Ленин исемендәге парк (Өфө)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ленин исемендәге парк
Нигеҙләү датаһы 1867
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Өфө
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d]
Карта
 Ленин исемендәге парк (Өфө) Викимилектә

В. И. Ленин исемендәге парк — Өфөләге ял итеү паркы.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XIX быуат уртаһына тиклем губернатор йорто менән Воскресенский кафедраль собор араһындағы майҙан эре һәм ваҡ мөгөҙлө малдар өсөн көтөүлектәр булып хеҙмәт итә. 1867 йылда Өфөгә яңы губернатор Ушаков Сергей Петрович килә, ул үҙенең тәҙрәһе аша булған күренеште үҙгәртергә кәрәк, тип һанай.

Губернатор тәҡдиме буйынса, майҙан кәртәләп алына һәм паркка әйләндерелә, ул үҙенә нигеҙ һалыусы исеме менән Ушаковский паркы тип атала башлай. Парк 1867—1872 йылдар осоронда төҙөлә. Яңы ағастар ултыртыла, малдарҙан һаҡлау өсөн кәртә ҡорола, «Түбәнге чиндарға һәм эттәргә инеү тыйыла» тигән табличка элеп ҡуйыла. Шуға ҡарамаҫтан, барлыҡҡа килгән парк бөтә өфөлөләрҙең ял итеү урынына әйләнә, сөнки уға тиклем бер генә парк — шәхси ял паркы — Блохинский баҡсаһы (хәҙер — Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял баҡсаһы) ғына була. Паркта бәүелсәктәр, каруселдәр, павильон һәм беседкалар, йәйге «Мир» кинотеатры һәм ямғырҙан ҡасҡан балаларҙың скульптуралары биҙәгән беренсе Өфө фонтаны барлыҡҡа килә. Шулай уҡ парк ял итеүселәр өсөн күп проблемалар тыуҙырған велосипедсылар яратҡан урын була.

1917 йылда Октябрь революцияһынан һуң шунда уҡ Ушаковский паркы Азатлыҡ паркы тип үҙгәртелә. Совет осоронда парктың көнбайыш өлөшө спорт майҙансығына әүерелдерелә (хәҙер унда «Динамо» стадионы урынлашҡан). Паркта революция һәм Граждандар һуғышы йылдарында һәләк булғандар ерләнгән. Хәҙер ҡәбер урынында мемориаль урынлашҡан, унда Ш. Хоҙайбирҙин һәм А. Чеверев фамилиялары ғына күрһәтелгән. 1934 йылда бында шулай уҡ татар һәм башҡорт әҙәбиәте классигы Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури ерләнгән.

1934 йылда йәнәшәлә урынлашҡан Воскресенский собор һүтелә, уның урынында бейеү майҙансығы төҙөлә. Паркта цирк тамашаһы күрһәтелә башлай, шуның өсөн шапито төҙөлә.

Парктың исеме тағы ла үҙгәртелә — Александр Матросов хөрмәтенә Матросов паркы тип атала. Элекке «Ушаковский паркы» тигән яҙыу беркетелгән суйын ҡапҡалар алына, улар урынына Ленин менән Сталин барельефы беркетелгән аркалы ҡапҡа ҡуйыла. 1951 йылда паркта Александр Матросовҡа һәйкәл урынлаштырыла.

19791980 йылдарҙа парк тағы тышҡы ҡиәфәтен алмаштыра: бөтә аттракциондар һәм иҫке революцияға тиклемге фонтан йыйып алына, ҡайһы бер ағастарҙы бысалар. Парк менән йәнәш КПСС Өлкә комитеты урынлашҡанлыҡтан, паркты В. И. Ленин исемендәге парк тип атайҙар — был исем әле лә йөрөй.

Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Парк бөгөн[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ике фонтан эшләгән парк өфөлөләр өсөн ял урыны булып тора. Өфөнөң бер нисә юғары уҡыу йортоноң яҡынлығы бында спорт дәрестәре үткәреүгә булышлыҡ итә. Фонтандар студенттарҙың диплом эшен тапшырғандан һуң яратҡан һыу инеү урыны булып хеҙмәт итә.

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Синенко С. Неторопливые прогулки по Уфе. Городской путеводитель. — Уфа: Китап, 2010. — 376 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-295-05148-7.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]