Круль Леонид Янович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Леонид Янович Круль битенән йүнәлтелде)
Круль Леонид Янович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 16 август 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Тыуған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 8 октябрь 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (74 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө рәссам
Уҡыу йорто Өфө сәнғәт училищеһы
Жанр пейзаж[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Круль Леонид Янович (16 август 1923 йыл — 8 октябрь 1997 йыл) — рәссам, 1961 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Леонид Янович Круль 1923 йылдың 16 авгусында Өфө ҡалаһында тыуған.

1951 йылда Өфө театр-художество училищеһының художество бүлеген тамамлай, П. М. Лебедевта һәм А. Э. Тюлькинда уҡый. Училищены тамамлағандан һуң 1954 йылға тиклем Өфө мәктәптәрендә рәсем һәм һыҙма уҡытыусыһы булып эшләй.

1961 йылдан алып РСФСР Художество фондының Башҡортостан бүлексәһендә хеҙмәт һала. Рәссамдар төркөмө менән проекттар, эскиздар өҫтөндә эшләй, Ишембай, Салауат, Нефтекама, Дүртөйлө ҡалаларында мәҙәниәт һарайҙарын һәм Октябрьский менән Ишембай ҡалаларында спорт комплекстарын смальта һәм төҫлө штукатурканан мозаикалы биҙәү менән шөғөлләнә.

Был йүнәлештә Өфөлә лә эүҙем эш башҡара: рәссамдар төркөмө менән Башҡорт дәүләт академия драма театрын, Спорт һарайын, «Машиностроитель» һәм РТИ заводының мәҙәниәт һарайҙарын биҙәй.

Ҡатыны — Нина Алексеевна Круль-Овчинникова (1927—1989).

1997 йылдың 8 октябрендә Өфө ҡалаһында вафат була.

Рәссамдың эштәре Өфөнөң М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында һаҡлана.

Төп эштәре исемлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Берёзы (1955, киндер, майлы буяу)
  • Осень (1956, киндер, майлы буяу)
  • В еловом лесу (1956, киндер, майлы буяу)
  • Солнечный день (1957, киндер, майлы буяу)
  • Сатка (1958, киндер, майлы буяу)
  • Ветреный день (1958, акварель)
  • Дороги (1958, киндер, майлы буяу)
  • Вечер на озере (1958, акварель)
  • Весна (1959, акварель)
  • Урал (1959, киндер, майлы буяу)
  • Сумерки (1965, киндер, майлы буяу)
  • Старая Уфа (1969, акварель)
  • Голубой день (1974, акварель)
  • Озеро Таналык (1976, киндер, майлы буяу)
  • Нефть городу (1977, акварель)
  • Голубые тракторы (1977, киндер, майлы буяу)
  • Окраина (1977, акварель)
  • Разлив на реке Белой (1977, акварель)
  • На берегу реки Сокмары (1986, киндер, майлы буяу)

Ҡатнашҡан күргәҙмәләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Республика күргәҙмәләре (Өфө): 1955 йылдан алып йәштәрҙекенән башҡа бөтәһендә лә.
  • «Урал социалистический» зона күргәҙмәләре: Пермь (1967), Өфө (1974).
  • БАССР, Мәскәү, Ленинград рәссамдары әҫәрҙәренең ун көнлөк күргәҙмәһе, 1969 йыл.
  • РСФСР-ҙың автономиялы республикалары рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһе, Мәскәү, 1971.
  • Бөтә Рәсәй художество күргәҙмәһе, Мәскәү, 1957.
  • Бөтә Рәсәй художество күргәҙмәһе, Мәскәү, 1977.

Шәхси күргәҙмәләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1955 йыл — беренсе шәхси күргәҙмәһе
  • 1973 йыл — икенсе шәхси күргәҙмәһе
  • 1992 йыл — һуңғы һәм өсөнсө шәхси күргәҙмәһе (Константин Головченко менән берлектә)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Художники Советской Башкирии», справочник. Автор-составитель Э. П. Фенина. Башкирское книжное издательство, Уфа, 1979.
  • БСЭ, том 3, статья «Башкирская Автономная Советская Социалистическая Республика». Издательство «Советская энциклопедия», Москва, 1970.
  • Г. С. Кушнеровская «Изобразительное искусство Башкирской АССР». Издательство «Советский художник», Москва, 1974.
  • Сергей Круль «Мой отец — художник Леонид Круль». Издательство «Башкортостан», Уфа, 1997.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]