Лоҡманов Илнур Флүр улы
Лоҡманов Илнур Флүр улы | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Ил | |
Эшмәкәрлеге |
драма артисы, йырсы |
Наградалары һәм премиялары | |
Лоҡманов Илнур Флүр улы (7 май 1983 йыл) — драма артисы, йырсы, 2005 йылдан Мостай Кәрим исемендәге йәштәр театры актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2018)[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Илнур Флүр улы Лоҡманов 1983 йылдың 7 майында Башҡортостан Республикаһы Учалы районында Комсомольск ҡасабаһында тыуған. 1989—1991 йылдарҙа Комсомольск урта мәктәбендә уҡый. 1991 йылдың көҙөнән алып 2000 йылға тиклем Учалы районы Абҙаҡ ауылы урта мәктәбендә белем ала.
Өфө дәүләт сәнғәт иститутының «Драма театры һәм кино актёры» һөнәре бүлеген тамамлай.
2004—2005 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры.
2005 йылдан хәҙерге көнгә тиклем Мостай Кәрим исемендәге йәштәр театры актёры-сәхнә оҫтаһы.
«Дәүләт муниципаль идара итеү белгесе» һөнәре буйынса өҫтәмә белемгә эйә һәм «Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге технологияһы» йүнәлешендә белем камиллаштырыу курстарын үтә.
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Театрҙа эшләү осоронда 60-тан ашыу башҡорт, сит ил һәм рәсәй драматургияһы ролдәрен уйнап, үҙен төрлө яҡлы пландағы артист итеп күрһәтә.
Илнур Лоҡманов йырсы-актёр. 2008 йылда үҙенең тәүге аудиоальбомын сығара. Милли йәштәр театрында ике театрлаштырылған яңғыҙ башҡарыу концерты үткәрә. 2011 йылда «Мин шәп егет» тигән исем аҫтында икенсе аудиоальбомын сығара.
2009 йылдан башлап М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән хеҙмәттәшлек итә, «Ҡорос» атҡаҙанған халыҡ ижады коллективының художество етәксеһе.
Илнур Флүр улы Лоҡманов Мифтахетдин Аҡмулла тормошона һәм ижадына бағышланған постановкаларға иғтибарлы ҡарай. 2009 йылда — М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында «Тюрксой» кафедраһын асыу саралары сиктәрендә Мифтахетдин Аҡмулла тормошо һәм ижады буйынса 40 минутлыҡ спектакль (Г. Хөсәйенов «Аҡмулла шиғыры», А. Вилданов «Аҡмулла — яҡтылыҡ һәм аҡыл йырсыһы»)[2] әҙерләй.
«Аулаҡ өй» фольклор сәхнәһе бик уңышлы килеп сыҡты. «Алтын битлек» төбәк-ара фестивалендә «Ҡорос» театры Гран-при яуланы.
2009, 2010, 2011 йылдарҙа — Ҡаҙағстан, Үзбәкстан Республикалары, Төркиәнән һәм башҡа илдәрҙән килгән ҡунаҡтар ҡатнашҡан Халыҡ-ара Аҡмулла уҡыуҙарының режиссёр-ҡуйыусыһы[3].
2019 йылда Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә бағышлап, Фәнис Фәтих улы Янышев хикәйәләре буйынса бер актлы «Аҡмулла» пьесаһын яҙҙы һәм сәхнәгә сығарҙы. Спектакль шулай уҡ Башҡорт юлдаш телевидениеһы һәм «Башҡортостан-24» телеканалдарында күрһәтелде[4][5]. Илнур Лоҡманов Мостай Кәрим йыйынтыҡтарынан «Һинән башҡа донъям япа-яңғыҙ» исемле пьеса яҙҙы.
Шулай уҡ 2010 йылда Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында «Ялҡын» театр түңәрәгенә нигеҙ һалды, һәм 2018 йылда был ижади берекмә «Өлгөлө коллектив» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
Лоҡманов Илнур Флүр улы юғары категориялы өҫтәмә белем биреү педагогы. Мөхәммәт Исҡужин исемендәге 136-сы Башҡорт лицейында «Һупайлы дәрүиштәре» һәм Рауил Бикбаев исемендәге 102-се һанлы Башҡорт гимназияһында ижади түңәрәктәр ойоштороп, төрлө конкурстарҙа ҡатнашыу эшенә ҙур ярҙам күрһәтә.
Илнур Флүр улы Лоҡманов үҙен шәхси һәм һөнәри потенциалға эйә инициативалы һәм ижади ойоштороусы итеп күрһәтте. Ижади коллективтың уңышлы эше өсөн кәрәкле шарттар тыуҙырырлыҡ йүнәлеш бирә. Лоҡманов Өфө ҡалаһы ижади коллективтары менән тәжрибә уртаҡлаша, йәш артистарҙың остазы. Уның ижади диапазоны күп төрлө — лирик ролдәрҙән трагик ролдәргә, комик ролдәрҙән киҫкен характерлыларына тиклем. Интеллект һәм юғары эрудиция менән ҡатнаш ижади һығылмалылыҡ, үҙлелек, сағыу темперамент — шундай сифаттарға эйә актёр Илнур Лоҡманов |
тигән юлдар бар уның характеристикаһында.
Репертуары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Егет «Өҙөлгән туй» — З. Аҙнабаева
- Айбағош сәсән «Сәсәндәр» — И. Йомағолов
- Журба «Яралы яҙмыш» — И. Абдуллин
- Цирк артисы «Башмағым»
- Яугир «Нәркәс» И. Йомағолов
- Яугир «Һуңғы ғәйнә» А. Иҙелбаев
- Яугир «Атилла»
- Үтәрбай «Ғилмияза» — Таңсулпан Ғарипова (2005)
- Ғабдулла «Беҙҙең өйҙөң йәме» — Мостай Кәрим (2005)
- Һаҡсы «Күскен» («Лавина») — Т. Джудженоглу (2006)
- Күмәк сәхнә «Герой» — Д. Синг (2006)
- Хәмзәнең атаһы «Go! Баламышкин» — Флорид Бүләков (2006)
- Егет «Йәйәүле Мәхмүт» — Мостай Кәрим (2006)
- Һалдат «Кураж ана һәм уның балалары» — Бертольд Брехт (2006)
- Амур «Диләфрүзгә дүрт кейәү» — Туфан Миңнуллин (2006)
- Шурка «Һөйгәнем минең» — Туфан Миңнуллин (2007)
- Хачим Пшимах «Ялалетдин атай» — Мостай Кәрим (2007)
- Айыу «Тылсымлы ҡурай» — Л. Кәбиров (2008)
- Зөлҡәрнәй «Тиле йәшлек» — Ибраһим Абдуллин
- Әлфәнис «Париждан килгән Әлфәнис» — Лек Вәлиев (2008)
- Слава «Биш кис» — Александр Володин (2008)
- Исмәғил «Диләфрүзгә дүрт кейәү» — Туфан Миңнуллин (2009)
- Егет «Как похищают красавиц» — В. Алпаев (2009)
- Мөхәммәт, Бомж «Люстра» — И. Зәйниев (2009)
- Шәһиҙулла «Донъяның ярҙары икәү» — Мостай Кәрим (2009)
- Тибальт, Абрим «Ромео һәм Джульетта» — Уильям Шекспир (2010)
- Мальволио «Ун икенсе төн» — Уильям Шекспир (2010)
- Власть «Ташлама утты, Прометей!» — Мостай Кәрим (2010)
- Слаймен «Ун өсөнсө йондоҙ» — В.Ольшанский (2011)
- Кудимов «Өлкән ул» — А. Вампилов (2012)
- Ҡотләхмәт «Башҡорт тотҡоно» — Мостай Кәрим (2011)
- Байназар «Ҡарт кейәүҙәр, йәки Шомбай ҡоҙа» — Флорид Бүләков (2012)
- Вайымһыҙ «Автобус» — С.Стратиев (2013)
- Заһир «Заһир, Гөлшат һәм Берлин асҡыстары» — Мостай Кәрим (2013)
- Мужчина «Любовь до потери памяти» — В. Красногоров (2014)
- «Һәр береһен исемләп хәтерләйек» музыкаль-шиғри композиция (2015)
- Шәйхи «Булһын аҡса бер муҡса» — мөҙәрис Багаев (2015)
- Авлабарҙа йәшәүсе Акоп «Ханума» — А.Цагарели (2016)
- Идарасы «Калигула» — А. Камю (2016)
- Хужа «Бик ябай тарих» — М. Ладо (2018)
- Ҡояш-ай, 1-се матрос «Мөхәббәт һәм нәфрәт» — Зәйнәб Биишева (2018)
- Ханнан «Башҡорт туйы» — Мөхәмәтша Буранғолов (2019)
- Ташбулат, Хәмитйән «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» Мостай Кәрим (2019)
- Кямран — «Королёк — птичка певчая» — Решат Нури Гюнтекинь (2020)
- Теребай, курсант, Лев Богуш (йәш хирург) «Үлмәҫбай» — Мостай Кәрим (2020)
- Хәтипйән «Аҡ мөғжизә» — Мостай Кәрим (2020)
- Мөнир «Ғашиҡтар көнө» — Наил Ғәйетбай (2021)
Балалар өсөн ҡуйылған спектаклдәрҙәге ролдәре:
- Ҡара себен «Саңҡылдаҡ себен» — Рәсимә Ураҡсина (2005)
- Ҡыуышҡултыҡ «Алтын балта» — Сәрүәр Сурина (2005)
- Биргән «Мөхәббәт тураһында китап легендаһы» — И. Вәлиев (2007)
- Эт «Ҡош-ҡорт ығы-зығыһы» — Сәрүәр Сурина (2010)
- Йорт ҡуяны «Ҡыш батшалығында ғауға» — Л. Кәбиров (2010)
- Ҡуян «Кем дейеүҙе уятыр?» — Л. Исҡужин (2011)
- Синьор Помидор «Чиполлино» — Джанни Родари (2012)
- Мишка «Кто украл Новый Год?» — Л. Исҡужин (2013)
- Джафар, баҙарҙағы кеше «Аладдин» — И. Казакова сәхнәләштереүе (2014)
- Знак «Кирпич» «В стране Правилии» — И. Казакова (2017)
- Бесәй «Ҡыш бабайҙың һандығы» — Д.Голубецкий (2018)
- Бүре, Юлбаҫарҙар «Айболит һәм Бармалей» — Константин Чуковский (2019)[6]
Фильмографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ИЛНУР ЛОҠМАН йырлай
- «Ҡорос» театры тураһында Илнур Лоҡман менән интервью
- БСТ Илнур Лоҡманов менән Дилә Солтанова «Сәләм» тапшырыуында
- «Әсәйемә» йыры
- «Йондоҙло табын» — Илнур Лоҡманов
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2018)
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты хакимиәтенең Рәхмәт хаты (2019)
- «Ҡорос» халыҡ театры «Атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы» почётлы исеменә лайыҡ булды (2021)
- Ҡаҙағстан республикаһы Аҡтүбә ҡалаһының «Шатлыҡ» башҡорт-татар берләшмәһенең Грамотаһы (2016)
- Ҡабарҙы-Балҡар мәҙәниәт министрлығының Почёт грамотаһы (2013)
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Илнур Лоҡмановтың тормош иптәше — Филүзә Рәмил ҡыҙы. Ҡыҙҙары — Зөлхизә (2014), Зөләйха (2020).
Атаһы Лоҡманов Флүр Зәки улы (1958—2012) Бәләбәй ауыл хужалығы техникумын тамамлаған. Учалы районы Комсомольск ҡасабаһында, Абҙаҡ ауылында инженер булып эшләне.
Әсәһе — Лоҡманова Гөлшат Талха ҡыҙы (1961—2007) Стәрлетамаҡ культура-ағартыу техникумының театр-режиссура бүлеген тамамлаған, мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәт итте[7].
Һеңлеһе Аҫылбаева Илнара Флүр ҡыҙы (1987) — М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының психология факультетын тамамлаған, һөнәре буйынса эшләй.
Шәжәрәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ «Йөрәгемде тыңлап йәшәйем» «Башҡортостан» гәзите, 25.05.2018
- ↑ «Театр — ул тамаша ғына түгел бит ул, ә беҙҙең тормошобоҙ ҙа» «Тамаша» 17 октябрь 2020
- ↑ «Шоңҡар» журналы, «Тормош йәмле, янда матур күңелле кешеләр булғанда…»
- ↑ «Ҡорос» театры тураһында Илнур Лоҡман менән интервью
- ↑ БСТ Илнур Лоҡманов менән Дилә Солтанова «Сәләм» тапшырыуында
- ↑ Милли йәштәр театры. Илнур Лоҡманов репертуары
- ↑ «Әсәйемә» йыры
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Батам, әммә ҡалҡам!» / «Башҡортостан» гәзите, 15 сентябрь 2012 йыл
- «Йөрәгемде тыңлап йәшәйем» / «Башҡортостан» гәзите, 25 май 2018 йыл
- «Берҙәмлектәренә һоҡландым» / «Башҡортостан» гәзите, 26 апрель 2013 йыл
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Йөрәгемде тыңлап йәшәйем» «Башҡортостан» гәзите, 25.05.2018
- «Батам, әммә ҡалҡам!» «Башҡортостан» гәзите. 15.09.2012
- «Әсәйемә» йыры
- Милли йәштәр театры. Илнур Лоҡманов репертуары
- «Театр — ул тамаша ғына түгел бит ул, ә беҙҙең тормошобоҙ ҙа» «Тамаша» 17 октябрь 2020
- «Шоңҡар» журналы, «Тормош йәмле, янда матур күңелле кешеләр булғанда…»
- Сайт БГПУ: Руководитель народного театра «Корос» стал заслуженным артистом Республики Башкортостан
- Афиша Ильнур Лукманов
- «Молодежная газета» Ильнур Лукманов: «Необходим новый, нестандартный формат рассказов о подвиге Шаймуратова!»