Ленин комсомолы премияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ленин комсомолы премияһы
Нигеҙләү датаһы 28 март 1966
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Ленин Владимир Ильич
Дәүләт  СССР
Награда тапшырыусы Комсомол[d]
Юғарыраҡ дәрәжә СССР дәүләт премияһы
Түбәнерәк дәрәжә премия Совета Министров СССР[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1991
Пиктограмма
Лауреаттар категорияһы Категория:Ленин комсомолы премияһы лауреаттары
 Ленин комсомолы премияһы Викимилектә
Күкрәккә тағыла торған билдәнең алғы һәм артҡы яғы

Ленин комсомолы премияһы йәш авторҙарға — ВЛКСМ ағзаларына, шулай уҡ коллективтарға һәм ойошмаларға фән, техника, етештереү, мәҙәниәт өлкәләрендә, шулай уҡ Бөтә Союз социалистик ярышында, ижади инициатива күрһәткән йәш кешеләргә юғары ҡаҙаныштары өсөн бирелгән.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

ВЛКСМ-дың Үҙәк комитеты Бюроһының 1966 йылдың 28 мартындағы ҡарарына ярашлы булдырыла һәм баштан уҡ әҙәбиәт, сәнғәт, журналистика һәм архитектура өлкәләрендәге ҡаҙаныштары өсөн бирелгән. Һуңынан башҡа өлкәләрҙәге ҡаҙаныштар өсөн премиялар булдырыла[1]:

Фән һәм техника өлкәһендә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

СССР-ҙың фән һәм техника буйынса Дәүләт комитеты, СССР-ҙың Фәндәр Академияһы, СССР-ҙың юғары һәм урта махсус мәғариф министрлығы менән берлектә 1967 йылда булдырыла[2].

33 йәшкә тиклемге йәш ғилми хеҙмәткәрҙәрҙе, инженерҙарҙы, аспиранттарҙы, юғары уҡыу йорттары уҡытыусыларын, эшселәрҙе, колхозсыларҙы һәм халыҡ хужалығы белгестәрен совет фәненә һәм халыҡ хужалығына ҙур өлөш индергән ғилми тикшеренеүҙәр һәм яңы техник сиселештәр өсөн (марксистик-ленин фәне һәм иҡтисады мәсьәләләре буйынса тәрән теоретик тикшеренеүҙәр, иң прогрессив технологик процестар, материалдар, машиналар буйынса эштәр һәм ауыл хужалығы әһәмиәтенә эйә булған алдынғы етештереү-техник тәжрибәһе). Эштәр бойондороҡһоҙ эксперттар тарафынан рецензиялана, рецензиялар йөкмәткеһе, рецензенттарҙың фамилиялары һәм уларҙың эш урыны ябыҡ булған һәм премияға дәғүә итеүселәргә әйтелмәй, рецензиялау өсөн хаҡ түләнмәй һәм йәш ғалимдарға ҡарата иғтибар күрһәткесе итеп һаналған, «эш тейешле талаптарға тура килә» «ҙур өлөш», «мәсьәләне сисеүҙәге бер аҙым», «конкурс шарттары талаптарына тап килә» формулировкаларын ҡулланмайынса эшкә баһа бирелә. Булған етешһеҙлектәр аныҡ күрһәтелергә тейеш. Асыҡ фекер алышыу мөмкинлеге була.

Коллективҡа премияның аҡсалата өлөшө 2000 һум тәшкил иткән

етештереү өлкәһендә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1971 йылдан;

педагогик эшмәкәрлектә ҙур ҡаҙаныштар өсөн[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1984 йылдан;

юғары хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1986 йылдан.

Йыл һайын бирелгән, ә 1970 йылдан — ике йылға бер тапҡыр 29 октябрҙә — ВЛКСМ-дың тыуған көнөндә. Премияға 35 йәшкә тиклемге кешеләр дәғүә итә алған[3]. Ленин премияһы кеүек, Ленин комсомолы премияһы ла ҡабаттан бирелмәгән. Премияға тәҡдим итеү ҡағыҙына тармаҡ министрҙары ҡултамғаһы ҡуйыла. Лауреаттарға диплом, күкрәккә тағыла торған билдә һәм аҡсалата 2500 һум бирелгән. Асыҡ эштәр өлкәһендә лауреаттар исемлектәре Союз әһәмиәтендәге матбуғатта баҫтырыла. Ябыҡ эштәр өлкәһендә диплом һәм күкрәккә тағыла торған билдә СССР Хөкүмәте министрҙары тарафынан тапшырылған, лауреаттар исемлектәре баҫтырылмаған.

Бүләкләү Советтар Союзы тарҡалыу менән туҡтатыла. СССР-ҙың Дәүләт һәм Ленин премияларынан айырмалы рәүештә Ленин комсомолы премияһы лауреаттары пенсияны иҫәпләгән саҡта матди яҡтан өҫтәмә тәьмин ителмәй[4]. Әммә ҡайһы бер ойошмалар әлеге премия лауреаттары өсөн эш хаҡына өҫтәмә эшләйҙәр[5].

2008 йылдың 30 июлендәге Рәсәй Федерацияһы Президентының «Йәш ғалимдар өсөн фән һәм инновациялар өлкәһендә Рәсәй Федерацияһы Президенты премияһы тураһында» исемле указы 1144-се һанлы указына ярашлы Ленин комсомолы премияһына үҙенең йөкмәткеһе буйынса яҡын торған яңы премия индерелде: уға дәүләт фәне һәм инновацион эшмәкәрлеге үҫешенә индерелгән өлөшө премия Положениеһына тап килгән юғары уҡыу йорто фәнни-педагогик хеҙмәткәрҙәре, ғилми хеҙмәткәрҙәр, аспиранттар һәм докторанттар, шулай уҡ иҡтисадтың, социаль сфераһының, оборона сәнәғәтенең төрлө тармаҡ белгестәре дәғүә итә ала.

Ленин комсомолы премияһы лауреаттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

СССР-ҙа был премияның беренсе лауреаты Николай Островский була (үлгәндән һуң). Бөтәһе төрлө ҡаҙаныштар өсөн йөҙҙәрсә кеше һәм коллективтар наградланған:

  • әҙәбиәт сәнғәт, архитектура һәм журналистика өлкәһендә;
  • фән һәм техника өлкәһендә;
  • педагогик эшмәкәрлектәге ҙур ҡаҙаныштар өсөн;
  • юғары хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн.

Ленин комсомолы премияһы союздаш республикаларҙа[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Украина ССР-ының Николай островский исемендәге Ленин комсомолы премияһы (1958 йылда булдырылған)
  • Ҡаҙаҡ ССР-ыныңЛ енин комсомолы премияһы (1964)
  • Грузин ССР-ының Ленин комсомолы премияһы (1966)
  • Әзербайжан ССР-ының Ленин комсомолы премияһы (1966)
  • Литва ССР-ының республика әҙәби Ленин комсомолы премияһы (1966)
  • Ленин комсомолы премияһы Тажик ССР-ының(1966)
  • Белорус ССР-Ы ленин комсомолы премияһы (1967)
  • Молдавия ССР-ының Борис Главан исемендәге Ленин комсомолы премияһы (1967)
  • Әрмән ССР-ыныңЛенин комсомолы премияһы (1967)
  • Үзбәк ССР-ының Ленин комсомолы премияһы (1967)
  • Ҡырғыҙ ССР-ының Ленин комсомолы премияһы (1967)
  • Эстон ССР-ының Ленин комсомолы премияһы (1968)
  • Төркмән ССР-ының Ленин комсомолы премияһы (1968)
  • Латвия ССР-ының Республика Ленин комсомолы премияһы (1969)

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1989 йылда үҙгәртеп ҡороу осоронда «Наутилус Помпилиус» музыкаль төркөмөн Ленин комсомолы премияһы менән бүләкләйҙәр, әммә текстар авторы Кормильцев Илья премиянан баш тарта[6][7].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]