Эстәлеккә күсергә

Лепешинская Ольга Васильевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лепешинская Ольга Васильевна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Рәсәй республикаһы
 Украинская Народная Республика[d]
 Украинская держава[d]
 СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 (28) сентябрь 1916
Тыуған урыны Киев, Рәсәй империяһы[1]
Вафат булған көнө 20 декабрь 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[2][3][4] (92 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе Миокард инфаркты
Ерләнгән урыны Введенское зыяраты[d]
Һөнәр төрө хореограф, балет артисы, уҡытыусы, бейеүсе, балерина, мастер танца, балетный педагог
Эшмәкәрлек төрө балет[5], Театр[5], хореография[5] һәм педагогика[5]
Эш урыны Рәсәй театр сәнғәте университеты
Уҡыу йорто Мәскәү дәүләт хореография академияһы
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Досье в Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][6]
 Лепешинская Ольга Васильевна Викимилектә
Алексей Иннокентьевич Антонов һәм Ольга Васильевна Лепешинская Карловы Варала ял иткәндә. 1960 йылдар башы

Лепешинская Ольга Васильевна (28 сентябрь 1916 йыл — 20 декабрь 2008 йыл) — СССР-ҙың балет артисы, балет уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. Ҙур театр прима-балеринаһы; СССР-ҙың халыҡ артисы (1951), дүрт тапҡыр Сталин премияһы лауреаты (1941, 1946, 1947, 1950). Ленин ордены кавалеры (1971).

Ольга Васильевна Лепешинская 1916 йылдың 28 сентябрендә Киевта поляк тамырлы дворян ғаиләһендә тыуған.

Файл:Могила О.В. Лепешинской на Введенском кладбище.jpg
Мәскәүҙә Введенское зыяратында О. В. Лепешинскаяның ҡәберлеге

Хореография менән үҙе шөғөлләнә башлай. Буш ваҡытында О. В. Некрасованан дәрестәр ала, бейергә өйрәнә. 1933 йылда Ҙур театр ҡарамағындағы Мәскәү дәүләт балет техникумын (хәҙерге Мәскәү хореография академияһын) тамамлаған (педагогтары А. И. Чекрыгин, Е. А. Шарпантье, Е. М. Адамович, В. А. Семёнов).

1933 йылда Оло театрҙа, Ж.Добервалдең «Тщетная предосторожность» балетында Лиза партияһында сығыш яһай. Сағыу техникаға, хәрәкәттәрҙең аныҡлығына, йәнле темпераментҡа эйә булған иркен хәрәкәтле бейеүсе булараҡ, классик, шулай уҡ хәҙерге заман партияларын да уңышлы бейей.

Һуғыш йылдарында фронтта махсус әҙерләнгән программалар менән сығыш яһай. 1942 йылдың 30 декабрендә Куйбышев Ҙур театрында А. С. Гриндың шул исемдәге повесы буйынса ҡуйылған В. М. Юровскийҙың «Алые паруса» балеты премьераһы була, унда ул Ассольдең төп партияһын башҡарыусы була. Был балет менән труппа азат ителгән ҡалалар буйлап гастролдәрҙә йөрөй.

Һуғыштан һуң СССР ҡалалары һәм сит илдәр буйлап гастролдәрҙә була.

Уның партнёрҙары араһында А. Н. Ермолаев, А. М. Мессерер, П. А. Гусев һәм башҡа бейеүселәр була.

1963 йылда балерина карьераһын тамамлағас, СССР-ҙа ғына түгел, шулай уҡ сит илдәрҙә лә: Римда, Будапештта, Мюнхенда, Берлинда, Дрезденда, Штутгартта, Венала, Белградта, Стокгольмда, Нью-Йоркта, Токиола, Лондонда, Ослола һәм башҡа ҡалаларҙа уҡытыу менән шөғөлләнә. 1997 йылдан ГИТИС профессоры була. 50 йылдан ашыу ГИТИС-тың хореография кафедраһында дәүләт имтихан комиссияһын етәкләй[7].

1973 йылдан Мәскәүҙә халыҡ-ара балет артистары конкурсының ойоштороу комитетын етәкләй. С. П. Дягилев исемендәге Беренсе Мәскәү халыҡ-ара йәш балет артистары конкурсының жюри рәйесе (1992). Шулай уҡ Үҙәк телевидение күҙәтеүсеһе һәм «Энциклопедия балета» редколлегия ағзаһы була. 1992 йылдан — Рәсәй хореография ассоциацияһы президенты, 1996 йылдан Үҙәк сәнғәт хеҙмәткәрҙәре йорто идараһын етәкләй. «СССР— Япония» һәм «СССР — АҠШ» йәмғиәттәре идараһына ингән.

1943 йылдан ВКП(б) ағзаһы.

2008 йылдың 20 декабрендә 93-сө йәшендә Мәскәүҙә үҙ фатирында вафат була. «Ул йоҡлап киткән һәм уянмаған», — тип һөйләне балеринаның туғаны. 2008 йылдың 23 декабрендә Введенское зыяратында (5-се участка) ерләнә.

  • Беренсе ире — Илья Трауберг (1905—1948), кинорежиссер (Бөйөк Ватан һуғышы башланыр алдынан айырылашалар).
  • Икенсе ире — Леонид Райхман (1908—1990), СССР МГБ хеҙмәткәре, генерал-лейтенант (1951 йылда ҡулға алынып, кире ҡайта алмай).
  • Өсөнсө ире — Алексей Антонов (1896—1962), хәрби начальник, армия генералы, Баш командование ставкаһы ағзаһы, 1945—1946 йылдарҙа СССР Ҡораллы көстәренең генераль штабы начальнигы, Варшава Килешеүе Ойошмаһы илдәренең Берләшкән ҡораллы көстәре штабының беренсе начальнигы[8].

Ольга Лепешинскаяның балалары булмай.

Мәскәүҙә 1-се Тверская-Ямская урамы, 3-сы йорт 1-се фатирҙа йәшәгән.

Балерина вафат булғандан һуң Үҙәк сәнғәт хеҙмәткәрҙәре йорто хеҙмәткәрҙәре төркөмө балерина мөлкәтен граждандарға мираҫҡа тапшырыуға бәйле шарттарҙы тикшереүҙе һорап Рәсәй Федерацияһы Генераль прокуратураһына мөрәжәғәт итә. Шуның менән бәйле Мәскәү прокуратураһына законға ярашлы тикшереү үткәрергә ҡушыла[9].

Балеринаның гардеробынан алынған әйберҙәр уның вариҫтары тарафынан мода тарихсыһы А. Васильевҡа тапшырыла. 2012 йылда бер нисә күлдәк һәм сәхнә костюмдары «Мода за железным занавесом» күргәҙмәһенә тапшырыла.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Кремлдә дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһында Ольга Лепешинская һәм Владимир Путин, 2006 йылдың 6 октябрендә.
О. Лепешинская (Китри) «Дон Кихот» балетында, 1940 йыл.
  • 1933 — Амур («Пламя Парижа», Б.В Асафьев)
  • 1933 — Фея Драже («Щелкунчик», П. И. Чайковский)
  • 1933 — Лиза ("Тщетная предосторожность, " Ж. Доберваль)
  • 1934 — Солистка («Шопениана» Ф. Шопен музыкаһына)
  • 1934 — Сванильда («Коппелия», Л. Делиб)
  • 1935 — Суок («Три толстяка», В. А. Орансий) (беренсе башҡарыу)
  • 1935 — Зина («Светлый ручей», Д. Д. Шостакович)
  • 1936 — Аврора («Спящая красавица», П. И. Чайковский)
  • 1938 — Полина («Кавказский пленник», Б. В. Асафьев)
  • 1939 — Светлана «Светлана» Д. Л. Клебанова (беренсе башҡарыу)
  • 1939 — Маша («Щелкунчик», П. И. Чайковский)
  • 1940 — Китри («Дон Кихот», Л. Ф. Минкус
  • 1941 — ОксанаТарас Бульба» В. П. Соловьёв-Седой) (беренсе башҡарыу)
  • 1941 — Одетта и Одилия («Лебединое озеро» П. И. Чайковского)
  • 1943 — АссольАлые паруса», В. М. Юровский)
  • 1945 — Золушка («Золушка», С. С. Прокофьев) (беренсе башҡарыу)
  • 1946 — Лиза («Барышня-крестьянка», Б. В. Асафьев)
  • 1947 — Жанна («Пламя Парижа», Б. В. Асафьев)
  • 1947 — Татьяна «Татьяна» («Дочь народа») А. А. Крейн музыкаһына
  • 1949 — Сванильда («Коппелия», Л. Делиб)
  • 1949 — Тао Хоа («Красный мак», Р. М. Глиэр)
  • 1949 — Мирандолина («Мирандолина», С. Н. Василенко)
  • 1949 — Параша («Медный всадник», Р. М. Глиэр) (беренсе башҡарыу)
  • 1952 — Аврора («Спящая красавица», П. И. Чайковсий)
  • 1952 — Фадетта («Фадетта», Л. Делиб) (беренсе башҡарыу)
  • 1956 — Лауренсия («Лауренсия», А. А. Крейн)
  • 1959 — Сари («Тропою грома», К. А. Караев) (беренсе башҡарыу)

В операх, на концертной эстраде

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Миниатюра «Ҡыҙ һәм гусар» — Ҡыҙ
  • И. Штраус музыкаһына «Вальс» концерт номеры
  • 1939 —М. И. Глинканың «Иван Сусанин» операһынан балет күренеше (Р. В. Захаров хореографияһы) — Нимфа
  • 1940 — Л. В. Якобсондың Э. Григ музыкаһына «Һунарсы һәм ҡош» хореографик миниатюраһы
  • 1941 — М. Понсе музыкаһына Л. В. Якобсондың «Һуҡыр ҡатын-ҡыҙ» хореографик миниатюраһы
  • 1944 — А. П. Бородиндың «Кенәз Игорь» операһынан «Половецк бейеүҙәре» балет картинаһы (К. Я. Голейзовский хореографияһы) — Чага
  • 1949 — Ш. Гуноның «Фауст» операһынан «Вальпургиева ночь» балет картинаһы (Л. М. Лавровский хореографияһы) — Вахкан ҡатын-ҡыҙы
  • 1950 —М. П. Мусоргскийҙың «Хованщина» операһында (С. Г. Корень хореографияһында) — Фарсы ҡыҙы[13]
  • 1942 — Концерт фронту (музыкаль фильм) — балет солисы, А. Руденко менән бейеү
  • 1951 — Ҙур концерт (музыкаль фильм) — Ольга Александровна
  • 1959 — Граф Нулин (фильм-балет) — Наталья Павловна

Фильмдарҙа ҡатнашыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1969 — Молодой балет мира (документаль)
  • 2004 — Диалог с легендой (документаль)

И. Сталин артистканың ижадын хөрмәт иткән. Мемуарсы Гронский яҙғанса (фамилияһын ентекләп күрһәтмәйенсә), 30-сы йылдар уртаһында халыҡ юлбашсыһы йыш ҡына балеринанан Кремлгә ҡараңғы төндә ҡайтып йөрөгән.

Эстонияның Postimees баҫмаһы һорауына Лепешинская былай тип яуап бирә: «Сөнки Ҙур театрға Сталин килде. Буш ваҡыты булғанда, ул гел килә торғайны, үҙенең ялғанына ултыра ине, һәм беҙ Сталиндың театрҙа икәнен белә инек. Кулисалар артында бик күп йәш, яҡшы кейенгән ирҙәр барлыҡҡа килә. Сталин беҙҙең өсөн дә изге булған „Пламя Парижа“» балетын бик яратты. Сталин Оло театр өсөн бик күп эш башҡара, уның эргәһендә театр бер бөтөнгә әүерелә. Беренсе класлы музыканттар барлыҡҡа килә, ә оркестр үҙе балет һәм опера кеүек цехҡа әүерелә"[14].

  1. Лепешинская Ольга Васильевна // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. http://www.telegraph.co.uk/news/obituaries/3919378/Olga-Lepeshinskaya.html
  3. Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
  4. Olga Lepeshinskaya // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 Lepešinskaja, Ol‘ga Vasil‘jevna // Чешская национальная авторитетная база данных
  6. https://data.performing-arts.ch/a/90604523-e39c-45f6-acd3-fbd0a606d51b / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
  7. Лепешинская Ольга Васильевна Кто есть кто в современной культуре : В 2 вып. Гл. ред. С. М. Семёнов, авт. и сост. Н. И. Шадрина, Р. В. Пигарев и др.— М.: МК-Периодика, 2006—2007. — ISBN 5-93696-007-3, 5-93696-010-2.
  8. Крылова М. Стахановка из Большого театра. Чем запомнилась балерина Ольга Лепешинская//Независимая газета. 29.09.2006 г.
  9. Прокуратура проверит наследство Ольги Лепешинской
  10. Указ Президента РФ от 28 сентября 2006 г. № 1052
  11. Указ Президента РФ от 12 сентября 1996 г. № 1352(недоступная ссылка)
  12. Распоряжение Президента РФ от 08.03.2005 г. № 85-рп «О поощрении Лепешинской О. В.»
  13. Артисты и администрация
  14. Танькова Я. и др. Умерла любимая женщина Сталина, балерина Ольга Лепешинская. https://www.kp.ru/online/news/180837/
Видео