Линиченко Варвара Федотовна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Линиченко, Варвара Федотовна битенән йүнәлтелде)
Варвара Федотовна Линиченко
Файл:Linichenko VF.jpg
Тыуған көнө

16 декабрь 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})

Тыуған урыны

село Леоновка, Валуйского района, Центрально-Чернозёмная область, РСФСР, СССР

Вафат булған көнө

30 ноябрь 1998({{padleft:1998|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (69 йәш)

Вафат булған урыны

село Леоновка, Валуйского района, Белгородская область, Россия

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Наградалары һәм премиялары
Социалистик Хеҙмәт Геройы
Ленин ордены

Варвара Линиченко Федотовна (Попова) (1928 — 1998) — совет ауыл хужалығы алдынғыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Варвара Линиченко Федотовна 1928 йылдың 16 декабрендә Үҙәк Ҡара тупраҡлы өлкәһе (хәҙерге Воронеж өлкәһе) Валуй районы Леоновка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

.

Линиченко хеҙмәт эшмәкәрлеген 1941 йылда, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында башлай. Ололар менән бер рәттән йәштәштәре менән колхоз баҫыуында эшләй.

1955 йылда В. Ф. Линченко Валуй районы Ватуттин исемендәге совхозға ҡош ҡараусы булып килә. Шәхси уңыштары өсөн өс тапҡыр «Ауыл хужалығы эшселәре араһында социалистик ярыш отличнигы» исеменә лайыҡ була. Үткән быуаттың 60-сы йылдарында «Белгород өлкәһенең иң яҡшы ҡош ҡараусыһы» һәм «Ауыл хужалығы етештереүе оҫтаһы» тигән почётлы исемдәр бирелә. Үҙ иҫәбернәде тауыҡтарҙан йылына 170-тән артыҡ йомортҡа алыуға өлгәшә.

СССР Юҡары Советы Президиумының 1966 йылдың 22 мартындағы Указына ярашлы Варвара Федоровна Линиченкоға «малсылыҡты үҫтереү, ит, йомортҡа һәм башҡа продукциялар етештереү өлкәһендәге уңыштары өсөн» Социалистик Хеҙмәт геройы исеме бирелә һәм Ленин Ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырыла.


.

1983 йылдан пенсияла. 1998 йылдың 30 ноябрендә вафат була.

Наградалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Валуй ҡалаһы округында "геройҙар аллеяһы"нда Линиченко В.Б бюсты ҡуйылған.

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]