Ләм (хикәйә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тина
Жанр

хикәйә

Автор

Антон Павлович Чехов

Төп нөхсә теле

рус

Ижат ителгән ваҡыты

1886

Тәүге тапғып нәшер ителгән

1886 йылдың 29 октябрендә

Ләм  — А. П. Чехов хикәйәһе. 1886 йылда яҙылған, беренсе тапҡыр 1886 йылдың 29 октябрендә «Новое время» гәзитенең  3832-се һанында баҫылған.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Ләм» хикәйәһе ике бүлектән тора. А. П. Чехов тарафынан 1886 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1886 йылдың 29 октябрендә «Новое время» гәзитенең 3832-се һанында Ан. Чехов ҡултамғаһы аҫтында баҫылған. 1888 йылда хикәйә, автор тарафынан үҙгәртелеп, «Хикәйәләр» йыйынтығында баҫылып сыға.

Чехов тере саҡта хикәйә немец, словак һәм француз телдәренә тәржемә ителә.

Сюжет[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хикәйәлә поручик Сокольскийҙың «М. Е. Ротштейн вариҫтары» араҡы заводы хужаһы Сусанна Моисеевна Ротштейн өйөнә, уның ике мең өс йөҙ һум бурысын түләүҙе талап итеп, визит менән килеүе һүрәтләнә. Сусанна, поручикты матурлығы менән әүрәтеп, поручиктағы бурыс ҡағыҙҙарын үҙ ҡулына төшөрә. Хикәйәлә поручиктың ҡустыһы Алексей Иванович Крюков Сокольскийға векселдәр менән булған хәлде һөйләп аңлата.

Анализ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күңел аҙҙырыусы йәһүд ҡатын Сусанна Ротштейнды яҙыусы үҙенең һөйгәне Дуня Эфрос[1] менән булған ярһыу мөнәсәбәттәре һөҙөмтәһендә яҙған тигән имеш-мимештәр йөрөй. Йәһүд ҡыҙы Дуня Эфрос менән Чехов ташлаша, тик яҡшы мөғәләмәлә ҡала. Дуняға яҙыусының дуҫы, йәһүд юрист һәм нәшриәтсе Ефим Коновицер[2][3] өйләнә. Революциянан һуң Дуня Эфрос Францияға эмиграцияға китә. 1943 йылда 82 йәшлек Эфросты Париждағы ҡарттар йортонан депортациялайҙар.

Ирек һөйөүсе араҡы заводы хужабикәһе, аҙғын ҡатын Сусанна образы тәнҡитселәр һәм тәржемәселәр тарафынан прессала[4] оҙаҡ ваҡыт фекер алышыуҙарға дусар ителә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Чехов А. П. Тина // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
  • К. М—ский. Жертва безвременья. — «Русский вестник», 1896, № 8, стр. 279, 283—284.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. «Тина» еврейской любви 2020 йыл 24 сентябрь архивланған.
  2. James N. Loehlin The Cambridge Introduction to Chekhov 2010-1139493523 Page 52
  3. Michael C. Finke Metapoesis: The Russian Tradition from Pushkin to Chekhov 1995 — Page 200
  4. Anna Makolkin Semiotics of misogyny through the humor of Chekhov and Maugham 1992.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]