Лисовская Наталья Венедиктовна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лисовская Наталья Венедиктовна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Франция[1]
Спортта ил өсөн сығыш яһай  СССР
Тыуған көнө 16 июль 1962({{padleft:1962|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[2] (61 йәш)
Тыуған урыны Мәсетле районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Хәләл ефете Юрий Георгиевич Седых[d]
Балалары Алексия Седых[d]
Һөнәр төрө еңел атлет
Уҡыу йорто Рәсәй дәүләт физик культура, спорт, йәштәр һәм туризм университеты[d]
Масса 105 килограмм
Спорт төрө Еңел атлетика
Спорт дисциплинаһы йәҙрә ташлау
Ҡатнашыусы Летние Олимпийские игры 1988[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены заслуженный мастер спорта СССР
Бейеклеге/буйы 186 сантиметр

Лисовская Наталья Венедиктовна (ире буйынса — Седых; (16 июль 1962 йыл) — СССР һәм Рәсәй йәҙрә ташлаусыһы, олимпия чемпионы һәм өс тапҡыр донъя чемпионы, 1987 йылдан алып ғәмәлдәге донъя рекордсмены (22,63 м). СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1984). «Спартак» өсөн сығыш яһаусы (Мәскәү).

Наталья Лисовская һәм уның ире Юрий Седых — еңел атлетика тарихында ете иң боронғо рекордтың икәүһенә эйә булған берҙән-бер ғаилә пары. Юрий Седых үҙ рекордын 1986 йылдың 30 авгусында ҡуйҙы (сүкеш ырғытыуҙа, 86,74 метр), Наталья Лисовская — 1987 йылдың 7 июнендә (йәҙрә ташлау, 22,63 метр).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Наталья Венедиктовна Лисовская 1962 йылдың 16 июлендә Башҡорт АССР-ы Мәсетле районы Әләгәҙ ауылында тыуған. Олимпия чемпионы Фаина Мельник етәкселегендә күнекмәләр эшләй башлай.

СССР йыйылма командаһы өсөн сығыш яһап, Сеулда олимпия уйындарында еңә (1988). Өс тапҡыр донъя рекордын үтеп китә — 1984 йылда һәм ике тапҡыр 1987 йылда. Лисовская — еңел атлетика тарихында иң боронғо донъя рекордтарының береһенең эйәһе. Барселонала 9-сы урынды ғына биләп, 1992 йылдағы Олимпия уйындарынан һуң спорттан китә. ГЦОЛИФК (Ленин орденлы үҙәк дәүләт физик культура институтын) тамамлай.

Ире — билдәле еңел атлет Юрий Седых. 1993 йылда уларҙың ғаиләһендә ҡыҙҙары Алексия тыуа. Наталья һәм Юрий Парижда йәшәйҙәр.

1989 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән.

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Йәҙрә ташлауҙа 1988 йылғы Олимпия уйындары чемпионы. 1992 йылдағы Олимпия уйындары ҡатнашсыһы (9-сы урын).
  • Донъя чемпионы 1987 (21,24).
  • Бинала донъя чемпионаты еңеүсеһе 1985 һәм 1987
  • Бинала Европа чемпионы 1992.
  • Донъя Кубогы ярыштары призеры1985.
  • Европа Кубогы ярыштары еңеүсеһе 1985, 1987.
  • Гран-При IAAF еңеүсеһе 1987.
  • Универсиада еңеүсеһе 1983, 1985
  • Изге Ихтыяр уйындары еңеүсеһе, 1986.
  • СССР халыҡтары Спартакиадаһы еңеүсеһе 1983
  • СССР чемпионы 1985, 1986, 1988.
  • Бинала СССР чемпионы. 1982, 1983, 1986, 1987, 1988.

Шәхси рекордтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Йәҙрә ташлау (асыҡ стадионда) — 22,63 (донъя рекорды, Мәскәү, 1987)
  • Йәҙрә ташлау (бинала) — 22,14 (Пенза, 1986)
  • Диск ырғытыу — 62,28

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Наталья Лисовская — профиль на сайте IAAF (англ.)
  • Наталья Лисовская — олимпийская статистика на сайте Sports-Reference.com (англ.)
  • Наталья Лисовская на сайте общества «Спартак»