Локоть (Брянск өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Локоть
Герб
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ үҙәге Локотское городское поселение[d][1] һәм Брасовский район[d][1]
Административ-территориаль берәмек Локотское городское поселение[d][1]
Сәғәт бүлкәте UTC+3:00[d]
Халыҡ һаны 9369 кеше (1 ғинуар 2018)[2]
Почта индексы 242300
Урындағы телефон коды 48354
Карта
 Локоть Викимилектә


Локоть — Рәсәй Федерацияһының Брянск өлкәһендә урынлашҡан ҡала тибындағы ҡасаба. Брасовский районы һәм Локоть ҡала биләмәһенең административ үҙәге.

Халҡы — 9369 кеше (2018) .

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡасаба Нерусса (йылға Десна ҡушылдығы) йылғаһы янында, Брасовый тимер юл станцияһы янында (Брянск — Льгов линияһында) урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XVII быуаттың 1-се яртыһында Локотский Колодезь тип беренсе тапҡыр телгә алынған, ул боронғо Брасов ауылы янында торған. 1742 йыл-тирә-яҡ ерҙәрҙе император Елизавета Петровна генерал-фельдмаршал Ф. С. Апраксинға бүләк итә, 1797 йылда апраксин үҙ резиденцияһын Локотҡа күсерә. Бында ул күркәм 4-ҡатлы һарайлы, быуалы, фонтанлы имение булдырған.

1882 йылда Рәсәй тәхет вариҫтары бөйөк кенәз Романовтар (Георгий Александрович, 1899 йылдан алып — Михаил Александрович), имениеға хужа булалар, улар ҡасабаны төҙөкләндереүҙе дауам итә: һыу үткәргес, ҙур быуа, парк һәм бер нисә ҡатлы таш бина күтәрәләр, аҙыҡ-түлек сәнәғәте һәм ағас шкәртеүсе тәүге предприятие төҙөйҙәр.

1870 йылда ат һарайы (1903 йыл — ат заводы) төҙөлә, 1914 йылда суйын механика заводы сафҡа инә.

Локоть 1931 йылда район үҙәге була; 1938 йылда — ҡала тибындағы ҡасаба.

Бөйөк Ватан һуғышы барышында 1941 йылдың көҙөнән 1943 йылғаса ҡасаба оккупацияла була, ул «ҡала» тип иғлан ителә һәм немец ввластары ойошторған Локоть үҙидараһының административ үҙәге була.

Иҡтисады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡасабала станоктар эшләү заводы, спиртозавод, мебель фабрикаһы, сыр эшләү заводы, аҙыҡ-түлек комбинаты бар. Шулай уҡ ат заводы эшләй.

Мәҙәниәт һәм мәғариф[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡасабала 3 дөйөм белем биреү мәктәбе, сәнәғәт-иҡтисади техникумы (элекке ауыл хужалығы техникумы) Брянск дәүләт ауыл хужалығы академияһының ситтән тороп уҡыу бүлеге эшләй. Район мәҙәниәт йорто һәм музыка мәктәбе, ипподром эшләй.

1931 йылдан алып «Вестник» район гәзите сыға.

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Герасимова Лариса Павловна (1960), ғалим-стоматолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1983 йылдан Республика балалар клиник дауаханаһының, 1999 йылдан Республика стоматология поликлиникаһының бүлек мөдире; 2000 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2003 йылдан терапевтик стоматология кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2001 йылдан Өфөләге «Дентал Студия» стоматология клиникаһы директоры. Медицина фәндәре докторы (1998), профессор (2010). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2009)[3].
  • Мелетий (Демин) — Урыҫ православие сиркәүенең иеромонахы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанағы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Локоть үҙидараһы
  • Локоть ат заводы

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡасабаның рәсми булмаған сайты 2021 йыл 16 апрель архивланған.