Эстәлеккә күсергә

Логан (тау)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Логан
ингл. Mount Logan
Көньяҡ-көнсығыштар күренеш
Көньяҡ-көнсығыштар күренеш
Характеристикалары
Абсолют бейеклеге5956[1][2] м
Сағыштырмаса бейеклегеа5247[1] м
Беренсе күтәрелеү1925 йылдың 23 июне 
Урынлашыуы
60°34′02″ с. ш. 140°24′20″ з. д.HGЯO
Страна
ТерриторияЮкон
Тау системаһыКордильер 
Тау һырты йәки массивГоры Святого Ильи 
Канада
Красная точка
Логан
Аляска
Красная точка
Логан
 Логан Викимилектә

Логан (ингл. Logan) — Канаданың иң бейек тау түбәһе (Диңгеҙ кимәленән 5956 метр бейеклектә) һәм Төньяҡ Америкала Денали тауынан һуң бейеклеге буйынса икенсе урынды алып тора. Клуэйн милли паркы биләмәһендә, Юкон биләмәһенең көньяҡ-көнбайышында, Аляска сигенән көнсығышҡа табан 40 км алыҫлыҡта, Изге Илья тау һыртында урынлашҡан.

Логан түбәһе Эверест, Аконкагуа, Денали, Килиманджаро һәм Кристобаль-Колондан һуң алтынсы урынды биләп, сағыштырмаса бейеклек буйынса донъялағы иң бейек тауҙарҙың береһе булып тора.

Тау түбәһенә тәүге тапҡыр 1925 йылдың 23 июнендә Альберт Маккарти, Уильям Фостер, Бунд Тэйлор, Норман Рид, Аллен Карп һәм Фредерик Лабмерт ингән альпинистар төркөмө күтәрелә. 2010 йылдың майында ике япон альпинисы Ясуасии Окада һәм Кацутака Йокояма бығаса үтмәгән Логан түбәһе буйлап күтәрелә, 2011 йылда үрмәләү альпинистик донъяла иң абруйлы награда — Алтын боҙ ҡырҡыусы менән билдәләнә.

Сэр Вильям Эдмонд Логан

1890 йылда АҠШ Геология хеҙмәтенән Аляска тикшеренеүсеһе, Изге Илья һыртын беренсе булып һүрәтләүсе Расселл Израэль түбәгә Канада геологы, Канада тикшеренеүсеһе һәм Канада Геология хеҙмәтенә нигеҙ һалыусы сэр Уильям Эдмонд Логан хөрмәтенә исем бирә.

2000 йылда Канада премьер-министры Жан Кретьен түбәне күптән түгел вафат булған Канада сәйәсмәне, элекке премьер-министр Пьер Эллиот Трюдо хөрмәтенә Трюдо (франц. Trudeau) тип үҙгәртергә тәҡдим итә. Йәмәғәтселек тәҡдимде кире ҡаға, һөҙөмтәлә, Логан түбәһе үҙенсәлекле исемен һаҡлап ҡала.

Физик-географик ҡылыҡһырлама

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Логан массивының 3d-моделе

Дөйөм мәғлүмәттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Логан тауы Юкон биләмәһенең көньяҡ-көнбайышында Клуэйн милли паркы биләмәһендә урынлашҡан һәм Изге Илья тауҙары составына инә. Диңгеҙ кимәленән 5956 метр бейеклектәге Логан түбәһе Канаданың иң бейек нөктәһе һәм Денали тауынан һуң Төньяҡ Американың бейеклеге буйынса икенсе түбәһе булып тора. Логан түбәһенән Аляска ҡултығына тиклемге ара көньяҡҡа 100 километр самаһы тәшкил итә, Аляска менән сигенә тиклем — көнбайышҡа 40 километрҙан кәмерәк[3].

Логан тауы массивы донъяла иң ҙурҙарҙан һанала. Тауҙың нигеҙен уратып алыу 100 километрҙан ашыу. 5000 метр бейеклектә 20 километрҙан ашыу оҙонлоҡтағы ҙур яйла ята[4].

Бер нисә миллион йыл элек боҙлоҡ осоронда Логан массивы ҡар һәм боҙ ҡатламы менән ҡаплана башлай. Ул плейстоценда боҙлоҡ осоронда тағы ла ҙурая һәм әле лә һаҡланған.

Логандың өҫкө өлөшө тулыһынса тиерлек айырым өлөштәрендә 300 метр ҡалынлыҡҡа еткән ҙур боҙ ҡатламы менән ҡапланған. Тауҙан сығыу осраҡтары күбеһенсә массивтың икенсе дәрәжәләге һәм төп түбәләре янында ғына күҙәтелә. Ғалимдар баһалауынса, боҙ ҡатламының аҫҡы ҡатламы бер нисә йөҙ мең йәшкә етеүе мөмкин, сөнки тауҙа температура ваҡыт үтеү менән аҙ үҙгәрә.

Логан түбәһе битләүҙәрендә бер нисә боҙлоҡ башлана. Уларҙың иң эреләре — 122 километр оҙонлоҡтағы Хаббард боҙлоғо, ул Яҡутат ҡултығына һәм Аляска штаты биләмәһендәге Разочарование ҡултығына килеп терәлә.

85 км оҙонлоҡтағы Логан боҙлоғо, ул Логандың төньяҡ битләүендә башлана һәм Читина йылғаһы үрен барлыҡҡа килтереп, төньяҡ-көнбайыш йүнәлештә ағып төшә[5][6][7].

Логан түбәһе Тымыҡ океанға ҡойған Коппер йылғаһын һәм шулай уҡ Тымыҡ океанға ағып төшкән Маласпин боҙлоғон туйындырыусы һыу йыйыу бассейндарының һыу айырғысында урынлашҡан.

1992 йылға тиклем түбәнең аныҡ бейеклеге билдәһеҙ була. Тауҙың бейеклеген тәүге үлсәү 1913 йылда Халыҡ-ара сик буйы комиссияһы тикшеренеүселәре тарафынан башҡарыла. Улар диңгеҙ кимәленән 6050 метрға тиң түбәнең яҡынса бейеклеген триангуляция алымы менән билдәләй. 1949 йылда Вальтер Вуд тауҙың бейеклегенә аныҡлыҡ индерә: бейеклеген 5964 метр тәшкил итә . тип билдәләй

Логан проектын үткәргән ваҡытта тикшеренеүсе Холдсуорт топографик тикшеренеү үткәрә, уның барышында түбәнең яңы бейеклеген билдәләй — 5945 метр[8][9].

1992 йылдың май-июнь айҙарында Канада география йәмғиәте Канада Геодезия хеҙмәте һәм «Канада парктары» учреждениеһы менән берлектә экспедиция ойоштора. Уның барышында диңгеҙ кимәленән 5956 м бейеклеккә тиң түбәнең ағымдағы бейеклеге теркәлә.

Логан түбәһенең сағыштырмаса бейеклеге 5247 м тәшкил итә. Түбәләр араһында минималь бейеклек Аляскала (диңгеҙ кимәленән 709 м) Ментаста артылышында теркәлгән.

Логан түбәһе, Эверест, Аконкагуа, Денали, Килиманджаро һәм Кристобаль-Колондан ҡала, сағыштырмаса бейеклеге буйынса донъяла иң бейек тауҙарҙың береһе һанала.

Төп түбәнән тыш, Логан массивында диңгеҙ кимәленән 5000 метрҙан ашыу бейеклектәге икенсел түбәләр тупланған. Уларҙың барыһының да сағыштырмаса бейеклеге 400 метрҙан кәмерәк. Шул уҡ ваҡытта Канаданың 12 иң бейек тауҙарының 11-е Логан массивына ҡарай (төп түбә һәм ун икенсе дәрәжәле). Логан массивына инмәгән түбәләрҙән Изге Илья тауы ғына был исемлеккә инә.

Түбә исеме Абсолют бейеклеге Сағыштырмаса бейеклеге Координаталар
Төп түбәһе (Логан) 5956 м 5247 м 60°34′02″ с. ш. 140°26′07″ з. д.HGЯO
Филлип-Пик



Peak Phillipe
5920 м 240 м 60°34′45″ с. ш. 140°24′20″ з. д.HGЯO
Ист-Пик



East Peak
5898 м 178. м. 60°34′32″ с. ш. 140°22′04″ з. д.HGЯO
Хьюстонс-Пик



Peak Houstons
5720 м 40. м. 60°35′05″ с. ш. 140°27′24″ з. д.HGЯO
Проспекторс-Пик



Peak Prospectors
5644 м 324 м 60°35′59″ с. ш. 140°30′43″ з. д.HGЯO
АЙНА-Пик



Peak AINA
5600 м 80 м 60°36′32″ с. ш. 140°31′51″ з. д.HGЯO
Расселл-Пик



Russell Peak
5560 м 40. м. 60°35′33″ с. ш. 140°29′12″ з. д.HGЯO
Тюдор-Пик



Peak Tudor
5520 м 160 м 60°36′59″ с. ш. 140°29′40″ з. д.HGЯO
Саксон-Пик



Peak Saxon
5520 м 60. м 60°37′14″ с. ш. 140°28′01″ з. д.HGЯO
Куи-Пик



Peak Queen
5380 м 140 м 60°36′35″ с. ш. 140°35′19″ з. д.HGЯO
Капет-Пик



Peak Capet
5250. м. 210 м 60°38′15″ с. ш. 140°32′44″ з. д.HGЯO

Изге Илья һәм Логан түбәһе дөйөм алғанда ике литосфера плитаһы — Тымыҡ океан һәм Төньяҡ Америка тоташҡан ерҙә урынлашҡан. Был төбәктә плиталарҙың яҡынлашыуы менән бәйле тауҙар барлыҡҡа килеү процесы 600 миллион йыл дауамында өҙөклөктәр менән дауам иткән һәм һуңғы 160 миллион йыл өҙлөкһөҙ бара.

Геологик үлсәмдәр буйынса Логан ярайһы уҡ йәш түбә булып тора. Логан тауының хәҙерге ҡиәфәте яҡынса 153 миллион йыл элек вулкан һәм ултырма тау тоҡомдарынан формалаша башлай. Әммә ҡаялы массив 20 миллион йылдан да һуңға ҡалмайынса ер өҫтөнә сыҡҡан. Быға тиклем төбәк тәпәш убалар (ҡалҡыулыҡтар) өлкәһенән ғибәрәт булған. Логан ҡаялы массивы туранан-тура әле үҫеүсе ҙур батолиттың өҫкө өлөшө булып тора.

1992 йылғы экспедиция маҡсаттарының береһе, түбә бейеклеген билдәләүҙән тыш, тауҙың үҫеү тиҙлеген өйрәнеү була. Бының өсөн тауҙың төрлө урындарында маркерҙар ҡуйыла, улар буйынса киләсәктә был күрһәткес үлсәнеп барасаҡ.

Логан массивы составына кварцтың — яҡынса 20, аҡ һәм алһыу шпатының — 65, көрән биотит слюдаһының 15 проценты инә. Геологтар был составты кварц диориты тип атай.

Логанда климат шарттары башлыса Аляска ҡултығының яҡын булыуына бәйле. Ҡултыҡ өҫтөндә өҫтөнлөк иткән түбән атмосфера баҫымдары Тымыҡ океандан, яр буйы һәм Изге Илья һыртына иҫкән көслө дымлы ел тыуҙыра.

2000 метр һәм унан юғарыраҡ бейеклеккә күтәрелгәндә һауа массалары һыуына һәм ямғыр, ҡар яуа. Тау түбәһенә яҡыныраҡ (5000 м бейеклектә яйлала) ел тиҙлеге йәй көнө 30 км/сәғәткә етеүе һәм ҡышын 100 км/сәғәттән артыуы ихтимал.

Йыллыҡ яуым-төшөм нормаһы диңгеҙ кимәленән 3000-4000 метр бейеклектә иң юғары ҡар кимәленә 4 метрға тиклем етә. 5000 м бейеклектә яуым-төшөмдөң йыллыҡ нормаһы 0,5 м артмай.

5000 м бейеклектә уртаса йыллыҡ температура, уртаса йыллыҡ температура −27° C булғанда, йәй көнө −2° C алып ҡыш көнө −45° C тиклем үҙгәрә. Был бейеклектә ҡарҙың һәм боҙҙоң иреүе һирәк була.

Тауҙа иң түбән температура рекорды 1991 йылдың 26 майында теркәлә (-77,5), был Антарктиканан ситтә иң түбән теркәлгән температура булып тора. Ләкин был температура рекорды ҡуйылмай, сөнки әлеге температура бик ҙур бейеклектә теркәлә.

Түбәгә күтәрелеүҙәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күтәрелеүҙәр тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беренсе тапҡыр күтәрелеү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1922 йылда Торонто университеты профессоры Артур Коулман Канаданың Альп клубына Канаданың бығаса буйһонмаған бейек түбәһенә күтәрелеүҙе ойошторорға тәҡдим итә. 1923 йылдың көҙөндә Ванкуверҙағы Альп клубы йыйылышында экспедиция ойоштороу тураһында ыңғай ҡарар ҡабул ителә, шулай уҡ төркөм ағзалары һайлап алына.[10]. Экспедицияның етәксеһе — Британия Колумбияһынан Канада альпинисы Альберт Маккарти. Төркөмгә шулай уҡ Канада спортсылары Уильям Фостер һәм Фредерик Ламберт, американдар Энди Тэйлор, Норман Рид, Аллен Карп, Роберт Морган һәм Генри Хол-кесе инә[11][12].

1923 һәм 1924 йылдар тау итәгенә тиклем оптималь маршрут эҙләүҙәр менән үтә. Ул ваҡытта Канаданың был өлөшөндә инфраструктура насар үҫешкән була. 1924 йылдың йәйендә Маккарти 45 көнлөк разведка экспедицияһын ойоштора, ул Читин боҙлоғоноң итәгендә барып етеүгә өлгәшә. Һөҙөмтәлә Маккарти Аляскалағы шахтерҙарҙың ҙур булмаған Мак-Карти ҡасабаһы аша ошо мәлдә өйрәнелгән маршрутты һайлай.

Маккарти түбәгә яҡын урындарҙы тикшергәндән һуң, экспедицияның уңышы өсөн кәрәкле йыһаздарҙың бер өлөшөн тау башына алдан уҡ алып барырға кәрәк, тигән һығымтаға килә. Ул быны 1925 йылдың ҡышында эшләргә тәҡдим итә. Әҙерлек февраль айында башлана һәм ике ай дауамында Маккарти, Тэйлор һәм дүрт ярҙамсы ике ат һәм өс эт егеүендә 4 тонна ҡорамалдарҙы база лагеры ҡуйылған урынға алып барып еткерә. Маккарти ҡайтҡандан һәм ике аҙналыҡ ялдан һуң команда менән осраша һәм экспедицияның төп этабына юл ала[12]

1925 йылдың 2 майында төркөм Сиэтлдан Кордоваға юл тота. 12 майҙа төркөм Мак-Картиға барып етә, унан маршруттың йәйәүле өлөшө башлана. 5 көн эсендә 140 саҡрымда үтеп, экспедиция Читина боҙлоғоноң итәгенә барып етә. Мулдарҙы һәм аттарҙы ҡалдырып, улар боҙлоҡ аша түбәгә табан юлды дауам итә, уға тиклем тағы 70-80 саҡрым үтергә кәрәк була[13].

Боҙлоҡ аша артабан тау массивы буйлап өҫкә юл бик күп кәрәк-яраҡ һәм аҙыҡ-түлек менән ҡатмарлана. Уларҙы бер нисә этапта күсерергә тура килә, шулай уҡ һауа торошо ла насар була. 25 майҙа улар Огилви боҙлоғоноң итәгенә 2377 метр бейеклеккә күтәрелә, 6 июндә төркөм Кинг тауына яҡынлашып, 3110 метр бейеклеккә сыға.

16 июндә, оҙаҡ ҡына хәүефһеҙ юл эҙләгәндән һуң, төркөм түбәгә алып барыусы 5090 м бейеклеккә яйлаға уңышлы сыға. 22 июндә төркөм яйлаға штурмлау лагеры ҡуя, ә иртәгәһенә, 23 июндә, көслө ел һәм күреү мөмкинлеге насар булыуға ҡарамаҫтан, алты альпинист күтәрелергә сыға.

16 сәғәттә улар күҙалланған бейеклеккә күтәрелә, әммә был икенсе пландағы түбә булып сыға, унан улар төп түбәне күрә. Уға тиклем тағы ике миль самаһы ҡалған була. Сәғәт 8-ҙә тулы составтағы төркөм (Альберт Маккарти, Уильям Фостер, Энди Тэйлор, Норман Рид, Аллен Карп, Фредерик Ламберт) төп түбәгә уңышлы барып етә[14][15].

Шул уҡ көндө штурм лагерына төшөп өлгөрмәгәнлектән, уларға төндө ҡар мәмерйәһендә үткәрергә тура килә. Икенсе көндө төшөүҙәрен дауам итәләр, әммә ул күп факторҙар менән ҡатмарлана: Ламберттың хәле насар була, күренеүсәнлек һәм һауа торошо яҡшырмай, ә Маккарти бәйләме рюкзакты йүнәтеү өсөн туҡтай, һәм һөҙөмтәлә төркөм икегә бүленә. Бер-береһен эҙләүгә күп ваҡыт сарыф ителә.

Бер нимәгә ҡарамаҫтан, икенсе көндө, 24 июндә, кискеһен улар, дөйөм алғанда, маршрутта 42 сәғәт үткәреп, штурм лагерына уңышлы барып етә. 25 июнь ял итеүгә тотонола. 26 июндә төркөм төшөүен дауам итә һәм 27 июндә төнгө сәғәт берҙә Кинг артылышына етә[15].

Төркөм 15 июлдә Мак-Картиға ҡайта. Төркөмдөң Мак-Картиҙан сығып, яңынан әйләнеп ҡайтыуына тиклем, бөтә экспедиция 65 көн ваҡытты ала. Маршруттың оҙонлоғо 440 саҡрым тәшкил итә[14].

Логан тауына киләһе күтәрелеү 25 йылдан һуң була — 1950 йылда беренсе төркөм ветераны Норман Рид (ул ваҡытта 60 йәш була) һәм Швейцария альпинисы Андре Рох тәүге үтеүселәр маршруты буйынса күтәрелә[14][15]. Ошо уҡ йылда шул уҡ маршрут буйынса түбәгә тағы ла бер альпинистар төркөмө күтәрелә.

Икенсе маршрут буйынса күтәрелеүҙәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Логан түбәһенең көнсығыш һыртында альпинист

1957 йылдың 19 июлендә Дон Монк һәм Джил Робертс көнсығыш һырты буйлап тау түбәһенә менә[16]. 1965 йылдың август уртаһында Дик Лонг, Ален Стек, Джон Эванс, Франклин Коль һәм Поль Бекон Хаммингбёрд маршруты буйынса (көньяҡ һырт, ингл. Hummingbird) беренсегә күтәрелә[17]. Ворблё (көньяҡ стена) маршрутын тәүге тапҡыр 1977 йылда Канаданан Дэйв Джонс, Франк Бауманн, Фред Тиссьен, Джэй Пэйдж һәм Швейцариянан Рене Бучер үтә.[18].

1979 йылдың 19 июнендә, 22 көн күтәрелгәндән һуң, Майкл Даун, Пол Киндри, Джон Хоув һәм Джон Виттмайер тау түбәһенә төньяҡ — көнбайыш һырты буйлап күтәрелә.[19]. Шул уҡ йылда, 30 июндә һәм 1 июлдә төньяҡ-төньяҡ-көнбайыш һырты (Раймонд Йоттеранд, Алан Бургесс, Джим Элзинга и Джон Лафлан) үтелә[20].

2010 йылда ике япон альпинисы — Ясуси Окада (япон. 岡田康) һәм Кацутака Йокояма[ja] (япон. 横山勝丘), Төньяҡ Американың иң ҡатмарлы стеналарының береһе булған алдан үтелмәгән көньяҡ-көнсығыш стенаһы буйлап альп стилендә күтәреләләр. Стена буйлап күтәрелеү 3 көн (4-7 май) дауам итә. Ошо ваҡыт эсендә улар 2500 метрлыҡ стенаны үтә (ҡатмарлылыҡ категорияһы) һәм көнсығыш түбәгә сыға. База лагерына улар бер көндә 30 км маршрут үтеп, 8 майҙа көнсығыш һырты буйлап төшә.

Күтәрелеү алдынан улар 8 көндө яраҡлашыуға тотона, уның барышында күтәрелеү юлынан төшөү мөмкин түгеллеге асыҡлана. Окада һәм Йокояма үҙҙәре үткән маршрутты I-TO тип атай. 2011 йылда был күтәрелеү өсөн альпинистар араһында юғары наградаға — Алтын боҙ киҫеүсе менән бүләкләнә.

Күтәрелеү маршруттары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Логан түбәһенә күтәрелеүҙе ойоштороу өсөн Клуэйн милли паркы хакимиәтенән рөхсәт («пермит») алырға кәрәк. Экспедициялар кәмендә дүрт альпинистан торорға һәм артылыштың тулы планын, шул иҫәптән маршрутты, ҡорамал исемлеген күрһәтергә тейеш. Ҡағиҙә булараҡ, үрләүгә ғариза экспедиция башланырҙан 90 көн алда ебәрелергә тейеш. Тауға менеү миҙгеле ҡыҫҡа — апрель аҙағынан июль башына тиклем.

Экспедицияларҙың күбеһе тауға боҙлоҡта, йәки вертолеттарҙа ултыртыу өсөн ҡулайлаштырылған самолёттарҙа барып етеүҙе өҫтөн күрә. Бындай осраҡта, ктәрелеүгә Клуэйн милли паркы биләмәһендә лә самолетҡа ултырырға рөхсәт алырға кәрәк[21].

Классик күтәрелеш маршруты тәүге күтәрелеүселәрҙең маршрутын ҡабатлай һәм Квинтино Селла боҙлоғонда 2700 метр бейеклектә башлана. Унан экспедициялар 3380 метр бейеклектә Кинг-Тренч база лагерына күсә. Логанға менеү техник яҡтан ауыр түгел, ләкин ауыр һауа шарттары, ярайһы уҡ юғары бейеклек, ҡыҫҡа миҙгел һәм ауыр логистика арҡаһында физик яҡтан ауыр тип иҫәпләнә. Шулай ҙа был маршрут иң ябайы булып тора, уны альпинистарҙың 70 проценты һайлай. Өс аҙна тирәһе ваҡытты ала һәм алты аралыҡ лагерҙы ҡуйыуҙы талап итә[22].

Популярлыҡ буйынса альпинистарҙың 20 процент самаһын һайлаған икенсе маршрут көнсығыш ҡыр буйлап үтә һәм Хаббард боҙлоғонан 2000 метр бейеклектә база лагеры ҡуйылған урындан 8 километр алыҫлыҡта (диңгеҙ кимәленән 2400 м) башлана. Техник күтәрелеү классик маршрут буйынса күтәрелеүгә ҡарағанда бер аҙ ҡатмарлыраҡ, ул ауышлығы 70° тиклем булған ҡыҫҡа участкаларҙы үҙ эсенә ала. Ғәҙәттә, көнсығыш һырттан күтәрелеү шулай уҡ өс аҙна тирәһе ваҡытты ала[23].

1966 йылда Төньяҡ Америка Арктикаһы институты бейек тау шарттарында физиологик тикшеренеүҙәр үткәреү буйынса проектҡа башланғыс һала. Лабораторияны ҡуйыу өсөн урындар сифатында Изге Илья тау системаһы һәм, атап әйткәндә, Логан тауы ҡарала. Пилот Фил Аптон һәм альпинист Барри Бишоп Логанға разведка яһарға ебәрелә. Разведка йомғаҡтары буйынса яйла лаборатория ҡуйыу өсөн яраҡлы урын тип таныла: бында самолёт ултыртырға мөмкин, яйла ярайһы уҡ һөҙәк һәм ярыҡһыҙ була[9].

1967 йылдың июлендә һигеҙ кешенән торған төркөм (альпинистар, Канада һәм АҠШ ғалимдары һәм армия һалдаттары) Бишоп етәкселегендә яйлаға күтәрелә. Тауға күтәрелгәндә төркөмдөң ике ағзаһының хәле насарая, һәм улар тәжрибәле альпинист күҙәтеүе аҫтында аҫҡа төшөргә мәжбүр була. Экспедицияның ҡалған ҡатнашыусылары түбәгә уңышлы менеп етә, унда 5311 метр бейеклектә 6-9 метр ҙурлығындағы ағас лаборатория ҡуя башлайҙар. Төҙөлөш материалдары самолёт менән ташыла (шул уҡ ваҡытта самолеттың иң бейек тауға менеүе һәм һауаға күтәрелеүе буйынса донъя рекорды ҡуйыла). Әммә насар һауа шарттары уларға эште тамамларға мөмкинлек бирмәй. Лаборатория ҡуйылған урынды флаг менән билдәләп, улар самолетта аҫҡа төшә[9].

Киләһе йылдың июнендә дүрт кешенән торған төркөм лабораторияны ҡуйыуҙы дауам итеү өсөн йәнә яйлаға менде. Былтырғы ҡаралтылар тулыһынса ҡар менән ҡаплана, һәм уларҙың ҡайҙа урынлашыуын фотоһүрәттәрҙе анализлау ярҙамында ғына билдәләп була. Лаборатория 5311 метр бейеклектә уңышлы урынлаштырыла һәм әлеге мәлдә иң бейек тау лабораторияһы була[24]. Тикшеренеүҙәрҙә хәрби ирекмәндәр ҡатнаша. Тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн доктор Уолтер Вуд программаға медицина фәндәре докторы, «бейек» медицинаға нигеҙ һалыусы Чарльз Хьюстонды саҡыра. Хьюстон тикшеренеүҙәренең төп йүнәлеше булып үҙе тарафынан асыҡланған селтәр шәкәрәгә бейеклек ҡан һауыуының, тау ауырыуының һәм үпкә шешенеүенең сәбәптәре тора. Бынан тыш, проект сиктәрендә гляциологик, метеорология һәм топографик тикшеренеүҙәр үткәрелә, атап әйткәндә, 5645 м тиклем тау бейеклеге асыҡлана [25][26].

«Логан проекты» 10 йылдан ашыу дауам итә һәм 1979 йылда тамамлана. Проект тамамланғандан һуң бер йыл үткәс, Хьюстондың «Going Higher: The Story of Man and Altitude» бейеклек физиологияһын тикшереү буйынса алып барылған эшенең беренсе өлөшө сыға. (Өҫкә күтәрелеп: кешелек һәм бейеклек тарихы)[26].

Логан тауы сәнғәттә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2015 йылда Канада рәссамы һәм режиссёры Кори Трепаньеның күп йыллыҡ True Wild: A Legacy for the National Parks документаль проекты сиктәрендә 85 минутлыҡ True Wild: Kluane тәүге серия донъя күрҙе, унда Клунэй һәм Лонэй тауҙарындағы милли парк хаҡында бәйән ителә.

Комментарийҙар


Сығанаҡтар
  1. 1,0 1,1 Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; Log_peakbagger төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  2. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; nrcan.gc.ca төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  3. Chic Scott, 2000, p. 96
  4. Chic Scott, 2000
  5. Lawrence R. Mayo, 1987
  6. C. Gordon Winder, 2004
  7. William O. Field, 1975
  8. Walter A. Wood, 1975
  9. 9,0 9,1 9,2 Joseph C. LaBelle, 1996
  10. H. F. Lambart, 1926, p. 2
  11. Chic Scott, 2000, p. 96—97
  12. 12,0 12,1 Chris Jones, 1979, p. 82
  13. Chic Scott, 2000, p. 99—100
  14. 14,0 14,1 14,2 Chic Scott, 2000, p. 100—102
  15. 15,0 15,1 15,2 Chris Jones, 1979, p. 85
  16. Andy Selters, 2004, p. 170—171
  17. Andy Selters, 2004, p. 179—182
  18. Chic Scott, 2000, p. 319—320
  19. Michael Down, 1980
  20. Raymond Jotterand, 1980
  21. Jack Bennett, 1999, p. 101
  22. Jack Bennett, 1999, p. 102—106
  23. Jack Bennett, 1999, p. 107—109
  24. Joseph C. LaBelle, 1996, p. 313—315
  25. Joseph C. LaBelle, 1996, p. 316
  26. 26,0 26,1 Sutton, John R., 1992
Китаптар
Мәҡәләләр