Лёвшин Вадим Леонидович
Лёвшин Вадим Леонидович | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() ![]() |
Тыуған көнө | 16 (28) ғинуар 1896 |
Тыуған урыны | Корчева[d], Тверь губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 12 декабрь 1969 (73 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү ҡалаһы, СССР |
Ерләнгән урыны | Мәскәүҙәге Дон зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | физик |
Эшмәкәрлек төрө | физик[d] |
Эш урыны |
Серго Орджоникидзе исемендәге Рәсәй дәүләт геология разведкаһы университеты[d] Рәсәй Фәндәр академияһының П. Н. Лебедев исемендәге физика институты[d] МДУ-ның физика факультеты[d] |
Уҡыу йорто | Мәскәү университетының физика-математика факультеты |
Ғилми исеме | Prof.[d] |
Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре докторы[d] |
Кемдә уҡыған | Сергей Иванович Вавилов[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Вадим Леонидович Левшин (1896—1969) — совет физигы, Мәскәү дәүләт университеты профессоры, ике икенсе дәрәжә Сталин премияһы лауреаты.
Ҡыҫҡаса биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1896 йылдың 16 (28) ғинуарында Корчевта (хәҙер юҡҡа сыҡҡан) тыуған. Тверь ҡалаһында башланғыс мәктәпте, һуңынан — Кашинда Алексеев реаль училищеһын тамамлай. 1913 йылда Тверь гимназияһында латин теленән экстерн имтихан тапшыра һәм Мәскәү университетының физика-математика факультетына уҡырға инә, уны 1918 йылда беренсе дәрәжә диплом менән тамамлай[1].
1919—1932 йылдарҙа Физика һәм биофизика институтында, 1930—1935 йылдарҙа — Мәскәү университетының физика институтында эшләй, 1934 йылдан Фәндәр академияһының П. Н. Лебедев исемендәге физика институтында эшләй. Бер нисә юғары уҡыу йорттарында уҡыта. 1930—1935 йылдарҙа С. Орджоникидзе исемендәге Мәскәү дәүләт геологоразведка институтында (МГРИ) (1933 йылдан — профессор) эшләй. 1944 йылдан — М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты профессоры. 1945 йылдан ВКП(б) ағзаһы.
Левшин 1944 йылда Мәскәү дәүләт университетының оптика кафедраһында люминесценция буйынса тикшеренеүҙәрҙе тергеҙә, был уның «Фотолюминесценция жидких и твердых веществ» монографияһының нигеҙен тәшкил итә (1951). Монография был өлкәлә капиталь хеҙмәт була, ул беҙҙең илдә һәм сит илдәрҙә ҙур танылыу ала. Тикшеренеүҙәр Мәскәү электр лампалары заводында индерелгән отошло люминесцент лампаларҙы эшләү менән тамамлана. 1951 йылда академик С. И. Вавилов һәм профессор Левшин етәкселегендәге ғалимдар төркөмө люминесцент лампалар эшләгәне өсөн Сталин премияһына лайыҡ була. Левшин етәкселегендә кристалл фосфор синтезлана, ул инфраҡыҙыл нурланыш тәьҫирендә сағыу яҡтылыҡ бирә. Килеп сыҡҡан экрандар типик ялан һәм диңгеҙ биноклдәренә ҡуйыла. Ошо рәүешле булдырылған төнгө күреү ҡоролмалары Ҡыҙыл Армия тарафынан ҡоралланыуға индерелә һәм айырыуса төньяҡ порт караптары каруандарын сығарыуҙа киң ҡулланыла. Яҡтыртыусы кристалл фосфорҙар өҫтөндәге эштәре өсөн Левшин һәм уның коллективы Фәндәр академияһының Л. И. Мандельштам премияһына (1947), ә һуңынан Сталин премияһына (1952) лайыҡ була.[2]
1969 йылдың 12 декабрендә вафат була. Мәскәүҙә Дон зыяратында ерләнгән.
Улы — совет физигы Л. В. Левшин.
Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары һәм ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Левшин — фотолюминесценция өлкәһендәге хеҙмәттәр авторы: эксперименталь тикшеренеүҙәр һәм полярлашҡан люминесценция теорияһы, йотолоу һәм люминесценция спектрҙары араһында бәйләнеш урынлаштырыу (Левшин ҡағиҙәһе — көҙгөләгесә симметрия законы), молекулаларҙың оҙаҡ ваҡыт яҡтыртыуын һәм физикохимик факторҙарҙың люминесценцияға йоғонтоһон өйрәнеү. Ҡайһы бер эштәрендә кристалл фосфорҙың тәбиғәтен, кинетикаһын һәм энергетикаһын өйрәнә. Люминесцент лампалар өсөн люминофорҙарҙың яңы төрҙәрен таба һәм тикшерә.
- 1925 — полярлашҡан люминесценция теорияһын төҙөй (Левшин-Перрен формулаһы).
- 1926 — С. И. Вавилов менән бергә беренсе оптикала һыҙыҡлы булмаған эффект — уран берләшмәләре иретмәләренең көсөргәнешле яҡтылыҡ ағымдарын һыҙыҡһыҙ йотоуын аса.
- 1934 — кристалл фосфорҙарҙың яҡтыртыу процестарының рекомбинацион характерын асыҡлай.
300-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, шул иҫәптән: «Светящиеся составы» (1936), «Фотолюминисценция жидких и твердых веществ» (1951).
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ленин ордены
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (10.06.1945)
- миҙалдар
- Икенсе дәрәжә Сталин премияһы (1951) — люминесцент лампа булдырғаны өсөн.
- Икенсе дәрәжә Сталин премияһы (1952) — яңы яҡтылыҡ составтарын тикшергәне һәм уларҙың эшләү теорияһын эшләгәне өсөн
- Л. И. Мандельштам премияһы (1947)
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1968)
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Левшин В. Л. (К 60-летию со дня рождения) // Оптика и спектроскопия. — 1956. — Т. 1, вып. 3.
- Левшин Л. В., Тимофеев Ю. П. Вадим Леонидович Левшин. — М.: Наука, 1981.
- Храмов, Ю. А. Левшин Вадим Леонидович // Физики : Биографический справочник / Под ред. А. И. Ахиезера. — Изд. 2-е, испр. и доп. — М. : Наука, 1983. — С. 156. — 400 с. — 200 000 экз.
- Московский университет в Великой Отечественной войне. — 4-е, переработанное и дополненное. — М.: Издательство Московского университета, 2020. — С. 103. — 632 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-19-011499-7.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Лёвшин Вадим Леонидович (неопр.). Летопись Московского университета. Дата обращения: 17 марта 2018.
- 28 ғинуарҙа тыуғандар
- 1896 йылда тыуғандар
- Рәсәй империяһында тыуғандар
- 12 декабрҙә вафат булғандар
- 1969 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Сталин премияһы лауреаттары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәрҙәре
- КПСС ағзалары
- Физика-математика фәндәре докторҙары
- XX быуат физиктары
- Рәсәй физиктары
- СССР физиктары
- Алфавит буйынса физиктар
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- МДУ-ның физика-математика факультетын тамамлаусылар
- Мәскәү дәүләт университеты уҡытыусылары