Линин Анатолий Михайлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Анатолий Михайлович Линин
Тыуған көнө:

1901

Вафат булған көнө:

1938

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы, тарихсы

Жанр:

проза

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

русса

Анатолий Михайлович Линин (1901—1938) — яҙыусы, рус әҙәбиәте тарихсыһы, Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Тормош юлы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Анатолий Линин уҡытыусы ғаиләһендә тыуа. Әзербайжан дәүләт университетының тарих-филология факультетын уңышлы тамамлай. 1928 йылда Дондағы Ростовҡа доцент булып килә. Һигеҙ йыл буйына Ростов педагогия институтында рус әҙәбиәте кафедраһы менән етәкселек итә, бик ҙур ғилми тикшеренеүҙәр алып бара.

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Анатолий Михайлович Лининдың баштағы эштәре А. Н. Островский һәм Леонид Андреевтарҙың ижадына арнала.

Дондағы Ростовта Анатолий Михайлович А. Н. Островскийҙың драматургияһын өйрәнеүҙе дауам итә, был турала бик төплө «Творчество Островского» тигән монографияһын баҫтыра.

Үҙе мөхәррирләгән «Чехов и наш край» йыйынтығында А. П. Чехов тураһындағы байтаҡ мәҡәләләрен һәм материалдарын баҫтыра. 1935 йылда А. М. Лининдың А. М. Горький, А. С. Серафимович һәм А. П. Чехов тураһындағы тәнҡит мәҡәләләре сыға.

А. М. Линин шулай уҡ А. С. Пушкиндың Төньяҡ Кавказда булыуы менән бәйле мәсьәләләрҙе лә ныҡлап өйрәнә. Ул «Историк Войска Донского В. Д. Сухоруков и А. С. Пушкин» һәм «А. С. Пушкин на Дону» тигән ғилми эштәрен баҫтырып сығара. Шуларҙың һуңғыһы 1941 йылда нәшер ителә, ә 1949 йылда ҡайтанан баҫыла.

Анатолий Михайлович Линин Ростов яҙыусылар ойошмаһында ҙур эштәр алып бара, дон яҙыусылары тураһында үҙенең күп мәҡәләләрен яҙып сыға.

А. М. Линин әҫәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Айырым баҫмалары

  • Литература по А. Н. Островскому. — Владикавказ, 1924.
  • Литературные очерки. — Ростов н/Д: Азчериздат, 1935.
  • За литературную, достойную эпоху. — Ростов н/Д: Азчериздат, 1936.
  • Творчество А. Н. Островского. — Ростов н/Д: Ростиздат, 1937.
  • А. С. Пушкин на Дону. — Ростов н/Д: Ростиздат, 1941, 1949.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Дон литературный. Писатели России. Шолоховский край. XIX—XXI вв.:справ. изд., Сост. Губанов Г. — Ростов н/Д, 2006. — 512 с. ISBN 5-481-00623-5

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Изолированная статья