Литва

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

style="vertical-align:top; white-space:nowrap;"

Литва Республикаһы
Lietuvos Respublika
Flag of Lithuania.svg Coat of arms of Lithuania.svg
Флаг Герб
Гимн: «Tautiška giesmė»
EU-Lithuania.svg
Литвы күрһәтелгән (ҡуйы-йәшел): — Европала (асыҡ-йәшел һәм ҡуйы-һоро) — Европа союзында (асыҡ-йәшел)
Үҙаллылыҡ датаһы 16 февраль 1918 й. 11 март 1990 й (СССР-ҙан)
Рәсми тел литва
Баш ҡала Вильнюс
Эре ҡалалар Вильнюс, Каунас, Клайпеда
Идара итеү төрө Парламент республикаһы
Президент

Премьер-министр

Даля Грибаускайте

Альгирдас Буткявичюс

Территория
• Бөтәһе
123
65 200 км²
Халыҡ
• Һаны (2012)
• Перепись (2011)
• Халыҡ тығыҙлығы

2 988 400[1] чел. (136)
3 054 000[2] чел.
49 чел./км²
ВВП (ППС)
  • Бөтәһе (2011)
  • На душу населения

61,342 млрд.[3] долл. (86)
18 769 долл.
ВВП (номинал)
  • Бөтәһе (2011)
  • Бер кешегә

43,171 млрд. долл. (82)
13 190 долл.
Этнохороним литвалылар
Валюта Евро (EUR) (Код 978)
Интернет-домен .lt[d]
Код ISO LT
МОК коды LTU
Телефон коды +370
Сәғәт бүлкәте 2

Литва Республикаһы — Көнсығыш Европалағы, Балтик диңгеҙе буйындағы дәүләт.

Майҙаны — 65,2 мең км². Баш ҡалаһы — Вильнюс. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 3,1 млн кеше (2011): литвалар (83,9 %), урыҫтар (5,4 %), поляктар (6,6 %) һ.б.; яҡынса 1 мең башҡорт йәшәй (2002). Рәсми тел — литва теле. Диндарҙарҙың күпселеге — католиктар.

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Литва Европала, Балтик диңгеҙенең көнсығыш яр буйында урынлашҡан. Майҙаны — 65 300 км².

Литва картаһы

Сиктәренең дөйөм оҙонлоғо — 1 273 км, шул иҫәптән көньяҡта һәм көньяҡ-көнсығышта Белоруссия менән — 502 км, төньяҡта Латвия менән — 453 км, көньяҡта Польша менән — 91 км, көнбайышта Рәсәй Федерацияһы (Калининград өлкәһе) менән — 227 км.

Яр буйы һыҙығы — 99 км. Өҫкө йөҙө тигеҙлекле.

Иң юғары нөктәһе — Аукштойо убаһы (Aukštojo kalnas) илдең көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә Вильнюстан 23,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан (бейеклеге 293,84 метр).

Иң ҙур йылғалары — Неман (Нямунас, лит. Nemunas) һәм Нерис (лит. Neris). Литва территорияһында 2830 күл бар, улар ил территорияһының 1,37%-ын биләй; иң ҙур күл — Друкшяй (лит. Drūkšiai, бел. Дрысвяты) күле Латвия, Литва һәм Белоруссия араһындағы сиктә урынлашҡан (майҙаны 44,5 км²), иң тәрән күл — Таурагнас (лит. Tauragnas, тәрәнлеге 61 м), иң оҙон күл — Асвея (лит. Asveja, оҙонлоғо 30 км).

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөйөк Литва кенәзлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Көнбайыш Двина менән Висла йылғалары араһында Литва ҡәбиләләре йәшәгән. Улар игенселек һәм һунарсылыҡ менән шөгөлләнгән. XII быуат аҙағында — XIII быуат башында уларҙа феодаль мөнәсәбәттәр барлыҡҡа килгән, ләкин тәүтормош-община ҡоролошоноң; тәртиптәре лә әлегә көслө булған. Немец рыцарҙарының ябырылыу ҡурҡынысы һәм уларҙан һаҡланыу кәрәклеге литва ҡәбиләләренең Бөйөк Литва кенәзлегенә берләшеүен тиҙләткән.

Литва иҡтисады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Литва — Балтика ярында эллеке СССР республикалар араһында иӊ ҡәүетле иҡтисадлы ил. ORLEN Lietuva — Мажейкяй нефть эшкәртеү заводы илде тулыһынса нефтпродукттар менән тъәмин итә һәм сит илгә һата. Рәсәйҙән нефть алмау өсөн Бутингта нефть шыйыҡсалар терминалы төҙөлгән.

2006 йылдағы авариянан һуӊ «Дуслыҡ» нефтепроводыныӊ Литва өлөшө ябыла.

2004 йылда Литва Европа Берлешмәһенә инә. Хеҙмәтләндереү 65 % тиклем етә. Литва — нефтехимия иле. Илдә эре азот ашламалар заводы Achema эшләй.

Литва бөтә тәбиғи ресурстарҙы (күмер, газ, нефть) импортлай. 2010 йылда Игналин АЭС-ы ябыла. Электрэнергия Литва ГРЭС, Электренай ТЭС, Каунас Теплоүҙәк (Газпром активы), Круонис ГАЭС-да етештерелә.

Башҡортостан менән бәйләнеш[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Monthly official estimate
  2. Предварительные итоги переписи в официальном пресс-релизе Департамента статистики.
  3. Report for Selected Countries and Subjects

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Һанлы исемлектең бер юлы
Донъя Был ил тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.