Логунов Анатолий Алексеевич
Логунов Анатолий Алексеевич (30 декабрь 1926 йыл — 1 март 2015 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең физик-теоретигы, физика-математика фәндәре докторы (1959), профессор. 1977—1992 йылдарҙа М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты ректоры[6]. СССР Фәндәр академияһы вице-президенты (1974—1991). СССР Фәндәр Академияһы ағза-корреспонденты (1968). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1980). Ленин премияһы (1970) һәм СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1975, 1984). СССР-ҙың X һәм XI саҡырылыш (1979—1989) Юғары Советы депутаты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Антолий Алексеевич Логунов — Волга буйы районы Һамар өлкәһе Обшаровка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Атаһы — Алексей Иванович Логунов (1904—1987). Әсәһе — Логунова Агриппина Кузьминична (1904—1992).
Мәктәптең өлкән синыфтарында математика фәне менән уҡытыусы М. А. Колпаков йоғонтоһо аҫтында мауыға. Отличие менән урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Куйбышев авиация институтына уҡырға инә, ғаилә Подмосковьеға күсеү сәбәпле, Мәскәү авиация институтының радиотехник факультетына уҡырға инә. Фундаменталь физика проблемалары менән шөғөлләнергә теләп, Мәскәү дәүләт университетының физика факультетына иимтихандарҙы өс курс өсөн экстер тапшырып, уҡыуын дауам итә. 1951 йылда физика факультетынын тамамлағандан һуң, МДУ-ла аспирантурала ҡалдырыла һәм ике йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай (1953).
1954—1956 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетының теоретик физика кафедраһында Н. Н. Боголюбов етәкселегендә эшләй ; һуңынан —1953-1963 йылдарҙа- Берләштерелгән ядро тикшеренеүҙәре институтының фән буйынса теоритик физика лабораторияһы директор урынбаҫары (ОИЯЙ, Дубна, Мәскәү өлкәһе); Юғары энергия физикаһы институты директоры (ИФВЭ, Протвино ҡалаһы, Мәскәү өлкәһе) (1963—1974,1993-2003) һәм ИФВЭ ғилми етәксеһе (1974); (1974—2015); 1974—1991 йылдарҙа СССР фәндәр Академияһының вице-президенты; Мәскәү дәүләт университетының квант теорияһы һәм юғары энергия физикаһы кафедраһы мөдире; 1978—1980 йылдарҙа «Тиҙ процестарҙы тикшереү ысулдары» кафедраһы мөдире;1972-1992 М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты ректоры.
Физика-математика фәндәре докторы (1959), профессор (1961), СССР фәндәр академияһы акдемигы (1972), "Теоретик физика һәм математика"журналының баш мөхәррире, халыҡ-ара журнал «Pacific Peace Asia Forum» редколлегия ағзаһы.
2015 йылдың 1 мартында вафат була[7]. 2015 йылдың 4 мартында Мәскәүҙең Троекуров зыяратында ерләнә[8].
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәнни тикшеренеүҙәр өлкәһе: квант теорияһы, юғары энергия физикаһы, гравитация теорияһы[9].
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2016 йылдың 29 декабрендә Теоретик бинаһы ИФВЭ корпусында мемориаль таҡтаташ асыла.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күп һанлы фәнни һәм ғилми-популяр мәҡәләләр, монографиялар авторы.:
Авторҙаш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Боголюбов Н. Н., Логунов А. А., Тодоров И. Т. Основы аксиоматического подхода в квантовой теории поля. — М.: Наука, Глав. ред. физ.-мат. лит-ры, 1969.
- Боголюбов Н. Н., Логунов А. А., Оксак А. И., Тодоров И. Т. Общие принципы квантовой теории поля. — 2-е изд: Физматлит, 2006. — ISBN 5-9221-0612-0.
- Логунов А. А., Петров В. А. Как устроен электрон? — М.: Педагогика, 1988.
- Икэда Д., Логунов А. А. Третий радужный мост: поиск мира и человека / Пер. с яп. — М.: Прогресс, 1988.
- Логунов А. А., Мествиришвили М. А. Релятивистская теория гравитации. — М.: Наука, 1989.
Үҙ аллы хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Логунов А. А.. Лекции по теории относительности и гравитации: Современный анализ проблемы. — М.: Наука, 1987.
- Логунов А. А. Теория гравитационного поля. — М.: Наука, 2000.
- Логунов А. А. Лекции по теории относительности. — M.: Наука, 2002.
- Логунов А. А. Анри Пуанкаре и теория относительности. — М.: Наука, 2004.
- Логунов А. А. Релятивистская теория гравитации. — М.: Наука, 2006.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1980);
- Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы;
- II дәрәжә «Ватан алдынла хеҙмәттәре өсөн» ордены (2002);
- III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (1995) — атом сәнәғәте үҫешенә ҙур өлөш индергәне һәм дәүләттең алдындағы хеҙмәттәре өсөн[10];
- Ленин Ордены (1971, 1975, 1986);
- "Почет Билдәһе"Ордены (1962);
- «Поляр йондоҙо» ордены (Монголия, 1976);
- « Югославия флагы» ордены (Югославия, 1987);
- Дуҫлыҡ ордены (ЧССР);
- «Фән һәм кешелек алдындағы хеҙмәттәре өсөн» алтын миҙал(Чехословакия);
- А. М. Ляпунов исемендәге алтын миҙал (1980).
Премиялары:
- Ленин премияһы (1970)
- СССР дәүләт премияһы фән өлкәһендә (1973, 1984)
- Дж. У Гиббс ижад Академияһы премияһы (1992)
- Н.Н Боголюбов премияһы (1996) — беренсе лауреаты
- Рәсәй федерацияһы президентының Почет грамотаһы (3 май 2012)
- Рәсәй федерацияһы Президентының Рәхмәт хаты (9 октябрь 2006) — фәнни тикшеренеүҙәре үткәреү ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ емешле эшмәкәрлеге өсөн[11]
- Рәсәй федерацияһы Президентының Рәхмәт хаты (18 декабрь 1996) — фән үҫешенә ҙур шәхси өлөш индергән өсөн[12]
- Иван Калита ордены (Мәскәү өлкәһе) (24 май 2011)[13]
Берлин, Братислава, Гавана, Карл университеты (Прага), София, Хельсинкский һәм бер нисә Япония университеттарының почётлы докторы, теоретик физика Институтының (Молизе, Италия) фундаменталь тикшеренеүҙәр бүлегендә тулы профессор, Болгария фәндәр академияһының (1978), ГДР фәндәр академияһының (1978), Грузия фәндәр академияһы (1996) сит ил ағзаһы[14].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Логунов Анатолий Алексеевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Anatoly Logunov // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ Anatolij Logunov // https://www.vle.lt/straipsnis/anatolij-logunov/
- ↑ http://letopis.msu.ru/peoples/7743 (урыҫ)
- ↑ Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
- ↑ Скончался последний ректор советского МГУ Анатолий Логунов 2016 йыл 31 ғинуар архивланған.
- ↑ Сообщение о кончине на официальном сайте города Протвино 2015 йыл 27 март архивланған.
- ↑ Большая утрата для отечественной науки — не стало выдающегося советского и российского учёного, физика-теоретика, академика РАН Анатолия Логунова.
- ↑ Биография 2008 йыл 9 февраль архивланған. на сайте физического факультета МГУ
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 28 августа 1995 г. № 882 «О награждении государственными наградами Российской Федерации» . Дата обращения: 5 июнь 2012. Архивировано 2 апрель 2015 года. 2015 йыл 2 апрель архивланған.
- ↑ Распоряжение Президента Российской Федерации от 9 октября 2006 года № 478-рп «О поощрении Логунова А. А.» Дата обращения: 5 март 2015. Архивировано 2 апрель 2015 года. 2015 йыл 2 апрель архивланған.
- ↑ Распоряжение Президента Российской Федерации от 18 декабря 1996 года № 591-рп «О поощрении Логунова А. А.» Дата обращения: 5 март 2015. Архивировано 2 апрель 2015 года. 2015 йыл 2 апрель архивланған.
- ↑ Постановление Губернатора Московской области от 24 мая 2011 года № 45-ПГ «О награждении наградами Московской области» . Дата обращения: 5 март 2015. Архивировано 2 апрель 2015 года. 2015 йыл 2 апрель архивланған.
- ↑ Биографические сведения на сайте «Летопись Московского университета»
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Профиль Анатолия Алексеевича Логунова РФА рәсми сайтында
- Беҙ һөйләшкән ФИЗИКА — ФОПФ күҙҙәре! 2012 йыл 19 ноябрь архивланған..
- Анатолий Алексеевич Логунов. ИФВЭ.
- 80 йыл Алексеевич академигы Анатолий Логунов.
- Фән архитекторы: Академик а. а. Логунов — 80 йыл.
- Квант теорияһы һәм юғары энергия физикаһы кафедраһы 2008 йыл 9 февраль архивланған. Архивная копия 2008 йылдың 9 февралендә була Wayback Machine
- Храмов, Ю. А. Анатолий Алексеевич Логунов // Физик : Биографик белешмә / Под ред. Физики. — Изд. 2, добролюбов. том һәм — М. : Фәндәре, 1983. — С. 166. — 400 с. — 200 000 дана
- 30 декабрҙә тыуғандар
- 1926 йылда тыуғандар
- Һамар губернаһында тыуғандар
- 1 мартта вафат булғандар
- 2015 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- Мәскәү дәүләт университетын тамамлаусылар
- МДУ-ның физика факультетын тамамлаусылар
- СССР Дәүләт премияһы лауреаттары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- Ленин премияһы лауреаттары
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы менән наградланыусылар
- КПСС-тың XXVII съезы делегаттары
- КПСС-тың XXVI съезы делегаттары
- Мәскәү физика-техник университетының уҡытыусылары
- XX быуат физиктары
- Алфавит буйынса физиктар
- Физика-математика фәндәре докторҙары
- Мәскәү дәүләт университеты уҡытыусылары