Ләмәҙтамаҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ләмәҙ-Тамаҡ (ауыл) битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Ләмәҙтамаҡ
рус. Лемез-Тамак
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Мәсетле

Ауыл Советы

Ләмәҙтамаҡ ауыл Советы (Мәсетле районы)

Координаталар

55°49′43″ с. ш. 58°16′12″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1735-1740 йылғы башҡорт ихтилалынан һуң нигеҙләнгән

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1779

Элекке исеме

Мағаз (фараз ителә)

Халҡы

483[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452564

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

80 242 825 001

Код ОКТМО

80 642 425 101

Ләмәҙтамаҡ (Рәсәй)
Ләмәҙтамаҡ
Ләмәҙтамаҡ
Ләмәҙтамаҡ (Башҡортостан Республикаһы)
Ләмәҙтамаҡ

Ләмәҙтамаҡ — Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районындағы ауыл. Ләмәҙтамаҡ ауыл Советына ҡарай, ауыл Советы үҙәге. Почта индексы — 452564, ОКАТО коды — 80242825001.

Хәҙерге торошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәсәғүт-Әчит юлынан ауылға тиклем асфальт юл һалынған. Ҡотош ауылына асфальт юлы, Һабанаҡ ауылына тура иҫке ҡырсынташ юл һәм Мәсәғүт-Әчит юлы аша асфальт юл бар. Әй йылғаһында боҙ тотһа, Әбдрәхим ауылына ҡышҡы юл һалына. Фрунзе, … асфальт түшәлгән, Ғәзизов … урамдары ҡырсынташлы.

Ауылға газ үткән.

Ауылда мәҙәниәт йорто, китапхана, почта бүлексәһе, фельдшерлыҡ пункты, өс һатыу итеү йорто бар. Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбе һәм балалар баҡсаһы Ҡотош ауылында урынлышҡан. Элек Нуриманов исемендәге колхоз / ауыл хужалығы етештереү кооперативы идараһы Ләмәҙтамак ауылында урынлашҡайны.

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауылға Ҡошсо ырыуына ҡараған башҡорттар нигеҙ һалған. XVIII быуаттың урталарында барлыҡҡа килгән ауыл. Мулла Хисаметдин Кинзин нәҫелдәре һөйләүенсә, ауыл мәсете 18 быуат уртаһында күсереп килтерелгән. 1735 —1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы баҫтырылғандан һуң, ауылдар яндырылған, халҡы икенсе ергә ҡыуып ебәрелгән. Хәтирәләр буйынса беҙҙең ата-бабалар Яраҫтау ауылы урынында булған Ҡошсо ырыуының төп ауылы ихтилал ваҡытында яндырылғандан һуң күсеп килгәндәр. Икенсе вариант буйынса Мәләкәҫ ауылынан күсеп килгәндәр тигән фекер бар. Ике ауылда ла Мәтәй, Туғыҙ аймаҡтары бар. Ауылда тағы Аҡай аймағы бар. Ҡошсоларҙың ике Ләмәҙтамаҡ һәм Мәләкәҫ ауылдары исемдәре йылға (гидроним) менән бәйле, башҡа ауылдар кеше исеменә таяна. Был ике ауыл ваҡыт буйынса һуңыраҡ нигеҙләгән.

Тәү башлап ауыл хәҙерге урындан 3 км йылға үрендәрәк урынлашҡан булған. Хәҙерге ваҡытта Мәсәғүт — Әчит автомобиль юлы ошо урындан үтә. Йылға аша күперҙең һул яғы.

Ауыл беренсе тапҡыр хөкүмәт тарафынан 1795 йылғы рәүиз яҙмаһында теркәлгән. Шул уҡ ваҡытта Ырымбур мосолман ойошмаһының архив документтарында ауыл мәсете 1779 йылда төҙөлөүе тураһында мәғлүмәт бар[2]. Ауылдың икенсе мәсете Өфө виләйәте идараһының 1910 йылғы 29 май указына ярашлы төҙөлгән[3]. XIX быуат һуңында ауылда 3 ашлыҡ һуҡҡыс, 2 ашлыҡ елгәргес, баҙар майҙаны, 3 бакалея кибете, Ләмәҙ йылғаһында һыу тирмәне, Әй йылғаһы аша борам (паром) булған[4]. Тыуған яҡты өйрәнеүсе Марат Ғафаровтың Иван Лепихин яҙмаларына таянып яһаған фаразы буйынса ауылдың боронғо исеме Мағаз булыуы мөмкин.

Биләмә беремектәренә инеүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Теркәү йылы Олоҫ, ауыл Советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1796 Ҡошсо улусы Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1798 Оло Ҡошсо улусы 8-се башҡорт кантоны Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 8-се башҡорт кантоны Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1873 Оло Ҡошсо улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй Империяһы
1917 Оло Ҡошсо улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй Империяһы
1919 Дыуан-Ҡошсо кантоны Башреспублика РСФСР
1922 Дыуан-Мәсетле улусы Мәсәғүт кантоны Башреспублика РСФСР
1930 Ләмәҙтамаҡ ауыл Советы Дыуан-Мәсетле районы БАССР РСФСР, СССР
1932 Ләмәҙтамаҡ ауыл Советы Мәсетле районы БАССР РСФСР , СССР
1960 Ләмәҙтамаҡ ауыл Советы Балаҡатай районы БАССР РСФСР , СССР
1962 Ләмәҙтамаҡ ауыл Советы Мәсетле районы БАССР РСФСР , СССР
1992 Ләмәҙтамаҡ ауыл Советы Мәсетле районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһы

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ һаны тураһында теүәл һәм рәсми мәғлүмәт 1795 йылдан, 5 се ревизиянан, башлап бар[5].

Йыл Халыҡ һаны
1795 194
1816 187
1834 226
1850 293
Йыл Халыҡ һаны
1859 336 [6]
1865 373 [6]
1897 676 [7]
1920 867 [8]
Йыл Халыҡ һаны
1939 767 [9]
1959 716
1970 759
1979 610
Йыл Халыҡ һаны
1989 519
2002 522
2010 483

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Исеме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Атамаһы йылға исеменән. Ләмәҙ йылғаһы Әй йылғаһына ҡушылған ерҙә урынлашҡан.

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урам исеме[10]:

  • Ғәзизов (урамы) (рус. Газизова (улица))
  • Карл Маркс (урамы) (рус. Карла Маркса (улица))
  • Баҡса (урамы) (рус. Садовая (улица))
  • Салауат Юлаев (урамы) (рус. Салавата Юлаева (улица))
  • Фрунзе (урамы) (рус. Фрунзе (улица))

Рәсми булмаған урам исемдәре[11].

  • Мәтәй —
  • Төп Мәтәй —
  • Ҡуян ауыл — Фрунзе урамының башынан Баҡса урамы боролошона тиклем.
  • Үрге ос — Ғәзизов урамы
  • Уртасыҡ —
  • Түбән ос
  • Туғыҙлы

Ҡыҙыҡлы хәл: Түбән ос Үрге осҡа ҡарағанда бейегерәк урынлашҡан. Урам остарының атамаһы йылғалар ағымына бәйле булыуы менән аңлатыла.

Тирә — яҡ мөхит[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был мәғлүмәт ауыл кешеләренән һорап яҙылды[12].

  • Әй — йылға, Ҡариҙелдең ҡушылдығы, ауыл йәнәшәһенән аға.
  • Ләмәҙ — йылға, Әйҙең ҡушылдығы, ауылды ике өлөшкә бүлеп аға.
  • Мәтәй төбәк — Төп Мәтәй урамы арты, Әй йылғаһы яры буйлап Үрге таштыҡҡа тиклемге һыубаҫар туғай. Ауылдың һабантуй үткәреү урыны.
  • Үрге таштыҡ — Әй йылғаһы ағымы төньяҡтан көнбайышҡа табан боролған ере. Ауылдан бер километр самаһы өҫтәрәк.
  • Кисеү -
  • Сөйөртмә
  • Урыҫүлгән — Кәртәле төбәктең бер мөйөшө һәм Әй йылғаһының ағымы көнсығыштан төньяҡҡа табан киҫә боролған урын. Был урында Әй йылғаһында урыҫ милләтле кеше батып үлгән тигән хәтирә ҡалған.
  • Кәртәле төбәк — Түбәнге оста Әй буйындағы төбәк. Өс яғы йылға менән, бер яғы текә тау менән тәбиғи кәртәләнгән һыубаҫар туғай.
  • Серек Ләмәҙ — Кәртәле төбәгендәге күл, уйһыу урын. Боронғо заманда Ләмәҙ йылғаһының үҙәне. Әй йылғаһы яҙ көнө ныҡ ташҡан ваҡытта күл хасил була.
  • Йоҡаҡ ташҡаҙған — Йоҡа таш алына торған соҡор. Түбәнге оста Вафин Вәрис ағай йорто артынан тауға күтәрелгән ерҙә урынлашҡан. Элекке заманда һарай, келәт, мунса баштарын ошонан алынған йоҡа таш менән япҡандар, ихата-йорт юлына түшәгәндәр.
  • Алтынай — Түбәнге остан Һабанаҡ ауылына киткән иҫке юлдағы беренсе йырын буйы. Боронғо заманда ул тирәлә алтын бөртөктәре табылған тигән хәтирәләр ҡалған.
  • Бабайҙыҡ (бабайлыҡ) — Түбәнге остан Һабанаҡ ауылына киткән иҫке юл буйында уң яҡта урынлашҡан яңғыҙ ҡәбер. Изге урын тип иҫәпләнә. Мосафир кеше үлеп ҡалған һәм шул урында ерләнгән.
  • Бүрелеҡул — элеке сусҡа фермаһы ҡаршыһындағы ҡул буйы, Ҡырсындыға туры юл бар ине.
  • Балта — Бүрелеҡул юлы менән тау башына менеп еткән урын.
  • Энәгүл — күл
  • Сүсәкәй — тау,
  • Маяҡтау — тау,
  • Ташҡаҙған
  • Айыубаҫҡан
  • Аҡтүбә
  • Ҡырсынды
  • Ҡырсынды күл
  • Борошҡул — Ҡырсынды артынан башлана һәм, Буртаковка яҡҡа китеп, унан һуң Һабанаҡ яҡҡа боролған ҡул буйы.
  • Алма баҡсаһы (төбәк)
  • Гис (ГЭС) төбәк
  • Мәсет юлы
  • Ҡыя юл — юл, МәсәғүтӘчит автомобиль юлынан Октябрьск ауылына киткән юл, Төлкөбай башына тиклем.
  • Беренсе Төлкөбай — тау.
  • Төлкөбай тыҡрығы
  • Төлкөбай шишмәһе — Төлкөбай тыҡрығында көслө генә ағып сығып, Ләмәҙ йылғаһына ҡушылған тәмле һыулы шишмә.
  • Икенсе Төлкөбай
  • Әгәрәү (Егорова гора)
  • Усып тирмәне
  • Усып арты
  • Кажунай
  • Әрҙәнәғол (ҡул)
  • Мөхөп юлы
  • Гәрәй тауы

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуғандар
  1. Алтынбаева Зөһрә Нариман ҡыҙы (3 ғинуар 1951 йыл) — башҡорт журналисы һәм шағиры. СССР-ҙың журналистар (1986) һәм Башҡортостан Республикаһы яҙыусылар (2006) союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2000).
  2. Аҙнабикә, тыуған һәм үлген ваҡыты билдәһеҙ — риүәйәт буйынса Салауат Юлаевтың әсәһе.
  3. Баһаутдинов Радик Алик улы(недоступная ссылка) (30 март 1979 йыл) — ғалим-тарихсы, тарих фәндәре кандидаты (2007).
  4. Бәҙретдинов Йәғәфәр Зәйнәғетдин улы, (12 февраль 1912 йыл — 2007 йыл, Өфө ҡалаһы) — финансы-иҡтисадсы, БАССР-ҙың атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1974), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.
  5. Ғатауллин Рөстәм Шакирйән улы (2 август 1963 йыл) — иҡтисадсы-статистик, дәүләт хеҙмәткәре, йәмәғәт эшмәкәре, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2003), Рәсәй Федерацияһы дәүләт граждандар хеҙмәтенең 1-се класлы ҡәңәшсеһе (2005), Статистика отличниге (2010). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2022).
  6. Ғатауллин Шакирйән Нурый улы (21 август 1936 йыл — 16 декабрь 2002 йыл) — уҡытыусы, саңғы һәм еңел атлетика спорты буйынса тренер. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1980).
  7. Ғиниәтова Фәйрүзә Роберт ҡыҙы, — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (????)
  8. Ғәзизов Раян Нариман улы (14 апрель 1960 йыл — 5 май 1981 йыл) — Афған һуғышында һәләк булған яугир (25.10.1979), Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнгән.
  9. Зарипов Айрат Янсур улы, 12 октябрь 1962 йыл) — ғалим-философ, философия фәндәре докторы (2005), профессор (2005)
  10. Заһитова Зимфира Мөхәмәҙи ҡыҙы (13.08.1949), хеҙмәт ветераны. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1993), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1986).
  11. Ҡаев Фәрит Ғалихан улы, 25 апрель 1955 йылда тыуған — табип, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1992).
  12. Ҡазыева Йәүһәрә Санбаш ҡыҙы, 30 октябрь 1929 йылда тыуған — педагог, РФСФР-ҙың атҡаҙанған мәктәп үҡытыусыһы (1969), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличниге (1966)
  13. Ҡорбанов Рауфат Ғафый улы, 16 февраль 1936 йылда тыуған — инженер-механик, дәүләт хеҙмәткәре.
  14. Ҡорбанова Ғәфифә Мәғәфүр ҡыҙы, 11 сентябрь 1930 йыла тыуған — 14 сентябрь 2008 йылда үлгән — педагог, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәктәп уҡытыусыһы (1965).
  15. Ҡылысбаев Фердинанд Әкрәм улы (Әҙһәм) (2.08.1926 — 26.07.2001), уҡытыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәктәп уҡытыусыһы (1975). Бөйөк Ватан Һуғышы яугиры. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «Ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.
  16. Рәхмәтуллин Ҡарам Рәхмәтулла улы, февраль 1913 йылда тыуған-??? үлгән — юрист, дәүләт хеҙмәткәре.
  17. Сәрүәров Людвиг Нәбиулла улы,3 ғинуар 1949 йылда тыуған — төҙөүсе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2004).
  18. Хисмәтов (Хисмәтуллин) Сисәнбай Хисмәтулла улы, 1854 (1845) йылда тыуған-үлгән йылы ике төрлө күрһәтәләр (1917 һәм 193?) — уҡымышлы табип.
  19. Шафикова Венера Фәхретдин ҡыҙы, 7 ғинуар 1948 йылда тыуған — иҡтисадсы, дәүләт хеҙмәткәре.
  20. Яндурина Гөлназ Радик ҡыҙы(недоступная ссылка), 10 июнь 1961 йылда тыуған — педагог, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2008).
  • Ләмәҙтамаҡ ауылында йәшәгәндәр
  1. Дильмухаметов Сәрүәр Ислам улы, 24 август 1938 йылда тыуған — агроном, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хуҗалығы хәҙмәткәре (1995), Дильмухаметова Рәйсә Фаиз ҡыҙы һәм Дилмухаметов Сәрүәр Ислам улы, Рәсәй Федерацияһы «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ» («Любовь и верность») миҙалы менән бүләкләнгәндәр.
  2. Ҡылысбаева Сания Хафиз ҡыҙы, 1 декабрь 1925 йыла Малаяҙ аулында тыуған-1 сентябрь 2001 йыла үлгән — педагог, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличниге (1977).
  3. Ямалетдинова Роза Фәхретдин ҡыҙы, 16 мая 1948 йылда Яраҫтау ауылында тыуған — табип, Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлау отличниге (2007). Атаһының сығышы Ләмәҙтамаҡ ауылынан.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәғлүмәт сығанаҡтары.

  1. Хәтер китабында Мәсетле районы яугирҙәре, беренсе бит, һуңғы бит.
  2. Һуғышта хәбәрһеҙ юғалғандар исемлеге, 1947 йылда Мәсетле районы буйынса төҙөлгән, беренсе бит.
  3. Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбе сайтындағы исемлек, Ләмәҙтамаҡ һәм Ҡотош ауылдары яугирҙәре, Һуғыштан ҡайтмағандар исемлеге.
  4. Шулай уҡ, яу яланында, хәрби госпиталдәрҙә төҙөлгән исемлектәрҙәге мәғлүмәткә һылтанма һәләк булған яугир исеме янына ҡуйыла.

Яу яланынанда йәки госпиталдә үлеп ҡалғандар.

Шәрифе, исеме, атаһы исеме Тыуған йылы Үлгән йылы Ҡыҫҡаса мәғлүмәт
Абдуллин Ғайфулла Абдулла улы __.__.1898 04.04.1944 яу яланында үлгән, Мәсетле РВК-нан 16.08.1942 һуғышҡа алынған. ОБД Мемориал сайтында [1] хәбәрһеҙ юғалған тигән документ, Хәтер китабында [2].

Хәбәрһеҙ юғалғандар

Шәрифе, исеме, атаһы исеме Тыуған йылы Юғалған йылы Ҡыҫҡаса мәғлүмәт
Абдулин Әхәт Абдулла улы __.__.1911 __.09.1942 хәбәрһеҙ юғалған, Мәсетле РВК-нан 01.07.1941 һуғышҡа алынған. ОБД Мемориал сайтында [3], Хәтер китабында [4]
Ғатауллин Әлтәф Ғатаулла улы __.__.1902 __.07.1942 хәбәрһеҙ юғалған, Мәсетле РВК-нан 07.01.1942 һуғышҡа алынған. ОБД Мемориал сайтында [5], Хәтер китабында [6].

Хәбәрһеҙ юғалғандар иҫәбенә индерелеп тә тере ҡайтҡан

Шәрифе, исеме, атаһы исеме Тыуған йылы Хаталы иҫәп йылы Хаталы иҫәпкә ҡыҫҡаса мәғлүмәт Үлгән йылы Ҡыҫҡаса мәғлүмәт
Абдрафиҡов Рәхимйән Абрафиҡ улы __.__.1925 __.__.1945 хәбәрһеҙ юғалған, ябай уҡсы, 212 уҡсылар дивизияһы, 1945 йылда юғалған, Хәтер китабында [7]

Ләмәҙҙәр ҡушаматы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ләмәҙтамаҡ һәм Ҡотош ауылдарының ҡушаматы — кәзә. Шуға күрә ләмәҙҙәрҙе кәзәләр тиҙәр. Ауылда быуындан быуынға күсеүсе ҡушаматтар бар, хатта кейәү-килендәргә лә йәбешә. Шулай уҡ кешенең шәхси үҙенә генә бирелгән ҡушаматтар була. Ҡайһы береүҙәр ҡушаматтарынан ояла, ҡыйынһына. Шуға күрә ҡушаматтар исемлеге генә бирелә: Каштан, Комрат, Әдүлф, Бәзек, Тартай, Өпөш, Будулай, Өстин, Япон, Шағыр, Ҡуян, Сәүкә, Тумбурлин (Дятел, Тумыртҡа), Әтәс, Ленин бабай, Ҡолдор, Йомай, Үрҙәк, Әртис, Тутбаш, …

Ауыл лаҡаптары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ухтыйыңды миңә лә һал әле. — Колхозсылар ҡыш көнө урман йығырға баралар. Ашарға ултырғанда араҡы ла эсәләр. Араҡы ҡойоусы бер ағай үҙенә һәр ваҡыт күберәк һала һәм: «Ух, ты», — тип, яңылыш булды, тигәнгә ишаралай. Сираттағы араҡы ҡойған ваҡытында икенсе ағай көрәгәсегә: «Ухтыйыңды миңә лә һал әл», — тип өндәшә. Шул ваҡыттан бирле ҡотоштар һәм ләмәҙҙәр нимәнелер бүлешкәндә шулай тип әйтәләр. «Мутлашма, тоғро бүлеш» мәғәнәһендә ҡулланыла.
  • Көлмәгеҙ әле, былай ҙа юл тар. — Биш кеше машинала ҡалаға ҡунаҡҡа китеп баралар. Кәйеф күтәренке, шаян хәбәрҙәр һөйләп, көлөшөп алалар. Рулдә булған кешене албырғатмайыҡ тигәнде әйтергә теләп, береһе: «Көлмәгеҙ әле, былай ҙа юл тар» — ти. Хәҙер был ғаиләгә ҡараған ләмәҙҙәр лаҡапты «Иғтибарлы булығыҙ» мәғәнәһендә ҡулланалар.
  • Үҙем ашайым, үҙемә оҡшай. Тәмле. — Бер килен, ҡәйнәһе ҡалаға ҡунаҡҡа киткәс, беренсе тапҡыр мейестә үҙ аллы икмәк бешерә. Икмәге килешмәй. Килен кеше зарын эштә әхирәттәренә һөйләй: «Ҡәйнәмһеҙ икмәк бешергәйнем, балалар ашамайҙар. Үҙем ашайым, үҙемә оҡшай. Тәмле». Шунан һуң ауыл ҡатындары, аш-һыуы килешеп бөтмәһә, әлеге лаҡапты әйтеп, үҙҙәрен йыуаталар. «Аш-һыу килешеп етмәне» тигәнде аңлата.

Рәсемдәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсемдәрҙең оло йыйынтығы

Ҡыҙыҡ ваҡиғалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Футбол буйынса 2018 йылғы донъя чемпионаты ваҡытында ауыл эшҡыуарҙары Лена һәм Айрат Мөхәррәмовтар үҙҙәренең юл буйы кафеһындә Мексика көйөрмәндәрен бушлай ашатып, автобустарын ремонтлап оҙаталар[13].

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Кузеев Р. Ғ. Очерки исторической этнографии Башкир. ч. 1. — Уфа,1957.
  • Мечетлинский район Республики Башкортостан. Краткая энциклопедия. — Уфа, 2000.
  • Давлетбаев Б. С. Твое шежере. ч.2. — Большеустьикинское, 1997.
  • Р. Ғатауллин. Ҡошсо ырыуы ауылдары. — Өфө, 2007. — 132 б.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. ГКУ РБ ЦИА РБ, Фонд № И-295, Опись № 2, Дело № 4, ЛЛ № 189об-190.
  3. ГКУ РБ ЦИА РБ, Фонд № И-295, Опись № 2, Дело № 4, ЛЛ № 194об-195.
  4. Сборник статистических сведений по Уфимской губернии. Т.VI. Златоустовский уезд. — Самара, 1899. — 901 с.:карт. — с.29 прил. — 35 страница в приложениях
  5. Р. Ғатауллин. Ҡошсо ырыуы ауылдары. — Өфө, 2007. — 132 б.
  6. 6,0 6,1 Населенные пункты Башкортостана. Ч I. Уфимская губерния. 1877. // ӨфөКитап, 2002. — Т. 1. — Б. 432. — ISBN 5-295-03133-0, 5-295-03188-8
  7. Населенные места Российской империи в 500 и более жителей с указанием всего наличного в них населения и числа жителей преобладающих вероисповеданий по данным первой всеобщей переписи населения 1897 г. (урыҫ): под ред. Н. А. ТройницкогоСПб.: 1905. — 270 с.
  8. Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. // ӨфөКитап, 2002. — Т. 3. — Б. 400. — ISBN 5-295-03133-0, 5-295-03091-1
  9. Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.1 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // ӨфөКитап, 2018. — Т. 1.
  10. «Налог Белешмәһе» системаһында Ләмәҙтамаҡ ауылы
  11. Нурыев Тимерхан Нурый улынан яҙып алынды
  12. Мәғлүмәт биреүсе кешеләр: Шабаков Фиҙәлит Фәхретдин улы (1952 йылғы)
  13. Мексиканская ночь на мечетлинской земле 2018 йыл 12 июль архивланған.