Литология

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Литология (лито һәм логия) — тау тоҡомдарының һәм улар менән бәйле файҙалы ҡаҙылмаларҙың составын, структураһын, текстураһын һәм генезисын өйрәнгән геология бүлеге.

Тарихы[үҙгәртергә]

1910‑сы йылдарҙа дөйөм петрографиянан айырылып сыға. Литология үҫешенә Л.Б.Рухин, Н.М.Страхов, В.Н.Шванов, М.С.Швецов һ.б. ҙур өлөш индерә.

Литология бүлектәре[үҙгәртергә]

Ултырма тоҡомдар (яланда күҙәтеүҙе һәм лаб. тикшеренеүҙәрҙе үҙ эсенә ала), ултырма тоҡом компоненттарының, уларҙың структураларының, текстураларының матди составы һәм уның нигеҙендә ултырма тоҡомдарҙың классификацияһын эшләү; литогенездың дөйөм законлыҡтары (теге йәки был ултырма ҡатламдарҙың барлыҡҡа килеү процесы). Литология геохимия, климатология, палеогеография, палеонтология, стратиграфия, тектоника һ.б. менән тығыҙ бәйләнештә тора.

Литология бурысы[үҙгәртергә]

Төрлө типтағы ултырма тоҡомдарҙы һәм файҙалы ҡаҙылмаларҙы айырыу законлыҡтарын асыҡлау.

Литология буйынса тикшеренеү эштәре[үҙгәртергә]

БР‑ҙа платформалы өлөштә — нефть ятҡылыҡтары, таулы өлөштә тимер, марганец һәм һибелмә алтын ятҡылыҡтары менән бәйле ултырма тоҡомдарҙы тикшереү үҫеш ала (Д.Г.Ожиганов, А.И.Олли). 1950—60‑сы йылдарҙа Көнсығыш Европа платформаһының көнсығыш өлөшөнөң венд алды ултырмаларын (Ҡ.Р.Тимерғәзин), карбон һәм кайнозойҙың ултырма тоҡомдарын (Ә.З.Һөйөндөков, В.Л.Яхимович) ентекле литологик‑ритмостратиграфик тикшереү үткәрелә; Көньяҡ Уралдың кембрий алды ултырма тоҡомдарын өйрәнеү дауам итә (А.В.Маслов) һ.б.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Страхов Н.М. Развитие литогенетических идей в России и СССР. М., 1971; Рифей западного склона Южного Урала (классические разрезы, седименто- и литогенез, минерагения, геологические памятники природы). Т.1 /А.В.Маслов [и др.]. Екатеринбург, 2001.

Сығанаҡ[үҙгәртергә]