Лисициан Рузанна Павловна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Рузанна Лисициан
Тулы исеме

Рузанна Павловна Лисициан

Тыуған

9 май 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (74 йәш)

Тыуған урыны

СССР, Мәскәү ҡалаһы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР Рәсәй Рәсәй

Һөнәрҙәре

СССР, Рәсәй һәм Әрмәнстан йырсыһы, Рәсәй музыка педагогы

Йырлау тауышы

сопрано

Коллективтар

«Мадригал» иҫке музыка ансамбле

Наградалар
Әрмән ССР-ының халыҡ артисы
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы

Лисициан Рузанна Павловна (9 май 1945 йыл) — совет, Рәсәй һәм әрмән йырсыһы, вокал педагогы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Профессор. Әрмән ССР-ының халыҡ артисы (1987), Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы (1997).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рузанна Лисициан 1945 йылдың 9 майында Мәскәүҙә билдәле совет опера йырсыһы Павел Лисициан ғаиләһендә тыуа. Мәскәү дәүләт консеваторияһы ҡарамағындағы Үҙәк музыка мәктәбендә арфа класында уҡый. 1965 йылда — М. М. Ипполитов-Иванов исемендәге музыка училищеһының вокал бүлексәһен, 1969 йылда Гнесиндар исемендәге Музыка-педагогика институтын (А. Вербова класы) тамамлай.

1965—1973 йылдарҙа «Мадригал» иҫке музыка ансамблендә йырлай, артабан апаһы Карина менән Мәскәү дәүләт академия филармонияһының солисткалары булалар. Күп йылдар дауамында уларҙың вокаль дуэты телевидениела, радиола һәм концерт эстрадаһында сығыш яһай, СССР һәм сит илдәр ҡалалары буйлап гастролдәрҙә йөрөй. Даими киңәйә барған репертуарҙарында төрлө осорҙарға ҡараған, төрлө жанрҙағы һәм стилдәге биш йөҙҙән ашыу әҫәр була, уларҙы һәр ваҡыт төп нөсхә телендә башҡаралар.[1]

1996—2002 йылдарҙа Рузанна Лисициан Хор сәнғәте академияһында һәм Гнесиндар исемендәге Дәүләт музыка училищеһында уҡыта. 2002 йылдан ул Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһында — доцент,[2] һуңынан яңғыҙ академик йыр кафедраһы профессоры[3]. Уның иң билдәле уҡыусылары —Ҙур театр солисткаһы Анна Аглатова һәм Геликон-Опера солисткаһы Елена Михайленко.[4]

Рузанна Лисициан Рәсәйҙә үткәрелгән төрлө музыкаль конкурстарҙың жюри составына инә. Апаһы Карина һәм игеҙәк туғаны Рубен менән П. Лисициан исемендәге хәйриә фонды ойошторалар, уның сиктәрендә төрлө концерттар, оҫталыҡ кластары, ижади семинарҙар үткәрәләр.[5]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]