Ләйлә Пәһләүи
| Ләйлә Пәһләүи | |
| фарс. لیلا پهلوی | |
| Зат | ҡатын-ҡыҙ[1] |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Титул | шаһбикә[d] |
| Тыуған көнө | 27 март 1970[2] |
| Тыуған урыны | Тәһран, Иран |
| Вафат булған көнө | 10 июнь 2001[2] (31 йәш) |
| Вафат булған урыны | Лондон, Бөйөк Британия |
| Үлем төрө | үҙ-үҙеңә ҡул һалыу |
| Үлем сәбәбе | яд[d] |
| Ерләнгән урыны |
кладбище Пасси[d] Grave of Pahlavi[d] |
| Атаһы | Мөхәммәт Риза Пәхләүи[1] |
| Әсәһе | Фарах Пехлеви[d][1] |
| Бер туғандары | Фарахназ Пехлеви[d], Реза Пәһләүи (шаһзада), Әли Реза Пәһләүи һәм Шаһназ Пәһләүи |
| Нәҫеле | Пехлеви[d] |
| Һөнәр төрө | тәржемәсе, модель |
| Уҡыу йорто | Браун университеты |
| Сәләмәтлек торошо | синдром хронической усталости[d], депрессия[d] һәм нервная анорексия[d] |
| Рабочая рука | праворукость[d] |
| Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Принцесса Ләйлә Пәһләүи (фарс. لیلا پهلوی; 27 март 1970 йыл, Тәһран, Иран — 10 июнь 2001 йыл, Лондон, Бөйөк Британия) — Иран шаһы Мөхәммәт Риза Пәхләүи һәм уның өсөнсө ҡатыны Фәрәх Пәһләүиҙең кесе ҡыҙы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ләйлә 1970 йылдың 27 мартында Тәһранда тыуған. Ул шаһ Мөхәммәт Реза Пәһләүи һәм уның өсөнсө ҡатыны Фәрәх Пәһләүиҙең дүртенсе балаһы була.
Ләйләгә һигеҙ йәш булғанда ғаиләһе Иран революцияһы һөҙөмтәһендә һөргөнгә ебәрелә. 1980 йылда атаһы Мысырҙа лимфоманан вафат булғандан һуң, ғаилә АҠШ-та төпләнә. 1988 йылда Рай округының көндөҙгө мәктәбен тамамлағандан һуң, 1992 йылға тиклем Массачусетс штатында уҡый, шунан һуң Браун университетына уҡырға инә.
Ләйлә бер ҡасан да кейәүгә сыҡмаған, күп ваҡытын Гринвич, Коннектикут, һәм әсәһе йәшәгән Париж араһында йөрөп үткәргән. Валентино өсөн модель булараҡ, ул нервы анорексияһынан, хроник түбән баһалауҙан, ауыр депрессиянан һәм хроник арығанлыҡ синдромынан яфалана[3]. Күп ваҡытын АҠШ һәм Бөйөк Британия дауаханаларында дауаланып үткәрә. Принцесса шулай уҡ йыш ҡына Лондондағы «Леонард» ҡунаҡханаһында йәшәй, яратҡан номеры өсөн төнөнә 450 фунт стерлинг түләй. Ҡунаҡхана менеджеры Анджела Стоппани «The Daily Telegraph» гәзитендә хәбәр итеүенсә, принцесса ҡунаҡханаға «ял итергә» килгән.
Ғашиҡтары күп булыуына ҡарамаҫтан, ул бер ҡасан да кейәүгә сыҡмай, балалары ла булмай[4].
Үлеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йәкшәмбе, 10 июнь 2001 йыл, яҡынса 7:30 мсәғәттәр тирәһендә, Ләйлә табип тарафынан Леонард ҡунаҡханаһында үҙ бүлмәһендә үле табылған[5]. Ул йоҡоһоҙлоҡто дауалау өсөн ҡулланылған барбитурат секобарбиталдың һәм үлемесле булмаған кокаиндың үлемесле дозаһынан биш тапҡырҙан ашыуыраҡ эскән. Ул түшәктә ятҡан, уның тәне анорексия һәм булимия арҡаһында хәлһеҙләнгән булған. Westminster Coroner’s Court үткәргән оутопсия тураһында мәғлүмәттәрҙе үҙ эсенә алған үлеме тураһындағы отчетта, Ләйлә осрашыу ваҡытында табип өҫтәленән секобарбитал урлаған һәм, наркотик ҡулланыуға әүәҫ булып, ғәҙәттә, яҙылған ике таблетка урынына 40 таблетка ҡабул иткән[6]
2001 йылдың 17 июнендә Францияның Париждағы Пасси зыяратында әсәһе яғынан өләсәһе Фәриҙә Ғотби Диба эргәһендә ерләнә. Уның әсәһе, шаһбаныу Фәрәх, ерләүҙә була, шулай уҡ элекке Франция короле ғаиләһе ағзалары һәм элекке Франция президенты Франсуа Миттерандың ейәне Фредерик Миттеран ҡатнаша[7]
2011 йылдың 4 ғинуарында Массачусетс штатының Бостон ҡалаһында уның ағаһы Али-Реза Пәһләүи үле килеш табыла. Сәбәбе — үҙ-үҙенә ҡул һалыу[8]
Музыкала
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2010 йылда француз йырсыһы Милен Фармерҙың альбомы сыға, унда принцесса Ләйлә Пәһләүигә арналған шул уҡ исемдәге йыр Leila инә, уны яҙыуға йырсыны Ләйләнең әсәһе менән осрашыу илһамландыра.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 3 Lundy D. R. Princess Leila Pahlavi // The Peerage (ингл.)
- 1 2 Leila Pahlavi // Find a Grave (ингл.) — 1996.
- ↑ Sabety, Setareh. Diana not: Serious soul-searching about our collective identity crisis. Iranian.com (19 июня 2001). Дата обращения: 11 ноября 2009. Архивировано 27 июля 2012 года.
- ↑ Leila Pahlavi: the peacock princess (англ.). The Independent (12 июня 2001). Дата обращения: 7 февраля 2026
- ↑ Shah's daughter found dead, BBC News (12 июнь 2001). 11 ноябрь 2009 тикшерелгән.
- ↑ Tweedie, Neil. Shah's daughter stole to fuel her drug habit, Telegraph.co.uk (26 июль 2001). 11 ноябрь 2009 тикшерелгән.
- ↑ Shah's daughter laid to rest, BBC News (17 июнь 2001). 11 ноябрь 2009 тикшерелгән.
- ↑ Shah son a suicide in Boston, CNN (4 ғинуар 2011). 4 ғинуар 2011 тикшерелгән.