Эстәлеккә күсергә

Мәскәү дәүләт университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(МГУ битенән йүнәлтелде)
М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
(МГУ (МДУ))
Мәскәү дәүләт университетының баш йорто
Халыҡ-ара исеме

Lomonosov Moscow State University

Девиз

Наука есть ясное познание истины, просвещение разума[1]

Асылған йылы

1755

Тип

Дәүләт

Ректор

В. А. Садовничий

Урынлашыуы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы, Мәскәү

Юридик адресы

119991, Российская Федерация, Москва, ГСП-1, Ленинские горы, МГУ имени М.В.Ломоносова[2]

Сайт

http://www.msu.ru/

Наградалары

Ленин ордены Октябрь Революцияһы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты (тулы исеме «М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты» юғары белем биреү федераль дәүләт бюджет учреждениеһы).

Университет Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән Министрлығына бойһонмай, тура Рәсәй Хөкүмәтенә бойһона.

Университеттың китапханаһы — Шувалов корпусы
Моховая урамында тарихи корпусы. Хәҙерге көндә МДУ-ң Азия һәм Африка институты урынлашҡан бинаһы.

Университет төҙөү тәҡдиме күренекле урыҫ ғалимы — урыҫ әҙәби теленә нигеҙ һалыусы, шағир, рәссам, тарихсы, тәбиғәтте өйрәнеүсе Михаил Васильевич Ломоносов һәм граф Иван Иванович Шуваловтан килә.

Университетты тамамлаған шәхестәр[3][4]

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәскәү университетын тамамлаусылар категорияһын ҡарағыҙ.
Категорияла булмаған шәхестәр түбән яҙылған.

  • Жириновский Владимир Вольфович — РЛДП Рәйесе. МДУ-ң Азия һәм Африка институтын тамамлаусы.
  • Песков Дмитрий Сергеевич — Рәсәй Президенты пресс-секретары. МДУ-ның Азия һәм Африка институтын тамамлаусы.
  • Дмитрий Рогозин — Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры.
  • Джахан Поллыева — РФ Дәүләт Дума аппараты етәксеһе.
  • Зорькин Валерий Дмитриевич — юридик фәндәре докторы, РФ Конституция Суды Рәйесе (1991 йылдан һәҙерге көнғә тиклем).
  • Чаадаев, Пётр Яковлевич — урыҫ публицисы
  • Александр Герцен — урыҫ публицисы
  • Андрей Малахов — Беренсе каналда тапшырыуҙар алып барыусы[4].
  • Николай Склифосовский
  • Расторгуев Николай Сергеевич — ПВО өсөн ракеталар конструкторы.
  • Кузнецов Пётр Саввич — рус тел белгесе. Филология фәндәре докторы, профессор.
  • Рафили, Микаэль Гасан оглы— күренекле шағир һәм ғалим, әзербайжан тел белгесе, публицист;
  • Гаджиева Нинель Зейнал ҡыҙы — төрки телдәр өйрәнейсе, филология фәндәре докторы.
  • Нерсесянц, Владик Сумбатович — юридик фәндәре докторы
  • Мартышин, Орест Владимирович — юридик фәндәре докторы
  • Кузьминов Ярослав Иванович, Юғары иҡтисад мәктәбе ректоры.
  • Сергей Игнатьев — Рәсәй Банкы рәйесе.
  • Егор Гайдар — 1990-сы йылдарҙа Рәсәйҙә иҡтисад реформалары авторы.
  • Евгений Ясин — РФ Иҡтисад министры.
  • Рәшит Али улы Сюняев — донъя күләмендә билдәле астрофизик. Рәсәй фәндәр академияһы академигы, Космос тикшеренеүҙәр институтында бүлек мөдире, Мәскәү физика-техник институты профессоры. Германияның Мюнхен ҡалаһында урынлашҡан Людвиг-Максимилиан университетының һәм Ҡазан дәүләт университетының шәрәфле профессоры.
  • Агапкина Татьяна Алексеевна
  • Доронин, Владислав Юрьевич — эре рәсәй бизнесмены, Capital Group хужаһы.
  • Олег Дерипаска «Урыҫ аллюминий» ПАО хужаһы.

Нобель премия лауреаттары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Николай Семёнов (химия, 1956),
  2. Игорь Тамм һәм Илья Франк (физика, 1958),
  3. Борис Пастернак (әҙәбиәт, 1958),
  4. Лев Ландау (физика, 1962),
  5. Александр Прохоров (физика, 1964),
  6. Андрей Сахаров (тыныслыҡ премияһы, 1975),
  7. Пётр Капица (физика, 1978),
  8. Виталий Гинзбург һәм Алексей Абрикосов (физика, 2003).

Мәскәү дәүләт университетының баш йорто

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәскәү дәүләт университетының баш йорто (урыҫса ҡыҫҡа ГЗ МГУ) — Мәскәү дәүләт университетының баш йорто. Бейеклек — 183,2 м, шпиль менән — 240 м, 34 ҡат. 19491953 йылдарҙа төҙөлгән. Архитекторҙар Б. М. Иофан, Л. В. Руднев, С. Е. Чернышёв, П. В. Абросимов, А. Ф. Хряков, В. Н. Насонов. Фасад биҙәкләү — В. И. Мухина.

Ҡоролош: «А» секторы:

  • 1—2 ҡат. Инеү, ҙур зал.
  • 3—8 ҡат. Геология факультеты. 3-сө ҡатта геокриология кафедраһы лабораториялар.
  • 9—10 ҡат. Ректорат.
  • 11 ҡат. Техник этаж.
  • 12—16 ҡат. Механика-математика факультеты. 12 ҡатта «Математика анализы» кафедраһы. 16 ҡатта «Дифференциаль тигеҙләмәләр» кафедраһы.
  • 17—22 ҡат. География факультеты. 22 ҡатта социаль һәм иҡтисад географияһы кафедраһы.
  • 23 ҡат. Техник этаж.
  • 24—28 ҡат. Ер музейы.
  • 31—32 ҡат. Ротонда, ҡарау урыны.
  1. «Афоризмы. Золотой фонд мудрости.» Еремишин О. - М.: Просвещение; 2006.
  2. Адреса подразделений МГУ имени М.В.Ломоносова
  3. МДУ-ның власта булған тамамлаусылары
  4. 4,0 4,1 «Рәсәй гәзите» буйынса МДУ-ның иң арҙаҡлы тамалаусылары
  5. МИРБАДАЛЕВА Адэльма Сабировна