Ленин проспекты (Стәрлетамаҡ)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ленин проспекты
Рәсем
Хөрмәтенә аталған Ленин Владимир Ильич
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Стәрлетамаҡ
Оҙонлоҡ 3,87 ± 0,01 километр

Ленин проспекты — Стәрлетамаҡ ҡалаһының көнбайыш өлөшөндәге проспект. Химия заводы әйләнешенән башлана һәм көньяҡ-көнбайыш йүнәлешендә Еңеү майҙанына тиклем (Октябрь әйләнеше) һуҙыла, ҡаланың үҙәген төньяҡ сәнәғәт зонаһы менән тоташтыра. Оҙонлоғо 3,87 км.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ленин проспектын XX быуаттың 60-сы йылдарында, төньяҡ төҙөлөш зонаһын (Нахимов биҫтәһен) көньяҡ төҙөлөш зонаһы (Урал микрорайоны) менән тоташтырыу өсөн Стәрлетамаҡта сәнәғәт үҙәге төҙөү тураһында СССР Министрҙар Советы Планы буйынса төҙөй башлайҙар.

Саралар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Проспектта һәр 9 майҙа Башҡорт драма театры майҙанынан ғәскәрҙәр һәм ветерандарҙың ҡала етәкселеге менән бергә байрам парады башлана. Сентябрҙә шул уҡ майҙандан Октябрь әйләнеше йүнәлешендә «Милләт кроссы» Бөтә Рәсәй йүгереү көнө үтә, башҡа байрам саралары ваҡытында ҡайһы берҙә урам ябыла.

Инфраструктураһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Проспектта урынлашҡан:

  • Башҡорт драма театры (элек бинала шулай уҡ ҡала филармонияһы урынлашҡан) — 30в йорт
  • Аркадий Петрович Гайдар исемендәге пионерҙар һәм мәктәп уҡыусылары һарайы — 47-се йорт
  • Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы — 49 йорт
  • Стадион — филармония артында
  • Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһы — 2а йорт (элекке ҡала мәҙәниәт һарайы бинаһы)
  • Ю. А. Гагарин исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы
  • Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса Эске эштәр идаралығы — 7а йорт
  • Ҡала ЗАГС-ы — 53 йорт
  • Физика-математика институты — 37 йорт
  • Metro AG — Ленин проспекты, 2М

Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ленин һәйкәле — Башҡорт драма театры майҙанында (скульпторы Т. П. Нечаева, Б. Д. Фузеев)
  • Байрам трибунаһы — Башҡорт драма театры майҙанында (скульпторы Т. П. Нечаева, Б. Д. Фузеев)
  • Бульвар

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]