Логинов Александр Юрьевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ice hockey puck.svg
Александр Логинов
Александр Логинов Өфөлә.jpg
Позиция

Һаҡсы

Буйы

183 см

Ауырлығы

95 кг

Гражданлығы

Рәсәй Рәсәй

Тыуған көнө

18 февраль 1987({{padleft:1987|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (32 йәш)
Өфө, СССР

МХЛ драфты

Һайланмай

Хоккейсы карьераһы
2003—2008 Рәсәй флагы Салауат Юлаев-2
2005—2008 Рәсәй флагы Салауат Юлаев
2008—2009 Рәсәй флагы Торос
2009—2010 Чехия Энергия
2010—2011 Рәсәй флагы Торпедо
2011—2012 Рәсәй флагы Автомобилист
2012—2014 Рәсәй флагы Амур
2014—2015 Рәсәй флагы Автомобилист
2015—2018 Рәсәй флагы Салауат Юлаев
2018—н.в. Рәсәй флагы Себер

Александр Юрьевич Логинов (18 февраль 1987 йыл, Өфө) — Рәсәй хоккейсыһы, һаҡсы. Өфө хоккейы тәрбиәләнеүсеһе. Әлеге ваҡытта Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһаған «Себер» хоккей клубы уйынсыһы.

Карьера[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

A.Loginov, Malkin, Murygin 2012-10-08 Amur—Metallurg Magnitogorsk KHL-game.jpeg
Magnify-clip.png
Александр Логинов 2012 йылдың 8 октябрендә КХЛ чемпионатының матчында Евгений Малкин менән көрәштә.

2003 йылда Александр «Салауат Юлаев» клубының йәштәр командаһында Беренсе лигала уйнай башлай. «Салауат Юлаев-2» өсөн Логинов 2008 йылға тиклем сығыш яһай. Беренсе лигала 115 уйында ул 41 (16+25) мәрәй йыя һәм 76 минут штраф ала. 2005 йылдан Александр «Салауат Юлаев» өсөн Рәсәй чемпионатында сығыш яһай. Тәүге миҙгелдә ул бөтәһе 38 уйында (шуларҙың 6 плей-оффта) бер һөҙөмтәле пас ҡына бирә. Киләһе миҙгелдә Александр күберәк осрашыу үткәрә һәм профессиональ карьераһында тәүге шайбаһын индерә. 2007/08 йылдар миҙгелендә уйындарҙың күбеһендә травма арҡаһында ҡатнашмай, әммә ул «Салауат Юлаев» менән бергә Рәсәй чемпионатын еңеүсеһе була.

Был миҙгелдән һуң Александрҙың клуб менән контракты тамамлана. 2008/09 йылдар миҙгеленең башында ул ЦСКА хоккей клубында ҡарауҙа була[1], әммә клуб уға контракт тәҡдим итмәй. Шунан һуң ул Юғары лигаһында сығыш яһаған «Торос» командаһына күсә. Ул Нефтекама командаһы өсөн 44 уйында 15 (7+8) мәрәй йыя.

2009 йылдың 22 декабрендә Чехияның «Энергия» хоккей клубы менән миҙгел аҙағына тиклем килешеү төҙөй[2]. Бөтәһе был клуб өсөн Александр 26 осрашыу үткәрә һәм 14 (5+9) мәрәй йыя. Миҙгел тамамланас, Логинов Рәсәйгә ҡайта һәм «Салауат Юлаев» менәг ике йылға контракт төҙөй[3]. Әммә клуб өсөн ул бер уйында үткәрмәй. 2010 йылдың 6 сентябрендә Түбәнге Новгородтан «Торпедо» хоккей клубына күсә[4]. Шунда Александр Континенталь хоккей лигаһында тәүге уйынын үткәрә. Тәүге шайбаһын 2010 йылдың 19 ноябрендә «Югра» командаһына ҡаршы ҡунаҡта уйында керетә, ә уның клубы 4:2 иҫәбе менән еңә. Бөтәһе шул миҙгелдә Александр 38 уйында 7 (2+5) мәрәй йыя.

2011 йылдың 18 июлендә Логинов «Торпедо» клубынан китә[5], ә шул йылда 12 августа «Автомобилист» командаһына күсә[6]. Екатеринбургта ул 38 осрашыуҙа һөҙөмтәлек өсөн 8 (2+6) балл йыя. Миҙгел тамамланғас Логинов «Амур» менән ике йыллыҡ килешеү төҙөй[7]. Тәүге миҙгелде ул капитандың ассистенты кеүек үткәрә. 2012/13 йылдар миҙгелендә Александрҙың иҫәбендә 49 уйында 8 (2+6) мәрәй була. «Амур» Гагарин кубогына эләкмәй һәм Өмөт кубогында ҡатнаша. Шунда Хабаровск командаһы бер-бер артлы «Металлург» Нк һәм «Автомобилист» клубтарын еңә, әммә финалда Риганан «Динамо» командаһына серияла 1:3 иҫәбе менән еңелә. Александр Логинов был турнирҙа 11 матчта 5 (2+3) мәрәй йыя. Киләһе миҙгелдә 40 уйында ул 11 (2+6) тапҡыр гол кереткәндә ҡатнаша. 2014 йылдың 2 июнендә Александр тағы ике йылға килешеүен клуб менән оҙайта[8].

2014 йылдың 28 ноябрендә ул ике яҡтың да теләге буйынса «Амур» контракты өҙә һәм шул көндө үк «Автомобилист» менән миҙгел аҙағына тиклем килешеү төҙөй[9]. «Автомобилист» конференцияла 8-се урынды ала һәм конференция сирекфиналында «Аҡ Барс» хоккей клубына биш уйында еңелә. 2015 йылдың 8 июнендә клуб менән ике йылға контракта ҡултамғаһын ҡуя[10].

2015/16 йылдар миҙгелендә ул «Автомобилист» өсөн 8 осрашыу үткәргәс, уны клуб «Салауат Юлаев» командаһына алмаштыра, ә уның урынына Өфө клубы Егор Дубровскийҙы бирә[11]. Ул даими чемпионаттың 47 уйынында 33 (10+23) мәрәй йыя һәм үҙенең бер миҙгелдә мәрәйҙәр һаны буйынса шәхси рекордын уҙа. Шулай уҡ Логинов 8783 тауыш йыйып КХЛ йондоҙҙар уйынына һайлана[12]. Гагарин кубогыда Александр 19 осрашыу үткәрә һәм 6 (1+5) мәрәй йыя, ә «Салауат Юлаев» конференция финалына етә. Логинов Рәсәй һәм КХЛ чемпионаттарының бронза миҙалдарын еңә. 1 августа Александр клуб менән 2018 йылға тиклем яңы килешеү төҙөй[13]. 2016/17 йылдар миҙгелендә «Салауат Юлаев» даими миҙгелде конференцияла алтынсы урында тамамлай, ә Гагарин кубогының беренсе раундында «Аҡ Барс» хоккей клубына серияла 1-4 иҫәбе менән отола. «Салауат Юлаев» даими миҙгелде конференцияла алтынсы урында тамамлай, ә Гагарин кубогының беренсе раундында «Аҡ Барс» хоккей клубына серияла 1-4 иҫәбе менән отола. Александр клуб эсендә миҙгелде тамамлауға арналған сарала «Тимер кеше» тигән исемде һәм бүләкте ала[14].

2017/2018 йылдар миҙгелендә «Салауат Юлаев» конференцияла икенсе урынды яулай, ә Гагарин кубогында конференция ярымфиналына етә. Логинов миҙгелдә барыһы 58 уйында 13 мәрәй йыя. 1 майҙа клуб Александр менән хушлаша[15]. Ә иртәгәһенә Логинов Новосибирск ҡалаһынан «Себер» хоккей клубы менән ике йылға контракт төҙөй[16]. Тик тәүге рәсми уйынды ул 28 сентябрҙә генә үткәрә — миҙгел алдынан ауыр йәрәхәт ала[17]. «Себер» өсөн 50 уйында 17 мәрәй һәм 18 штраф минуты йыя, тик команда өсөнсө йыл плей-оффҡа эләгә алмай ҡала. 2019/2020 йылдар миҙгеленә «Себер» хоккей клубының капитаны итеп тәғәйенләнә[18].

Рәсәй йыйылма командаһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2006 йылда Александр Логинов тәү тапҡыр Рәсәй йәштәр йыйылма командаһына саҡырыла. «Санкт-Петербургтың ҙур бүләге» йыйылма командаларының халыҡ-ара турнирында Рәсәй командаһы финалда Швецияға отола. Александр 6 (3+3) мәрәйе менән бомбардирҙар араһында икенсе урында була, ә һаҡсылар араһында ул — иң күп мәрәй йыйған уйынсы. Икенсе тапҡыр ул йәштәр йыйылма командаһына Швецияла сентябрҙә үткән халыҡ-ара турнирҙа саҡырыла. Шунда ул бер мәрәй йыя, ә Рәсәй беренсе урынды ала. Шунан һуң ул 2006 йылдағы ноябрь айында тағы Рәсәй йәштәр йыйылма командаһына саҡырыла. Чехиялағы турнирҙа Рәсәй икенсе урынды ала, ә Логинов бер мәрәй ҙә йыймай.

2006 йылдың 26 декабренән 2007 йылдың 5 ғинуарына тиклем Швецияла үткән йәштәр араһында донъя чемпионаты Александр Логинов өсөн тәүге ҙур турнир була. 20 йәштән йәшерәк булған уйынсыларҙан торған Рәсәй йыйылма командаһы үҙ төркөмөндә беренсе урынды яулай, ярымфиналда Швецияны 4:2 иҫәбе менән ота, ә финалда шундай уҡ иҫәп менән Канада хоккейсыларына еңелә. Александр 6 уйында 3 (1+2) мәрәй йыйып доъя чемпионатының көмөш миҙалдарын еңә. Башҡа ул Рәсәй йыйылма командаларына саҡырылмай.

Статистика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һуңғы яңыртыу: 18 июль 2019
Даими миҙгел Плей-офф
Миҙгел Команда Лига У Г П М +/- Штр У Г П М +/- Штр
2004/05 Салауат Юлаев-2 Беренсе лига 56 3 8 11 -- 30
2005/06 Салауат Юлаев-2 Беренсе лига 14 4 4 8 -- 10
2005/06 Салауат Юлаев Суперлига 32 0 1 1 5 10 6 0 0 0 1 2
2006/07 Салауат Юлаев Суперлига 46 1 5 6 3 42 8 1 2 3 -1 10
2007/08 Салауат Юлаев-2 Беренсе лига 20 8 11 19 -- 20
2007/08 Салауат Юлаев Суперлига 6 0 0 0 2 4
2008/09 Торос Юғары лига 15 2 1 3 -2 12 7 2 1 3 3 4
2009/10 Торос Юғары лига 22 3 6 9 6 6 команданан китә
2009/10 Энергия Экстралига 16 4 8 12 -- 6
2010/11 Торпедо НН КХЛ 38 2 5 7 -9 20
2011/12 Автомобилист КХЛ 36 2 6 8 -2 16
2012/13 Амур КХЛ 49 2 6 8 -4 34
2013/14 Амур КХЛ 40 2 9 11 -3 22
2014/15 Амур КХЛ 23 1 6 7 -7 14 команданан китә
2014/15 Автомобилист КХЛ 24 3 4 7 4 10 1
2015/16 Автомобилист КХЛ 8 1 1 2 2 2 команданан китә
2015/16 Салауат Юлаев КХЛ 47 10 23 33 6 22 19 1 5 6 6 13
2016/17 Салауат Юлаев КХЛ 60 10 10 20 -8 16 5 0 0 0 1 2
2017/18 Салауат Юлаев КХЛ 47 4 7 11 -8 34 11 1 1 2 -1 2
2018/19 Себер КХЛ 50 8 9 17 2 18 Плей-оффҡа эләкмәйҙәр
2019/20 Себер КХЛ
Бөтәһе Беренсе лигала 70 7 12 19 -- 40
Бөтәһе Суперлигала 84 1 6 7 10 56 15 1 2 3 0 12
Бөтәһе Юғары лигала 37 5 7 12 4 18 7 1 2 3 3 4
Бөтәһе Экстралигала 16 4 8 12 -- 6
Бөтәһе КХЛ-да 422 45 86 131 -46 208 36 2 6 8 6 17

Рәсәй йыйылма командаһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Турнир Урын У Г П М +/- Штр
ЙДЧ-2007 Silver medal icon.svg 6 1 2 3 +1 4

Ҡаҙаныштар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Йәштәр донъя чемпионатының көмөш миҙалсыһы — 2007.
  • Рәсәй чемпионы — 2008.
  • КХЛ бронза миҙалсыһы — 2016.
  • Рәсәй чемпионатының бронза миҙалсыһы — 2016.
  • КХЛ йондоҙҙар уйынында ҡатнаша — 2016.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Александр Логинов Башҡортостандың халыҡ артисы Николай Осиповтың ҡыҙы Екатеринаға өйләнә. Уларҙың Максим исемле улдары була. 2017 йылдың 1 сентябрендә Таисия исемле ҡыҙҙары тыуа[19].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Никулин и Зубов могут вернуться в ЦСКА, sports.ru (27 сентября 2008). 11 октября 2011 тикшерелгән.
  2. Три российских хоккеиста подписали контракты с «Карловыми Варами»
  3. «Салават Юлаев» официально потвердил переход Сапрыкина, Клепиша, Свитова и Волкова
  4. «Торпедо» подписало контракт с защитником «Салавата Юлаева»
  5. Логинов ушёл из «Торпедо»
  6. «Автомобилист» подписал контракт с семью хоккеистами
  7. Логинов перешёл в «Амур»
  8. Лугин и Логинов остаются в «Амуре»
  9. «Автомобилист» подписал контракт с Александром Логиновым
  10. «Автомобилист» продлил контракт с Александром Логиновым
  11. Александр Логинов вернулся в «Салават Юлаев»
  12. Определились стартовые звенья и первые вратари Матча звезд КХЛ
  13. «Салават Юлаев» продлил контракты с Умарком и Логиновым
  14. http://hcsalavat.ru/news/salavat-yulaev/salavat-yulaev-obygral-bolelshchikov-v-bendi/
  15. Логинов и Саюстов покидают «Салават Юлаев»
  16. В «СИБИРИ» НОВЫЙ ЗАЩИТНИК
  17. Защитник «Сибири» Логинов выбыл на 6 недель
  18. Известен капитан «Сибири» и его ассистенты на сезон-2019/20
  19. Поздравляем с рождением дочери!

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]