Ленинакандағы ер тетрәү (1926)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Не следует путать с Ленинаканским землетрясением 1988 года. Ҡалып:Землетрясение

1926 йылдағы Ленинакан ер тетрәүе — 1926 йылдың 22 октябрендә Әрмән ССР-ның Ленинакан ҡалаһы янында булған иң ҙур ер тетрәү. Ер тетрәү эҙемтәләрен өйрәнеү өсөн, СССР Фәндәр Академияһынан геолог П. И. Лебедев етәкселегендәге ғалимдар төркөмө ебәрелә, Төркөсдөң доклады 1927 йылдың 9 мартында академик Левинсон-Лессинг тарафынан академияға тәҡдим ителә һәм һуңынан баҫтырып сығарыла[1].

Ер тетрәү ваҡиғаһы (Лебедев доклады буйынса)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ер тетрәү Аракстың ҡушылдығы Арпачай туғайлығында була. Ер тетрәү Тифлистағы физик обсерватория һәм Ленинградтағы Пулков обсерваторияһы сейсмографтар тарафынан яҙып алына . Ер тетрәү ике тапҡыр һелкенеү булғандан һуң башлана.

Беренсе тапҡыр һелкенгәндә (19 сәғәт 38 мин.) Ленинакан ҡалаһының партия комитеты бинаһының көнсығыш яғында эленеп торған башня сәғәттәр туҡтай. Ҡалала һәм районда иң ҙур емереклектәргә алып килгән икенсе һелкенеүҙә, 22сәғ.58 мин.-ты күрһәткән телле бүлмә сәғәттәре туҡтап ҡала

Ер тетрәүҙең көсө Ереван, Тифлис, Батум, Сочи ҡалаларында һиҙелә, әммә унда етди зыян килтермәй. Карс ҡалаһына яҡын урынлашҡан, төрөк сигендәге ауылдар ҙур зыян күрә, ләкин унда (йәғни төрөк биләмәһенә) совет ғалимдары үтә алмай. Карстағы совет консулының хәбәр итеүенсә, 20-гә яҡын ауыл емерелгән була.

Ер тетрәүҙең үҙәге Ленинакандан бер нисә саҡрым көньяҡтараҡ урынлашҡан була. Артабанғы көндәрҙә, Яңы йылға тиклем, көсһөҙ генә ер аҫты һелкенеүҙәре ҡабатланып тора.

Совет территорияһында 44 ауыл ер тетрәүҙән зыян күрә, шуларҙың туғыҙы һәм Ленинакан ҡалаһын тулыһынса емерелә, Үлгәндәрҙең һаны 300 тирәһе булһа, шунсаһы уҡ кеше төрлө тән йәрәхәттәре ала, уларҙың күбеһе ауылдарҙан, ә әҙерәк өлөшө— Ленинакан ҡалаһынан.

Ленинаканда ҙур таш биналар емерелеүгә нығыраҡ дусар була (диуарҙарында ҙур ектәр, штукатурканың ҡойолоуы), шулай ҙа имен тороп ҡалалар.

Һығымта рәүешендә ғалимдар түбәндәгеләрҙе билдәләй

Был ер тетрәү төҙөлөш эштәрен тупаҫ боҙоу һәм төҙөгәндә антисейсмик шарттарҙы үтәмәү арҡаһында, Ленинакан районы өсөн катастрофа булды. Уның көслө ер тетрәүҙәр рәтенә инмәгәне Ленинакан ер тетрәүен һәм 1908 йылдағы билдәле Мессин ер тетрәүен Пулкоов Обсерваторияһындағы приборҙар күрһәткән тайпылышты сағыштырыуҙан да билдәләп була.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]