҙы тыуа[13].

Татьяна һинд гуруһы Шри Чинмояның тәғлимәтен өҫтөн күрә[14], остазы уға рухи Шарботтама (Sarbottama)[15] исемен биргән. «Стадион» журналы мәғлүмәттәренә ҡарағанда 2004 йылда «Берҙәмлек менән планетаны күтәреп» программаһы сиктәрендә остазы махсус платформаға баҫтырылған фил менән Татьянаны күтәрә, ә уларҙың дөйөм ауырлығы 4515 кг тәшкил иткән була[16].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Tatyana Lebedeva // https://worldathletics.org/athletes/-/14298427
  2. Олимпийская чемпионка Татьяна Лебедева стала членом женского комитета IAAF
  3. Татьяна Лебедева, настоящий подполковник. Олимпийская чемпионка Афин великолепно смотрится в роли регионального министра спорта
  4. ЛЕБЕДЕВА Татьяна Романовна
  5. ntv.ru. Российская легкоатлетка Лебедева лишена двух медалей Олимпиады-2008 (ингл.). НТВ. Дата обращения: 25 ғинуар 2017.(инг.). НТВ. 25 ғинуар 2017 тикшерелгән.
  6. IOC sanctions two athletes for failing anti-doping test at Beijing 2008  (инг.), International Olympic Committee (25 January 2017). 25 ғинуар 2017 тикшерелгән.(инг.), International Olympic Committee (25 January 2017). 25 ғинуар 2017 тикшерелгән.
  7. ЛЕБЕДЕВА ПОЖИЗНЕННО ОТСТРАНЕНА ОТ РАБОТЫ ВО ВСЕМИРНОЙ АССОЦИАЦИИ ОЛИМПИЙЦЕВ
  8. ЛЕБЕДЕВА Татьяна Романовна на сайте Волгоградской городской Думы 2020 йыл 30 октябрь архивланған.
  9. Лебедева Татьяна Романовна на сайте Совета Федерации РФ
  10. Указ Президента РФ от 02.08.2009 № 885 «О награждении государственными наградами РФ» 2013 йыл 26 апрель архивланған.
  11. Указ Президента РФ от 18.02.2006 № 126 «О награждении государственными наградами Российской Федерации» 2013 йыл 25 апрель архивланған.
  12. Указ Президента РФ от 19 апреля 2001 г. N 450 «О награждении государственными наградами Российской Федерации спортсменов, тренеров, работников физической культуры и спорта»
  13. У Татьяны Лебедевой родилась вторая дочь
  14. Олимпийская чемпионка Татьяна Лебедева получила духовное имя — Новости России — ИА REGNUM
  15. Tributes to Sri Chinmoy. Дата обращения: 24 ғинуар 2011. Архивировано 3 март 2012 года. 2010 йыл 17 август архивланған.
  16. Информационное спортивное агентство «СТАДИОН» 2014 йыл 21 февраль архивланған.