Лилит Блеян
| Лилит Блеян | |
| Тыуған | |
|---|---|
| lilit.es | |
Лилит Блеян (1978 йылдың 2 июнендә Ереванда тыуған) — әрмән йырҙар авторы һәм йырсыһы. Ул әрмән, испан һәм инглиз телдәрендә йырҙар яҙа һәм башҡара.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1978 йылдың 2 июнендә Әрмәнстан ССР-ының Ереван ҡалаһында тыуған. Тәүге йырҙарын һөйләшә алмаҫ борон уҡ яҙған. Музыка мәктәбен скрипка буйынса тамамлай. 14 йәшендә Ереванда Алан Оганнес исемендәге камера хорында йырлай башлай. Мәктәптә уҡыған сағында испан йырҙары менән мауыҡҡан ҡыҙ үҙ аллы испан телен өйрәнә башлай. Телдәргә булған мәхәббәте уны Ереван дәүләт университетына алып килгән, унда ул испания һәм инглиз телдәре буйынса һөнәр алған. Университетта уҡығанда ул дуҫты менән дуэтта бер нисә музыкаль сарала һәм тамашала ҡатнашҡан. Ләкин музыка һәм йырҙар яҙыу бары тик хобби ғына булып ҡалған.[1][2][3][4]
Университетта уҡығанда Лилит тележурналистика буйынса махсус курстар тамамлай һәм Еревандың «А1 Плюс» бойондороҡһоҙ телеканалының йәш йөҙҙәренең береһе була. Ул журналист булып эшләй башланы, һуңынан телекомментатор, яңылыҡтар мөхәррире булып китә, шулай уҡ бер нисә бойондороҡһоҙ телевидение проекттары өҫтөндә эшләй.
2010 йылда әрмән телендә «Спасог гагнцнэр» тигән сингл сығара. Йыр шунда уҡ уңышҡа өлгәшә һәм уны тулы метражлы альбом яҙҙырыу тураһында уйларға этәрә. Шулай итеп, 2011 йылда уның әрмән һәм испан телдәрендәге туғыҙ акустик йырҙан торған тәүге альбомы донъя күрә. Тиҙҙән журналист эшен ташлап, йырлауға һәм йырҙар яҙыуға иғтибарын йүнәлтергә ҡарар итә.
2013 йылдың 19 ноябрендә уның икенсе альбомы, башлыса испан телендәге йырҙарҙан һәм ҡайһы бер инглиз телендәге йырҙарҙан тора.[5].
Дискография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]In Another City (2011)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Քաղաքից քաղաք
- Տրամադրություն
- Սպասող գնացքներ
- Երազելով ծովի մասին
- Մութ սենյակում
- Սպասելով ամռանը
- Հին հետքերով
- Siempre tu' (իսպաներեն)
- Սպասող գնացքներ (իսպաներեն)
Paciencia (2013)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- El corazón como prisión
- Volverás
- Por el Mediterráneo
- Paciencia
- Coloreando
- Бер көн
- Una semana en Barcelona
- Раштуа кичәсе
- Эль Деспуэс
- Castillo de arena
- Falling
- Siempre Tú (з альбому «In another City»)
- Раштуа кичәсе
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Աննա Բարսեղյան Լիլիթ Բլեյանի առաջին ձայնասկավառակի շնորհանդեսը (әрм.). Azatutyun. Дата обращения: 20 апрель 2023. Архивировано 23 сентябрь 2015 года.
- ↑ Լրագրությունից' երաժշտություն. Լիլիթ Բլեյանի "Ուրիշ քաղաքում" սկավառակը՝ այլընտրանք լավ երաժշտությունը գնահատողներին (әрм.). Medialab. Дата обращения: 20 апрель 2023. Архивировано 8 октябрь 2018 года.
- ↑ Լիլիթ Բլեյան (әрм.). Bravo. Дата обращения: 20 апрель 2023. Архивировано 23 апрель 2023 года.
- ↑ "Ուրիշ քաղաքում" . Լիլիթ Բլեյանն ունի հեղինակային երգերի ձայնասկավառակ (әрм.). Aravot. Дата обращения: 20 апрель 2023. Архивировано 24 апрель 2023 года.
- ↑ Մի երկրում պատերազմ է, ու երեխաներ են սպանվում, իսկ հարևան պատի հետևում երեխան լաց է լինում նոր Այֆոնի համար (әрм.). Irates. Дата обращения: 20 апрель 2023. Архивировано 19 апрель 2023 года.