Ләйлә менән Мәжнүн (Фүзули)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ләйлә менән Мәжнүн
Нигеҙләү датаһы 1536
Рәсем
Атамаһы Leyli və Məcnun
Жанр Маснави[d]
Автор Фүзули
Әҫәрҙең теле Әзербайжан теле
Ваҡиға ваҡыты 1536
 Ләйлә менән Мәжнүн (Фүзули) Викимилектә

«Ләйлә менән Мәжнүн (әзерб. Leyli və Məcnun, لیلی و مجنون) — XVI быуат шағиры Мөхәммәт Физулиҙың 1536 йылда яҙған лиро-эпик поэмаһы, ул Гейс исемле егеттең Ләйлә исемле сибәргә аҡылдан шашып ғашиҡ булыуын бәйән итә. Тап шуның өсөн егетте "Мәжнүн", йәғни "тиле" тип атайҙар ҙа [1]. Ул әзербайжан телендә яҙылған[2]. Был поэма Физули ижадының тажы тип һанала[2]. Ул 3096 бәйеттән лора һәм Бағдадтың осман хакимы Үвәйс-пашаға бағышлана. Поэма йөкмәткеһенә таянып 1907 йылда Үзәйер Һәжибәков беренсе әзербайжан операһы «Ләйлә менән Мәжнүн»де яҙа.

Әҫәрҙең тәфсире[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Физули әзербайжан шиғри ауыҙ-тел ижадына нигеҙләнгән был поэмаһын[2], үҙенә тиклемге ижадсыларҙың, бигерәк тә фарсы шиғриәте классигы Низами Гәнжәүиҙең традицияларын яңыртып һәм байытып ижад иткән [2]. Низами Гәнжәүи 1188 йылда боронғо ғәрәп легендаһына таянып «Ләйлә менән Мәжнүн» поэмаһын яҙған булған[3]. Мәгәр, Низамиҙан айырмалы, Физули поэмаға 22 ғәзәл, 2 морабба һәм 2 мөнәжәт индергән, улар иһә хикәйәләүгә тәбиғи генә инеп китә, шул уҡ ваҡытта үҙаллы әҫәр ҙә булып тора [1].

Поэма геройы — шағир Мәжнүн (Гейс) тормошоноң мәғәнәһен һәм бәхетте романтик мөхәббәттә эҙләй. Мәгәр феодаль-дини традициялар һәм ғәҙәт-йолалар уның идеалдарына дошмандарса ҡарай. Гейс үҙе тирәһендәгеләр өсөн «мәжнүн» (йәғни, тилергән). Уның һылыуҙарҙан-һылыу Ләйләгә булған мөхәббәте үҙе йәшәгән йәмғиәттә ҡаты ғәйепләнә. Был фажиғәле конфликтҡа килтерә. Поэманың аҙағында мистик йөкмәтке көсәйһә лә, Физули әҫәрендә кешегә хас ысын хиссиәтте аса[2].

Рәсәй Фәндәр Академияһының шәрҡиәт институтында «Ләйлә менән Мәжнүн» поэмаһы ҡулъяҙмаһының 12 исемлеге һаҡлана[4]

Сюжеты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Физули хикәйәләүҙе Аллаһы тәғәләгә мәҙех әйтеүҙән башлай (İlahi). Ләйләне ул хәҡиҡәт сағылышы тип атай, ул үҙенең сибәрлеге менән донъяны матурлай, а Мәжнүн арауыҡтарҙа аҙашҡан кеше тип һүрәтләнә. Робағыйҙарында Физули Аллаһты мөхәббәт (ғишыҡ) сығанағы тип атай, һәм ул сынйыр (zəncir) кеүек ныҡ бығаулай. Донъя иһә Аллаһы тәғәләнең ниҡабы ("бөркәнсеге"), унда 7 рауза һәм 10 сәскәлек бар (гөлөстан). Физули ваҡыт та, аҡыл да - Аллаһынан тип яҙа. Ул Пәйғәмбәр шәриғәтенә буйһонорға, боайлыҡ, шарап, ғашиш менән мауыҡмаҫҡа өндәй. Артабан Физули Ябраил фәрештәне күргән, миғраж ҡылған Пәйғәмбәргә салауат әйтә. Шул уҡ ваҡытта тормош ауырлыҡтарынан шарп менән бай хакимдар ҡурсыуы шағир хәлен еңеләйтеүен бәйән итә[5].

Оҙон баш өлөштән һуң, Физули Ләйлә менән Мәжнүн тураһында бәйән итеүгә күсә. Ул хикәйәләүен Нәжд ҡалаһындағы ғәрәп шәйехенең Гейс исемле улы донъяға килеүенән башлай (Qeys). Мәҙрәсәлә малай күҙ-ҡаштары, сәстәре, раузалай алһыу ирендәре, нәфис кәүҙәһе менән әсир иткән гүзәл Ләйләгә ғашиҡ була. Гейсты Физули шулай уҡ кипаристай зифа буйлы, тыны гөлсәскәләй хуш еҫле итеп һүрәтләй.Тора бара ғишыҡлыҡ көслө мөхәббәткә әйләнә һәм Гейс гистәренең әсиренә әйләнә. Әммә ҡыҙҙың әсәһе балаһының исеме сығыуынан ҡурҡып , уны мәҙрәсәгә ебәрмәҫ булалар. Ҡыҙ яңғыҙлыҡта һағышҡа бата. Гейс та ҡайғыра, хатта кешеләр уны Мәжнүн (тиле) тип атай башлай. Осраҡлы ғына мөхәббәтен күреп ҡалып, Мәжнүн дуҫтары менән хушлаша ла сүлгә сығып китә. Бәхилләшкән шиғырында ул аҡыл менән мөхәббәтте ҡапма-ҡаршы ҡуя: "Ғашиҡлыҡ киңлегенә китеп аҡыл юлынан тайпылам".

Хәсрәткә батҡан атаһы Мәжнүнде сүлгә барып таба һәм өйгә ҡайтырға өгөтләй. Ҡолдарса хискә бирелеүенән дүндерергә тырыша һәм хатта ғашиҡлыҡты "йән әфаты" тип атай [6]. Мәжнүнде күндерә алмағас, атаһы Ләйләгә яусы ебәрә, әммә тилегә ҡыҙыбыҙҙы бирмәйбеҙ тип яуап ҡайтаралар. Мәжнүндең атаһы улын һауыҡтырыр дарыу эҙләй. Ниһайәт, хажға алып бара, тик был да еңеллек килтермәй. Егет тауҙарҙа ғына бер аҙ йыуаныс таба. Ләйләне Ибн Сәләм тигән күрмәлекле егет һората. Мәжнүнде сүлдә Нөүфәл тигән рум ғәскәре отрядының төрки башлығы үҙенә саҡыра һәм Ләйләне яулашып бирергә вәғәҙә итә[7] Ләйләнең ҡәбиләһенә һөжүм итәләр, әммә Мәжнүн һөйгәненең туғандары үлеүгә ҡайғыра һәм нисек булһа ла үҙ маҡсатына өлгәшергә теләмәй. Нәүфәл еңә, мәгәр Ләйләнең атаһы ҡыҙын тик Ибн Сәләмгә бирергә теләй. Мәжнүн сүлдә аскетҡа әйләнә һәм был донъяның фаный икәнлеген төшөнә. Әммә уның доғалары арҡаһында Ибн Сәләм кибә башлай һәм вафат була. Тол ҡалған Ләйлә дөйәгә атланып Мәжнүнде эҙләп сығып китә , әммә егет мөнәсәбәттәрҙе яңыртырға теләмәй, сөнки үҙен камиллыҡҡа өлгәшкән тип һанай [8][9]. Ләйлә хәсрәтенән ауырып китә һәм донъя ҡуя. Уның үлемен ишетеп, Мәжнүн уның ҡәберенә килә һәм шунда үлеп ҡала. Физули яҙғанса, Зәйед тигән дуҫы уларҙың икеһен бергә йәннәттә итеп төш күрә.


Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҫәрҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Ләйлә менән Мәжнүн» — Сергея Баласанян балеты
  • «Ләйлә менән Мәжнүн» — Низами Гәнжәүи поэмаһы фарсы телендә (1188). Урыҫ теленә тәржемәләр: Николай Гнедич, Евгений Бертельс, Т. Форш, Павел Антокольский[10], Рустам Алиев, Т. Стрешнева.
  • «Ләйлә менән Мәжнүн» — Джами поэмаһы фарсы телендә (1484).
  • «Ләйлә менән Мәжнүн» — Алишер Навои поэмаһы иҫке үзбәк телендә (1484). Урыҫсаға тәржемә: Семен Липкин.
  • «Ләйлә менән Мәжнүн» — Физули поэмаһы [1][2][11][12][13][14] (1536). Перевод на русский: Анатолий Старостин.
  • «Ләйлә менән Мәжнүн» — Хагири Тәбризи поэмаһы.
  • «Ләйлә менән Мәжнүн» — Шәкәрим Ҡудайбердиева поэмаһы.
  • «Ләйлә менән Мәжнүн» — Мирза Мөхәммәт Һади Русва драмаһы.
  • «Ләйлә менән Мәжнүн» — Хөршид поэмаһы.
  • «Ләйлә менән Мәжнүн» — Нәжәти романы.

Сәхнәгә ҡуйыуҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Ләйлә менән Мәжнүн» — беренсе әзербайжан операһы (Үзәйер Һажибәков).
  • «Ләйлә менән Мәжнүн» — симфоник поэма (Кара Караев) (1947)
  • Симфония № 24 («Мәжнүн») — Алан Хованесс симфонияһы
  • «Ләйлә менән Мәжнүн» — балет, Касьян Голейзовский ҡуйыуында (1964),Сергей Баласанян музыкаһы.
  • «Ләйлә менән Мәжнүн» — иран фильмы, (1936).
  • «Ләйлә менән Мәжнүн» — советс тажик фильм-балеты (1960).
  • «Ләйлә менән Мәжнүн» — совет әзербайжан фильмы (1961).
  • «Ләйлә менән Мәжнүн» — Кара Караев балеты (1969)
  • «Ләйлә менән Мәжнүн» — һинд фильмы (197).
  • «Ләйлә менән Мәжнүн» — әзербайжан фильм-операһы (1996).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 FOŻŪLĪ, MOḤAMMAD – Encyclopaedia Iranica. www.iranicaonline.org. Дата обращения: 4 февраль 2019.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 [ Физули Мухаммед Сулейман оглы] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  3. Ләйлә менән Мәжнүн — Ҙур энциклопедик һүҙлектән
  4. Дмитриева Л. В. Исторические и поэтические тюркоязычные рукописи и их творцы (по материалам собрания Института востоковедения Академии наук СССР) // Советская тюркология. — 1982. — № 5. — С. 73.
  5. Füzuli, M. Əsərləri / Под ред. Т. Керимли. - Б. Şərq-Qərb, 2005. C.31
  6. Füzuli, M. Əsərləri / Под ред. Т. Керимли. - Б. Şərq-Qərb, 2005. C.76
  7. Füzuli, M. Əsərləri / Под ред. Т. Керимли. - Б. Şərq-Qərb, 2005. C.123
  8. Füzuli, M. Əsərləri / Под ред. Т. Керимли. - Б. Şərq-Qərb, 2005. C.202
  9. ср. Ваджд и Инсан камиль
  10. LIT.TJ. Низами, «Плач Меджнуна о смерти Лейли» (из поэмы «Ләйлә менән Мәжнүн»). lit.tj. Дата обращения: 19 ғинуар 2018.
  11. Peter Rollberg. The modern encyclopedia of Russian and Soviet literature (including Non-Russian and Emigre literatures) / Edited by Harry B. Weber. — Academic International Press, 1987. — Т. 8. — С. 77.

    Fuzuli was the author of some fifteen works, the most important of which are, in Turkic: A Divan, Hashish and Wine (Beng u Bade), Leila and Mejnun (Leila ve Mecnun), The Garden of the Blessed (Hadikat al-suada), and The Book of Complaints (Sikayetname); in Arabic: A Divan; and in Persian: A Divan.

  12. Charles van der Leeuw. Azerbaijan: A Quest for Identity. — Palgrave Macmillan, 2000. — С. 85. — 256 с. — ISBN 9780312219031. (инг.)

    Nevertheless, Fizuli has left us one of the finest divans in Azeri literature (he wrote with equal ease in Azeri, Arabic and Persian), as well as the oldest preserved piece of prose in Azeri, The Book of Plants, a contemplative poem The Rise of Religion and an epic (the first to be written in Azeri) that told the tale of Leyla and Majnun.

  13. Ләйлә менән Мәжнүн — статья из Краткой литературной энциклопедии
  14. Colin P. Mitchell. ṬAHMĀSP I (инг.) // Encyclopædia Iranica. — 15 июля 2009.

    In the poetic arts, we have Moḥammad b. Solaymān Foẓuli, the greatest lyric poet in Azeri Turkish, who composed a version of Leyli o Majnun in that language…

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Низами Гянджеви. Лейли и Меджнун. К 840-летию Низами Гянджеви. Перевод с фарси, предисловие и комментарии Рустама Алиева. / Редактор А. В. Старостин. — Б.: Элм, 1981. — 388 с. — 4000 экз.

Баҫмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ed. N. H. Onan as Leylâ vü Mecnûn, Istanbul, 1935
  • Физули, Лейли и Меджнун, пер. с азерб. А. Старостина. Вступ. статья Р. Алиева, М., 1958
  • tr. S. Huri as Leyla and Mejnûn by Fuzûlî, London, 1970
  • Ed. H. Ayan, Istanbul, 1981
  • M.Füzuli «Leyli və Məcnun» poeması. Bakı-Maarif, 1991 (әзерб.)
  • Ed. M. Doğan, Istanbul, 1996
  • Мухаммед Физули. Произведения = Məhəmməd Füzuli. Əsərləri. — Б.: Azərbaycan, 1996. — Т. II. (әзерб.)
  • Мухаммед Физули. Произведения = Məhəmməd Füzuli. Əsərləri / Под ред. Т. Керимли. — Б.: Şərq-Qərb, 2005. — Т. II. — 336 с. — ISBN 9952-418-51-2. (әзерб.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]