Лысенко Данил Сергеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Лысенко Данил Сергеевич
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Представляет страну в спорте Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 19 май 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (22 йәш)
Тыуған урыны Рәсәй, Башҡортостан Республикаhы, Бөрө ҡалаһы
Һөнәр төрө еңел атлет
Тренер Ковальский, Николай Михайлович[d] һәм Загорулько, Евгений Петрович[d]
Масса 72 Килограмм
Спорт төрө Еңел атлетика
Спортивная дисциплина Бейеклеккә һикереү
Бейеклек 194 сантиметр
Commons-logo.svg Лысенко Данил Сергеевич Викимилектә

Лысенко Данил Сергеевич (19 май 1997 йыл) — Рәсәй еңел атлеты, бейеклеккә һикереүҙә махсуслашҡан. 2018 йылда биналағы ярыштарҙа донъя чемпионы. 2017 йылда донъя чемпионатының көмөш призеры. 2017 йылда Рәсәй чемпионы. Бинала 2018 йылда Рәсәй чемпионы. Рәсәй халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2016)[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Данил Сергеевич Лысенко 1997 йылдың 19 майында Башҡортостан Республикаһының Бөрө ҡалаһында тыуған. Еңел атлетика менән урындағы «Юность» балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә Ковальский Николай Михайлович етәкселегендә шөғөлләнә башлай[2][3][4]. Ул шулай уҡ һуңғараҡ Загорулько Евгений Петровичта шөғөлләнә[5].

2013 йылда халыҡ-ара аренала сығыш яһай. 2014 йылда үҫмерҙәр Олимпия уйындары чемпионы[6][7]. 2017 йылда бер туған Знаменскийҙар мемориалы еңеүсеһе[8].

2017 йылда Лондонда донъя чемпионатында 2,32 м һөҙөмтә менән көмөш миҙал яулай[9], һуңыраҡ Эберштадт турнирында шәхси рекорд ҡуя — 2,38 м[10][11].

Төп һөҙөмтәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ-ара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йыл
Ярыштар
Үткәреү урыны
Урын
Һөҙөмтә
2013 Европа йәштәр Олимпия фестивалы Утрехт, Нидерланды 1 !1 2,08 м
2014 Үҫмерҙәр араһында донъя чемпионаты
Юджин, АҠШ 6 2,22 м
Йәйге үҫмерҙәр Олимпия уйындары
Нанкин, Ҡытай 1 !1 2,20 м
2015 Үҫмерҙәр араһында Европа чемпионаты Эскильстуна, Швеция 5 2,17 м
2017 Донъя чемпионаты
Лондон, Бөйөк Британия 2 !2 2,32 м
2018 Бинала донъя чемпионаты
Бирмингем, Бөйөк Британия 1 !1 2,36 м

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]