Логовка (Баҡалы районы)
| Логовка | |
| Дәүләт |
|
|---|---|
| Административ-территориаль берәмек | Баҡалы районы |
| Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1986 |
Логовка — Башҡорт АССР-ы Баҡалы районының 1986 йылда бөтөрөлгән ҡасабаһы. Почта индексы 452657. Хәҙер - Михайловка ауыл советы биләмәһендәге урман.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1952 йылда — Логовка ҡасабаһы Буғабаш ауыл советына инә, ауыл район үҙәге булған Баҡалы ауылынан 17 километр, ауыл советы үҙәге Буғабаш ауылынан 5 километр һәм Туймазы тимер юл станцияһынан 61 километр алыҫлыҡта урынлашҡан була.
1981 йылда Михайловка ауыл советына ҡарай, ауыл район үҙәге Баҡалынан 26 километр, ауыл советы үҙәге Михайловка ҡасабаһынан 5 километр, Туймазы тимер юл станцияһынан 101 километр алыҫлыҡта урынлаша.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡасаба Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1986 йылдың 12 декабрендәге 6-2/396-сы һанлы «Ҡайһы бер тораҡ пункттарын иҫәп мәғлүмәттәренән алып ташлау тураһындағы»)[1] Указына ярашлы иҫәп мәғлүмәттәренән алып ташлана.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1969 йылдың 1 ғинуарына 173 кеше йәшәй.
- Милли составы
1969 йылдың 1 ғинуарына, 1981 йылдың 1 сентябренә - башлыса урыҫтар.
Билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вачаев Анатолий Васильевич (1936—2004) — совет һәм Рәсәй инженеры, ғалим-металлург, техник фәндәр кандидаты (1972), профессор (1997). Ул Логовка ауылында тыуып үҫкән. Ул файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтары һәм металлургия буйынса 250-нән ашыу ғилми эш авторы. Автор Вачаев плазмоиды авторы, Вачаев-Иванов ҡоролмаһы авторҙашы.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Административно-территориальное деление Башкирской АССР (на 1 июня 1952 г.). — Башкирское книжное издательство, Уфа, 1953. C.35.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Об исключении из учётных данных некоторых населенных пунктов. Дата обращения: 8 ноябрь 2019. Архивировано 30 сентябрь 2018 года. 2018 йыл 30 сентябрь архивланған.
