Левшин Владимир Дмитриевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Левшин Владимир Дмитриевич
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 1834
Вафат булған көнө 2 (14) апрель 1887
Вафат булған урыны Ярославль, Рәсәй империяһы
Атаһы Левшин, Дмитрий Сергеевич[d]
Әсәһе Наталья Михайловна Петровская[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән
Ойошма ағзаһы Императорское Русское археологическое общество[d]
Гражданский чин действительный статский советник[d]

Владимир Дмитриевич Левшин (1834(1834) — 2 (15) апрель 1887) — Рәсәй дәүләт эшмәкәре, Өфө, һуңынан Ярославль губернаһы губернаторы, ғәмәли статский советник.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Владимир Дмитриевич Левшин 1834 йылда генерал Дмитрий Сергеевич Левшин ғаиләһендә тыуа. 1851 йылда Мәскәүҙең дәүләт милке палатаһында дәүләт хеҙмәтен башлай. 1856 йылда Эске эштәр министрлығының Үҙәк статистика комитетына күсә.1858 йылда Рус география йәмғиәте ағзаһы итеп һайлана. 1868 йылда элекке эшенә кире ҡайта һәм Пермь губернаһында Дәүләт мөлкәте управляющийы урынын ала.

Бер аҙҙан, 1870 йылда, Һамар губернаһы вице-губернаторы итеп тәғәйенләнә, 1872 йылда шул уҡ вазифала Воронежға күсерелә. 1876 йылда Левшин Өфө губернаһы начальнигы итеп тәғәйенләнә, ә 1880 йылда шул уҡ вазифала Ярославль губернаһына күсерелә.1887 йылдың 2 (14) апреленә ҡараған төндә ҡапыл вафат була.

Сенатор һәм йәшерен советник Н. Ф. Шауфустың ҡыҙы Ольга Николаевна менән никахта була[1].

Эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урындағы фән вәкилдәре, айырыуса тарих һәм археология предметтары буйынса, Левшинда хуплау һәм ярҙам таба. Ул Ростов кремлен реставрациялау кәрәклеге тураһында фекер әйтә. Реставрацияны тыуған яҡты өйрәнеүселәр А. А. Титов һәм И. А. Шляков, Ярославль ҡалаһы башлығы И. А. Вахрамеев, Ростов өйәҙе дворяндары етәксеһе Д. А. Булатов, дин әһеле Мансветов һәм башҡалар Владимир Дмитриевич ҡатнашлығында, Император Мәскәү археология йәмғиәтенең күҙәтеүе аҫтында шәхси иғәнәләр ярҙамында үткәрә. Реставрацияның дөйөм хаҡы 20 000 һум тәшкил итә. Ростов кремлен реставрациялау буйынса комиссия рәйесен Император Рус археология йәмғиәте үҙенең почетлы ағзаһы итеп һайлай. 1884 йылдың 3 декабрендә Владимир Дмитриевич Император Мәскәү археология йәмғиәтенең тулы хоҡуҡлы ағзаһы итеп һайлана.

Ярославлдә тарихи-археологик музей негҙеләнә. Левшин 1887 йылда Ярославлдә 7-се Археология съезын үткәреү эшендә әүҙем ҡатнаша, әммә уның асылғанын күрә алмай.

Е. К. Огородников менән бергә Левшин Эске эштәр министрлығының Үҙәк статистика комитеты тарафынан тупланған һәм баҫылған «Списки населённых мест Российской империи» баҫмаһын сығара (XLIV, тула губернаһы. СПб. 1862 й.).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]