Ловран
Перейти к навигации
Перейти к поиску
Ловран | |
Флаг | |
![]() | |
![]() | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Приморско-Горанская жупания[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 0 метр |
Туғандаш ҡала | Кастель-Сан-Пьетро-Терме[d] һәм Budapest District XVII[d] |
Майҙан | 21 км² |
Почта индексы | 51415 |
Рәсми сайт | lovran.com |
![]() |
Ловран (хорв. Lovran) — Истрия ярымутрауының төньяҡ көнсығышындағы ҡала, Адриатик диңгеҙенең яры буйында, Хорватияның төньяҡ өлөшөндә ята. Кварнер ҡултығы ярында урынлашҡан. Йәйге генә түгел, ҡышҡы популяр курорт булараҡ та билдәле.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Легендаға ярашлы, рим патрицийы һәм дәүләт эшмәкәре Маркус Агриппа 1-се быуатта хәҙерге ҡала урынында үҙенең йәйге резиденцияһы Тускулумды төҙөгән урында Ловран ҡалаһы барлыҡҡа килгән.
Ловран XIX быуатҡа тиклем урта быуат диңгеҙ үҙәге кеүек билдәле.
XX быуат башында Ловран австро-венгрия юғары ҡатламының киң билдәле ҡышҡы курортына әүерелә. Тик Икенсе донъя һуғышынан һуң ғына ҡала йәйге ял өсөн курорт урыны һымаҡ үҫешә башлай.
Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Боронғо ҡала ҡала ҡапҡалары менән.
- 14 быуатта төҙөлгән үрта быуат готик фрескалары һәм глаголик яҙыуҙары менән Изге Юрай Приход сиркәүе.
- 14-се быуатта төҙөлгән Изге Георгий майҙанындағы манара.