Ишемйәрова Лилиә Рауил ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Лилиә Рауил ҡыҙы Ишемйәрова битенән йүнәлтелде)
Ишемйәрова Лилиә Рауил ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  РСФСР
Тыуған көнө 19 июль 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (47 йәш)
Тыуған урыны Иҙелбәк, Ейәнсура районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө йырсы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Ишемйәрова Лилиә Рауил ҡыҙы (19 июль 1976 йыл) — йырсы. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2022).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лилиә Рауил ҡыҙы Ишемйәрова 1976 йылдың 19 июлендә Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районы Иҙелбәк ауылында тыуған.

1990 йылда 9-сы синыфты тамамлағас, уҡыуын Өфө сәнғәт училищеһында дауам итә, 1993 уның яңғыҙ йырлау бүлеген тамамлай.

1993 йылда Сибай дәүләт филармонияһына артист-вокал башҡарыусыһы итеп эшкә саҡыралар.

1998 йылдан Өфө сәнғәт институты студенты. Был уҡыу йортон 2002 йылда тамамлаған.

2000 йылда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» исеме бирелә.

2002 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә саҡыралар һәм ошо коллектив менән төрлө гастролдәрҙә, конкурстарҙа ҡатнаша, әүҙем эшмәкәрлек алып бара [1].

2022 йылдың 25 мартында йырсыға «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исем бирелде[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2022) [3]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2000)[4]
  • «2002 Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе алыуҙа ҡатнашҡан өсөн» тағылмалы билдә (2003)[5]
  • «Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн» күкрәк билдәһе (2006) [6]

Конкурстарҙа яңғыҙ еңеүҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Яҙғы моңдар» республика конкурсы дипломанты (1992)
  • «Ирәндек моңдары» республика конкурсының 3-сө премияһы лауреаты (1996)
  • Халыҡ-ара «Урал моңо» төрки йәштәр конкурсының 1-се премия лауреаты (1998)
  • Халыҡ-ара «Европа-Азия» Оркестрҙар һәм халыҡ инструменттары ансамблдәре конкурсы дипломанты (2007).

Видеояҙмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Ишемьярова Лилия Равиловна 2019 йыл 8 май архивланған.
  2. Радий Хабиров в День работника культуры наградил выдающихся представителей отрасли. Информационное агентство «Башинформ», 25 марта 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 март 2022)]
  3. Указ Главы Республики Башкортостан от 22 марта 2022 №УГ-124
  4. Указ Президента Республики Башкортостан от 22 мая 2000 №УГ-271
  5. Приказ Госкомстата России от 30 июня 2003 №134
  6. Приказ ФС государственной статистики от 29 декабря 2006 г №248

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ишемьярова Лилия Равиловна 2019 йыл 8 май архивланған.
  • ИШЕМЬЯРОВА Лилия Равиловна
  • С.Кияшко.Тандем песни и танца» - «Уфа», 2011,декабрь
  • Л. Аралбаева - Ишморатова.Һандуғас та буйға , ай, ҙур түгел" - "Башҡортостан ҡыҙы", 1999
  • Г. Ҡотоева. Гәүһәрҙәй сағыу, усаҡтай йылы. - "Башҡортостан ҡыҙы", 2018, №5
  • Л. Нәфиҡова. Ҡыҙы бар - наҙлы, улы бар - терәкле - "Киске Өфө", 2012, №7
  • Н. Фазлыева. Сәхнә һандуғасы - "Аманат" , 2003, № 3
  • З. Миңлебаева.Үҙ моңомдо эҙләйем - "Йәншишмә", 1999,12 ноябрь
  • Г. Иҡбаева. Йөрәгем дә һинең өсөн - Ҡыҙыл таң, 2015, 30 октябрь

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]