Эстәлеккә күсергә

Лушников Леонид Алексеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Леонид Лушников битенән йүнәлтелде)
Лушников Леонид Алексеевич
Тыуған көнө:

26 август 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})

Тыуған урыны:

Урал өлкәһенең (хәҙерге Пермь крайы) Малая Сайгатка ауылы 

Вафат булған көнө:

28 июнь 2010({{padleft:2010|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (80 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы

Наградалары:

Туризм буйынса спорт мастеры (1966), Степан Злобин исемендәге премия лауреаты (1999).

Лушников Леонид Алексеевич (26 август 1929 йыл — 28 июнь 2010 йыл) — яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре. 1981 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1960—1989 йылдарҙа Башҡорт АССР‑ының Туризм федерацияһы рәйесе. Туризм буйынса спорт мастеры (1966). Степан Злобин исемендәге әҙәби премия лауреаты (1999).

Леонид Алексеевич Лушников 1929 йылдың 26 авгусында хәҙерге Пермь крайының Малая Сайгатка ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. 1938 йылда әсәһе тиф ауырыуынан вафат була. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында үҫмер өлкәндәр менән бер рәттән колхозда эшләй.

1945-1947 йылдарҙа Куйбышев тимер юлы техникумында уҡый, артабан паровоз машинисы ярҙамсыһы булып эшләй. Уның туристик биографияһы техникумда уҡыған саҡта башлана. 1946 йылда техникум үҙенең уҡыусыларын Домбайға походҡа алып бара. Домбайҙан төркөм Клухор аша диңгеҙ сыға. 1947 йылда Леонид Лушников ҡабаттан «Домбай» альпинистик лагерына бара, был юлы ул «Альпинист СССР» значогына лайыҡ була. 1949 йылда Өфө — Волгоград — Поти — Баҡы — Красноводск — Ташкент велопоходында ҡатнаша[1].

Ғаилә башлығы эҙәрлекләүҙәр арҡаһында Башҡортостандың Черниковск ҡалаһына күсенгәндән һуң[1] Ленин орденлы Өфө нефть эшкәртеү заводының пар менән йылытыу цехында, һуңынан ТЭЦ-1 «Уфимэнерго»ла слесарь булып эшләй (1954). 1949-1953 йылдарҙа Сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Үҙе һөйләүенсә, хеҙмәт иткән ваҡытта Приморьелағы Сихоте-Алинь армыттарына походҡа бара, һуңынан Монголияға эләгә, унда Хинган буйлап йөрөй[1].

Демобилизациянан һуң ТЭЦ-1-дә пар менән йылытыу ҡаҙандары машинисы була, 1954 — 1958 йылдарҙа — ВЛКСМ-дың завод комитеты секретары. Коллективтың спорт тормошонда бик әүҙем ҡатнаша. Был йылдарҙа Заполярьеға, Алыҫ Kөнсығышҡа, Памир һәм Тянь-Шангә бик ҡатмарлы туристик сәйәхәттәр башҡара, бер нисә тау бейеклектәренә күтәрелә.

1956 йылда байдаркаларҙа Өфөнән Әстерханға тиклем арауыҡты 40 көн эсендә үтә[1].

1960-1989 йылдарҙа Башҡортостан туристик экскурсион идаралығында, Башҡортостандың күп кенә турбазаларында эшләй. БАССР-ҙың туризм Федерацияһының рәйесе (1960—1989). 1945—1990 йылдарҙа Кавказда, Уралда, Памир-Алтайҙа, Үҙәк Памирҙа (3 тапҡыр Памир фирна платоһына күтәрелә), Фан тауҙарында, Алтайҙа, Саяндарҙа, Ҡырымда, Якутияла, Камчаткала була. 1963 йылда Виктор Горбачев менән бергә Ленин пигына күтәрелә. Туризм өлкәһендә уның остаздары — билдәле Рәсәй туристары Гуревич, Блиновский, Болдырев, Косарев[1].

Һәр сәйәхәтенән һуң матбуғатта Л. Лушниковтың очерктары, ҙур булмаҫан хикәйәләре баҫыла башлай. Уның тәүге «Дед Андрей» исемле хикәйәһе «Волны» әҙәби журналында сыға (1974).

«Ветлянка» исеме аҫтында тәүге китабы 1976 йылда Башҡорт китап нәшриәтендә баҫтырылып сыға. Ошо ваҡыттан алып Леонид Лушников прозала бик әүҙем эшләй, рус яҙыусылары ижади секцияһының даими ағзаһы була. Оҫталығы артҡас, яҙыусы эре әҫәрҙәрҙе ижад итеүгә тотона, Л. Лушников — «Побег на Красную площадь» (1997), «Белый берег» (2004) романдарының, «Не поле перейти» (1980), «Второе дыхание» (1982), «Синие журавли» (1984), «Пороги» (1987), «Жаркие перегоны» (1989), «Белый берег» (1999) һәм «След заката» (2003) повестарының авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • CCCР-ҙың спорт мастеры (1962/1966).
  • Рәсәйҙең атҡаҙанған сәйәхәтсеһе (20.09.1999, удостоверение N 69).
  • «За заслуги в развитии туризма и экскурсий в СССР» Почетлы билдәһе (1987 г.).
  • Степан Злобин исемендәге әҙәби премия (1999).