Лиси (күл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лиси
Рәсем
Бассейн майҙаны 16 км²
Дәүләт  Грузия
Административ-территориаль берәмек Тбилиси
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 624 метр
Вертикаль тәрәнлеге 4 метр
Майҙан 0,47 км²
Карта
 Лиси Викимилектә

Лиси (груз. ლისის ტბა) — Грузиялағы ҙур булмаған күл,Тбилисинан көнбайыштараҡ Кура йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан. Үлсәме — 800 метрға 550 метр. Күлде бер аҙ үлән менән ҡапланған ташлы дала уратып алған. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге — 624 м.[1]

2007 йылда күлде аукционда GRDC Group грузин компанияһына 182 миллиона долларға[2] һата. Биләмәне үҫтереү планы туристик-һауыҡтырыу комплексын төҙөүҙе күҙаллай.

Фаунаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лиси күле төрлө типтағы һыуҙа йөҙөүсе ҡоштарҙың — һуна өйрәк һәм өйрәктең башҡа төрҙәре, һоро селән, бәләкәй мөншөгөр һәм сыпҡайҙарҙың йәшәү урыны. Күлдә йәшәгән йыртҡыс ҡоштар — һаҙ көйгәнәге, ғәҙәти һар һәм чеглок.

Климаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күлдең климаты йомшаҡ, урта диңгеҙ климаты. Яуым-төшөмдөң йыллыҡ уртаса нормаһы яҡынса 400 мм тәшкил итә, ҡойма ямғырлы көндәр 30-ҙан артмай. 10-20 көн тирәһе күл ҡар менән ҡаплана. Һыуҙың уртаса температураһы ғинуарҙа Цельсий буйынса 0 градус булһа, июлдә 23 градусҡа тиклем күтәрелә. Теркәлгән максималь температура 37 °C була.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]