Левитан Евгений Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Левитан Евгений Александрович
Заты ир-ат
Тыуған көнө 9 декабрь 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (76 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Санкт-Петербург
Һөнәр төрө пианист
Музыка ҡоралы фортепиано
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

Левитан Евгений Александрович (9 декабрь 1943 йыл) — пианист, музыкаль педагог. Берта Маранц һәм Станислав Неугауздың уҡыусыһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, профессор, «Урыҫ башҡарыу сәнғәте» фонды премияһы лауреаты.

Евгений Александрович Левитан Ленинградта табиптар ғаиләһендә тыуған. Әсәһе яғынан — күренекле урыҫ шағиры Александр Введенскийҙың яҡын туғаны. 1973 йылдан алып ул М. П. Мусоргский исемендәге Урал дәүләт консерваторияһында уҡыта; бер нисә йыл дауамында махсус фортепиано кафедраһы мөдире. 2005 йылдан — Силәбе дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһы махсус фортепиано кафедраһы мөдире. А. Левитандың 20-нән ашыу уҡыусыһы төрлө Халыҡ-ара конкурстар лауреаттары, улар араһында — А. Чернов, Е. Нефедов, Е. Ханин, М. Кутуев, А. Бородин, М. Ивашков, А Нечаев, С Хуланхов, Д. Хуланхов, А. Литвиненко, Е. Симакова, Д. Каукин, Э. Фарахова, А. Федотов һәм башҡалар.

Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә концерттар меннә сығыш яһай. Берта Маранц һәм Станислав Нейгауз тураһында фундаменталь эштәр авторы, улар үҙәк нәшритәтәрҙә баҫылып сыға. Рәсәйҙәге һәм сит иоләрҙәге бер нисә конкурс жюрийы рәйесе һәм ағзаһы булып тора.

Е. А. Левитан —Станислав Нейгауз исемендәге халыҡ-ара конкурсына нигеҙ һалыусы, тәүге тапҡыр Силәбе ҡалаһында 2007 йылдың апрелендә һәм 2010 йылдың ноябрендә күренекле пианистар Владимир Крайнев һәм Элисо Вирсаладзе етәкселегендә үткәрелде. 3-сө конкурс 2015 йылдың ноябрендә уҙғарылды (рәйесе Э.Вирсаладзе).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Hübners Who is Who // Швейцарская энциклопедия. — Schweiz, 2011. — С. 1333.
  • Энциклопедия Челябинской государственной Академии культуры и искусств. — Челябинск, 2012. — С. 330.
  • Уральская государственная консерватория им. М.П. Мусоргского "75 лет истории". — Екатеринбург, 2009. — С. 237.
  • Ивашков М. К юбилею учителя // Фортепиано. — М., 2009. — № 1—2 (43—44). — С. 18—21.
  • Левитан Е. Времена и годы — Дека ВС. — М., 2013; 2-е изд.- 2015.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]