Ленин урамы (Өфө)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ленин урамы
Хөрмәтенә аталған Ленин Владимир Ильич
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Өфө

Ленин урамы . Өфө ҡалаһының Совет, Ленин һәм Киров райондары биләмәһендә урынлашҡан. Сафронов пристане менән тамамланып,  төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай һуҙыла. Был  тарихи ҡала үҙәгенең төп урамы. 

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Өфөлә иң боронғо урамдарҙың береһе.  Ул XVIII—XIX быуаттар сигендә ҡала киңәйә башлағас, ситтәге урам булараҡ барлыҡҡа килә. Башта урам ике төрлө урамдан торған. Көньяҡ өлөшө — Ушаков паркынан алып Ҙур Успенскийға тиклем (хәҙер Коммунистик урам) шәфҡәт күрһәтеүсе Иван Федорович Базилевский хөрмәтенә Базилевский тип аталған. Төньяҡ өлөшө Лазарет урамы тип йөрөтөлгән, сөнки ул урам барлыҡҡа килгән саҡта, унда ҡала лазареты урынлашҡан булған. Лазарет урамы ҡала үҙәген Сафронов пристане һәм тимер юл вокзалы менән тоташтырған. 

Ике урам да бер урам булып берләштерелә һәм Үҙәк урам тип атала. 1918 йылдан алып П.И.Зенцов хөрмәтенә атала. 1937 йылдан урам хәҙерге исеме менән йөрөтөлә. .

Тарихи биналар һәм ҡоролмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Заманса биналар һәм ҡоролмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Транспорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ленин урамында беренсе тапҡыр 1937 йылда Почтамт бинаһынан Пермь урамына тиклем трамвай линияһы ебәрелә. Артабан Почтамттан Революция урамына тиклемге линиялар алына, ә һуңынан  (2000 йылдар уртаһында ) — Революция урамынан Ибраһимов бульварына тиклем аралыҡтағы трамвай линиялары бөтөрөлә. 

Әлеге ваҡытта трамвай Ибраһимов бульварынан тимер юл вокзалына ҡарай йөрөй.

Ленин урамы  транспорты автобус һәм маршрут таксиҙарынан тора.

Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Синенко С. Неторопливые прогулки по Уфе. Городской путеводитель — Уфа: Китап, 2010. — 376 б. — 3000 экз. — ISBN 978-5-295-05148-7.