Лесин Василий Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Лесин, Василий Николаевич битенән йүнәлтелде)
Лесин Василий Николаевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 февраль 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Благовар районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 13 май 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (77 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө рәссам
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты
Ойошма ағзаһы СССР Рәссамдар союзы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Лесин Василий Николаевич (1 февраль 1943 йыл13 май 2020 йыл) — СССР һәм Рәсәй рәссамы, график. 1975 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (2001) атҡаҙанған рәссамы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Василий Николаевич Лесин 1943 йылдың 1 февралендә Башҡорт АССР‑ының Благовар районы Васильцовка ауылында тыуған.

1967 йылда Серго Орджоникидзе исемендәге Өфө авиация институтын тамамлай.

Бала саҡтан һүрәт төшөрөү менән мауыға. Өфөлә Серго Орджоникидзе исемендәге мәҙәниәт һарайында һынлы сәнғәт студияһында шөғөлләнә. Өфө авиация институтын тамамлағандан һуң, Силәбелә юғары авиация училищеһында хеҙмәт итеп, Силәбе механик заводының һынлы сәнғәт студияһында (педагогы — акварелсе Николай Петрович Богомолов) шөғөлләнә.

Өфөлә йәшәй һәм эшләй. «Инйәр» ижади төркөмө ағзаһы (1989—1993).

В. Н. Лесин ижады жанр йүнәлештәре буйынса төрлө: пейзаж, портрет, натюрморт, сюжет-тематик картиналар.

Рәссамдың картиналары:

Василий Николаевич Лесин 2020 йылдың 13 майында Өфө ҡалаһында вафат булды[1].

Ҡатнашҡан күргәҙмәләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Василий Лесин 1972 йылдан алып — республика, зона, төбәк, Бөтә Союз, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара һәм сит ил күргәҙмәләре ҡатнашыусыһы.

Төп эштәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лето. Страда (1976), Зима. Триптих (1978), Искушение (1988), К весне (1994), Созерцание (1990), Зима — I. Триптих (1984), Космическое путешествие (1991), Рождение (1990), Тундра (2005), Мир снегов (1993), Двойной натюрморт (2005), Солнечный день (1992), Триумфальное шествие. Триптих «Крылатые» (1988), Голоса птиц. Триптих «Крылатые» (1989), Райские яблоки (1996), Рождение цыпленка. Триптих «Крылатые» (1988), Весенний лес (2006) һәм башҡалар.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы (2008)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2001)
  • Икенсе бойондороҡһоҙ халыҡ-ара графика «Белые Интерночи» Биеннале дипломы (2004; Санкт-Петербург).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]